Иң дөрөҫө – алтын урталыҡ09.06.2017
Ҡарарыңда ҡалырға, уны һис кемдең фекерен иҫәпкә алмайынса үтәргә тырышыу, тиҫкәрелек динебеҙгә хас түгел.
Был сифат – ихтыяр аҙғынлығы. Ундай кешеләр тирә-йүндәгеләргә зарар килтерә, хата яһай, гонаһлы була.
Шул уҡ ваҡытта үҙ фекереңдә тора белмәү ҙә — ихтыяр зәғифлегенән. Бындай әҙәм балалары үҙ һүҙен әйтә алмай, һәр саҡ башҡаларға эйәрә. Тимәк, ҡол кеүек була, Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурыстарын дөрөҫ үтәмәй.