Бәрәкәткә юл09.06.2017
Атай-әсәйгә һүҙең, эшең аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, уларға ҡарата изгелекле булыу, ҡәнәғәтһеҙлек белдермәү – балаларҙың төп кешелек бурысы.
Үҙеңде тыуҙырып үҫтергән өлкәндәргә һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булырға кәрәк. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер.
“Ҡөрьән Кәрим”дә ата-әсә хаҡы түбәндәге әмерҙәр аша еткерелә: “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”.