Уфтанып ваҡыт уҙғарма09.06.2017
– Әллә ниндәй быйылғы йәй башы – октябрь айы тиерһең. Һыуыҡ, ямғырлы, йонсоу, күңелһеҙ... Һәр миҙгелдең үҙ йәме булырға тейеш тәбаһа...
Р. ИБРАҺИМОВ. Архангел районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Бөтөн донъя, әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәләнең ҡанунына ҡоролған. Күк есемдәренең хәрәкәте булһынмы, үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү рәүешеме, әҙәм балаһының генетик үҙенсәлеге һаҡланыуымы – барыһы ла низамға һалынған. Бөйөк Ғабдулла Туҡайҙың:
...Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа, –
тигән шиғри һүҙҙәре һәр кемебеҙгә таныш. Ошонан сығып ҡарағанда, әлбиттә ки, һәр нәмәнең үҙ ваҡытында булыуы яҡшы: яҙға – йылы ямғыр, йәйгә – сағыу ҡояш, көҙ башына сыуаҡлыҡ килешһә, ҡыш “мыжып” йонсотмаһын – ҡарлы бурандары менән кинәндерһен! Барыһы ла тәғәйен мәлендә, билдәле миҡдарҙа башҡарыла икән – файҙаға ғына.
Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әлеге мәлдәге һауа торошон яманламайыҡ. Үрҙә әйткәнемсә, барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең ҡанунына ҡоролған. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Раббыбыҙ кешегә, тәбиғәткә нимә кәрәклеген белә. Әле ямғыр туҡтауһыҙ яуа икән, тимәк, шулай кәрәк. Был хикмәтле тәбиғәт күренеше хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә бик күп аят кәримә бар. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән унда. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”. Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә инанырға саҡырған саҡта Нух ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тигән. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, был тәбиғәт күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Хатта ки ямғыр яуған ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был тамсыларҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Һыуҙың көсөн аңлап етеү ҙә мөмкин түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-теләк менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Ә насар, ауыр мәғлүмәт арҡаһында ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һыуҙың – тәбиғәттең инешенең – ҡәҙерен белеү, уның янында тик изгелек ҡылыу, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү зарур. Айырыуса әле, изге Рамаҙан шәриф айында, Раббыбыҙға тәүбә ҡылайыҡ, рәхмәт уҡыйыҡ, гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорайыҡ. Бының урынына еребеҙ Хоҙайҙың хикмәте менән сафлыҡҡа, һутҡа, бәрәкәткә күмелер.
Бер ҡасан да зарланып йәшәмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Ямғыр, һыуыҡ, күңелһеҙ...” – тип мыжып ултырып, әллә күпме ваҡытты әрәмгә ебәрербеҙ бит. Ир кешенең уфтаныуы бигерәк тә килешһеҙ. Әҙәм балаһы, бер нигә ҡарамаҫтан, йәшәргә, алға барырға тейеш. Бөгөн ямғыр икән, иртәгә ул туҡтар, ҡояш йылмайып ебәрер. Изге теләк, яҡты өмөт менән йәшәйек. Һәр көндөң ҡәҙерен беләйек. Әле, мәҫәлән, төбәгебеҙҙең һәр урынында һабантуйҙар бара. Ошо матур байрамдан ҡалмайыҡ, туғандарыбыҙ, дуҫ-ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашайыҡ, хәлдәрен беләйек. “Күңелгә ял биреп тороғоҙ, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ул арыһа, һуҡырая һәм изгелектәрҙе күрмәй башлай”. Пәйғәмбәребеҙ шулай уҡ: “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү, уны нығытыу ғүмергә бәрәкәт бирер”, – тигән. Ошо һәм башҡа аҡылдарҙы иҫтә тотоп, Аллаһ Тәғәләнең бүләге булған һәр көнөбөҙҙөң, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, тәбиғәттән көс-дәрт алып, яҡты өмөт-ышаныстар менән йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тормош нәҡ шундай саҡта ғына алға бара. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.