Ишмөхәммәт хажи ҡиссаһы09.06.2017
(Әҫәрҙән өҙөк)
Ишмөхәммәт хажи ҡиссаһыХаж сәфәренә йәйәүләп сығып киткән Ишмөхәммәт, күп илдәр, ерҙәр гиҙеп, 25 йылдан һуң ғына тыуған ауылы Күбәккә ҡайтып төшә. Фатима исемле ҡыҙға өйләнә.
1797 йылда ахун дәрәжәһенә лайыҡ булған хажи ҡайтыу менән үк урындағы мәсеттең имамы һәм мөҙәрисе итеп тәғәйенләнә. Үҙ иҫәбенә мәҙрәсә өсөн айырым бина төҙөтә башлай, ул әҙер булғансы шәкерттәрен өйөндә уҡыта. Һабаҡ алырға күрше-тирә ауылдарҙан да киләләр. Ишмөхәммәт хажи дәрес­тәрен яңы алымдарға нигеҙләнеп ойоштора, ябай итеп аңлата, шәкерттәре дүрт-биш айҙа уҡыу-яҙыу серҙәренә төшөнә. Мөғәллим Ҡөрьәнде көйләп уҡырға ғына түгел, ә тел, стиль үҙенсәлектәрен, терминологияһын да өйрәтә.
1831 йылда Күбәк ауылы иман йорто Йәмиғ мәсете тип үҙгәртелгәс тә уның имамы, мөҙәрисе итеп йәнә ахун Ишмөхәммәт хажи һайлана. Ислам тәғлимәтен таратыуҙағы хеҙмәте, батша хөкүмәте сәйәсәтен нығытыуҙағы эшмәкәрлеге өсөн ул юғары даирәләрҙең маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ була. Төп бурыстарынан тыш, донъя мәшәҡәттәренә лә ваҡыт таба тынғыһыҙ йән эйәһе. Мәҫәлән, Иҙәш йылғаһында һыу тирмәне ҡороп ебәрә. Унда килгәндәрҙән хаҡ өсөн алына торған ондо Ишмөхәммәт хажи мохтажлыҡта йәшәгән ауылдаштарына биреп бара.
Каллиграфияһы ифрат матур булған мөғәллим шамаил эшләү оҫтаханаһы ла асып ебәрә. Биҙәп яҙылған доға, аят, изге һүҙҙән торған картиналар алтындай балҡып, сәнғәти камиллығы менән һоҡлан­дырып, нур сәсеп тора, халыҡтың рухын нығыта, байыта. Улар сифат яғынан бик юғары була, яҡын-тирәгә генә түгел, Урта Азия яҡтарына ла тарала.
* * *
Ғүмерен Исламға, иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, мосолмандарға Ҡөрьән серҙәрен асыуға булышлыҡ иткән, бихисап шәкерттең остазы булған Ишмө­хәммәт хажи ҡартайған көнөндә бик ауыр хәлгә төшә: уның ерҙәрен рөхсәтһеҙ баҫып алалар, урмандары ла ситтәргә китә, мал-мөлкәте тарала. Шуға ҡарамаҫтан, дин әһеле элеккесә асыҡ, йомшаҡ күңелле, һәр һүҙенән ғилем байлығы бөркөлөп торған аҡыл эйәһе, абруйлы аҡһаҡал булып ҡала. Һынау өсөн Аллаһ Тәғәлә үҙенең яратҡан бәндәһенә байлыҡты ла, ауырлыҡты ла бирер, тип юҡҡа әйтелмәгән бит.
Ҡартайған атаһының ауыр хәлен күреп йөрәге әрнегән улы Мөхәм­мәтлатиф, яҡлау, ярҙам һорап, Ырымбур-Һамар генерал- губернаторына рапорт яҙа (ул әле Башҡорт­остандың Үҙәк дәүләт тарих архивында һаҡлана). Әммә юғары даирәләрҙән ярҙам булмай.
Ни хәл итмәк кәрәк: әҙәм балаһы был донъяға миҙгел өсөн генә килә лә, ваҡыты үткәс, мәңгелеккә күсә. Кеше үлгәс, унан ни ҡала һуң? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Вафат бул­ғандың ғәмәл дәфтәре ябыла. Уға фәҡәт өс нәмәнән сауап килеп торасаҡ: саҙаҡаһынан, файҙалы ғилеменән, игелекле балаһынан”. Тәүгеһе, йәғни саҙаҡа, хәҙистәрҙә аңлатылғанса, әҙәм балаһының төҙөгән күпере, мәсете, мәҙрәсәһе һ.б. Уларҙан бөтөн кеше лә фай­ҙалана – ғәмәлдең сауабы ғәйәт ҙур.
Мираҫ итеп ҡалдырылған ғилем­дең дә әжере юғары. Был турала Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм шулай тигән: “Кем дә кем һиҙайәткә саҡыр­һа, уға үҙенең эҙенән барғандарға яҙылған күләмдә сауап килеп торор”. Баҡыйлыҡҡа күскәс тә рәхмәттән айырмаған ғәмәл­дәрҙең тағы береһе –сәлих ата-әсәһе, аҡ бабалары рухына доға ҡылған, уларҙың яҡшы эштәрен дауам иткән изгелекле ул-ҡыҙ. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы фанилыҡта ошо бурыстарын үтәгән булһа, вафатынан һуң да уны һәммә кеше күркәм һүҙ менән иҫкә төшөрөр, доғаларҙа исеме телгә алыныр, рухы күңел­дәрҙә йәшәр.

* * *
Ишмөхәммәт хажиҙың тыуған ауылы Күбәк менән иңгә-иң терәшеп ятҡан Тауларҙа заманында дүрт мәсет булған. Совет власы осоронда ул иман йорттары халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән туҡтатылып, манаралары ҡолатылып, биналары хужалыҡ ихтыяждары өсөн файҙаланыуға тапшырылған.
Һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә иһә мосолмандар йәшәгән төбәктәрҙә яңынан аҙан тауышы ишетелә башланы. 2008 йылдың апрелендә Таулар ауылында ла мәсет нигеҙенә беренсе таш һалынды, һәм ноябрҙә ике манаралы мәшһүр иман йорто төҙөлөп тә бөттө. Эштә мәхәллә халҡы ҡулынан килгәнсә ярҙамлашты, урындағы “Алға” хужалығы ла ситтә ҡалманы. Ә төп иғәнәсе Ишмө­хәммәт хажиҙың нәҫелен дауам иткән Әхмәт Вәлиәхмәт улы Ишмөхәммәтов булды. Заманында Ислам күгендә йондоҙ булып балҡыған бөйөк дин әһеленең рухы халҡына әйләнеп ҡайтты. 2015 йылда Таулар ауылындағы Йәмиғ мәсетенә “Ишмөхәммәт” исеме бирелде.


(Аҙағы. Башы 63-сө һанда).


Вернуться назад