Ғаилә туғандар менән ҡеүәтле09.06.2017
Туғандарға ҡарата ихтирамлы булыу, уларҙы онотмау, күңелдәрен күреү – һәр кем өсөн әхлаҡи бурыс.
Яҡындарын һөймәгән әҙәм балаһы яҡшы кеше була алмаҫ. Төптө юҡҡа үпкәләп, бер-береңдең күңелен төшөрөү Исламға хас түгел. Ғаилә усағы туған-тыумаса менән ҡеүәтле. “Атаһы булмаған бала өсөн ағаһы яуаплы, апай иһә әсәй урынында булыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр өйөндә хеҙмәтсе тота. Уның өсөн дә динебеҙ хаҡ билдәләгән. Ялланған кешене үҙең ни ашайһың шуның менән туҡландырыу, ғаиләнең бер өлөшө итеп ҡарау, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү, һаулығына, рухи тәрбиәһенә иғтибар итеү мөһим.