Һөтөн, майын тәмләп ҡара...09.06.2017
Һөтөн, майын тәмләп ҡара... “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районда аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә тотороҡло эшләгән предприятиеларҙан һанала. Бөгөн бында етештерелгән продукцияны төбәк халҡы ғына яратып һатып алмай, ә сит өлкәләрҙән дә килешеү төҙөргә тип киләләр.
Комбинат 1968 йылда тәүге һөт ризыҡтары етештереп, халыҡҡа тәҡдим итә. Уның тарихы Башҡорт­остандың төньяҡ-көнсы­ғышында 1948 йылда Мәсәғүт май заводы асылыуы менән башланып китә. Яйлап яңы цехтар төҙөлөп, Германияла эшләнгән өс киптергес ҡоролма алына. Шунан бирле предприятие киптерелгән һөт етештереүҙә махсуслаша.
Үҙгәртеп ҡороу осоронда ла йәмғиәт ауырлыҡтарға бирешмәй, яңы төр ризыҡтар уйлап сығара. 2009 йылда иһә ул “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булараҡ эшен дауам итә. Һәм бына 50 йылға яҡын инде ул етештергән продукция магазин кәштәләренән төшмәй. Комбинат Рәсәйҙә 20 алдынғы предприятие исемлегенә инеп, республикабыҙ данын йыраҡтарға тарата.
Халыҡ араһында юғары сифатлы сеймалдан үҙенсәлекле рецептар буйынса әҙерләнгән, даими күҙәтеү үткән аҙыҡ-түлеккә ихтыяж ҙур. Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре “ҡулланыусыларға бөгөн тәмһеҙ ризыҡ тәҡдим итһәң, иртәгә һинең етештергән продукцияңды һатып алмаясаҡтар” тип тырышып эшләй. Иң мөһиме – бында продукцияның сифатына ҙур иғтибар бирәләр. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: бөтә төрҙәре лә ГОСТ стандарттарына ярашлы етештерелә, яһалма өҫтәмәләр ҡулла­нылмай. Комбинат Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм сифат менеджменты системаһына ярашлы сертификаттарға эйә.
Бөгөн бында тәүлегенә 300 тонна һөт эшкәртелә. Элекке йылдарҙа төбәктәге һөтсөлөк фермалары һауып тапшырған аҡты Мәсәғүт һәм Балаҡатай һөт эшкәртеү комбинаттары саҡ эшкәртеп өлгөрһә, әле урындағы сеймал бер Мәсәғүт комбинатына хатта етмәй ҙә ҡала. Продукцияны Татарстандан, Свердловск, Силәбе өлкәлә­ренән дә йыялар. Йәмғиәт менән бөгөн 120-нән ашыу предприятие ике яҡ өсөн дә отошло килешеү төҙөгән. Һөттөң файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән заманса техника менән йыһазлан­дырылғандар, һөт эшкәртеү цехтары әленән-әле яңыртыла, яңы ҡоролмалар менән тулыландырыла.
Комбинатта етештерелгән продукция­ның ассортименты киң. Ҡаймаҡ, һөт, кефир, йогурт, торт, эремсек бик үтемле тауарҙарҙан һанала. Мәҫәлән, Дыуан яландарында хуш еҫле үлән менән туҡланған малдан алынған шифалы һәм тәбиғи һөттән эшләнгән крәҫтиән майы тәме менән айырылып тора.
– Беҙҙең продукция бөгөн төрлө район-ҡалаларға оҙатыла. Сифаты юғары булғас, сит тарафтарҙан да киләләр. Әле Силәбе, Свердловск өлкәләре ҡулланыу­сылары ихлас һатып ала, – ти йәмғиәт директоры Евгений Павлович Мехоношин. – Киләсәктә лә уңайлы бәйләнештәр, килешеүҙәр төҙөү туҡтамаясаҡ, ә продукция етештереү өсөн бөтә шарттар бар. Бынан тыш, беҙҙә үҙ эшенең оҫталары эшләй, уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында юғары ҡаҙаныштарға өлгә­шәбеҙ ҙә инде. Заман менән бергә атларға тырышабыҙ, яңы проекттар тураһында уйланабыҙ.
“Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” Рәсәй күләмендә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә, халыҡ-ара форум-күргәҙмә­ләрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, призлы урындар яулауға өлгәшә. Мәҫәлән, 2013 йылда халыҡ-ара махсуслашҡан “АгроКомплекс” күргәҙмәһендә төрлө һөт ризыҡтары өсөн алтын миҙалға лайыҡ була. 2015 йылда иһә крәҫтиән майы, ҡайнатылған һөт, киптерелгән һөт, эремсек һыуы менән емеш һуты ҡушылып эшләнгән эсемлек, “Киевский” эремсекле торты, йогурттары алтын миҙалға лайыҡ булған. “Алтын көҙ” XVII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә биш миҙалға эйә булалар. Бөгөн предприятие 50 миҙалға лайыҡ.
Комбинат хеҙмәткәрҙәре “Һөт иле” фестивалендә лә баш ҡала халҡына үҙ ризыҡтарынан ауыҙ иттерә. Йыл һайын республика, район һабантуйҙарында, ауыл-ҡалаларҙа үткәрелгән сараларҙа, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында, спорт ярыштарында, өмәләрҙә ихлас ҡатна­шалар.


Вернуться назад