Моңланды гармун...09.06.2017
Моңланды гармун...Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уны ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. Ошо фекерҙәрҙе күптән түгел Яңауылда үткән Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” тигән йыр-моң тамашаһы тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ул беҙҙә 2003 йылдан алып уҙғарыла.
2013 йылда “Рәсәй мәҙәниәте” тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелгән был матур сара йылдан-йыл билдәлелек яулай бара. Ике йыл элек уҙғарылған һигеҙенсе бәйгелә, мәҫәлән, республиканың алты ҡалаһы һәм 28 районынан, күрше Пермь крайы һәм Удмурт Рес­публикаһынан, алыҫтараҡ ятҡан Ханты-Манси автономиялы округынан бөтәһе 70-тән ашыу һәүәҫкәр гармунсы, популяр музыка ҡоралында уйнаусыларҙан торған 25 ансамбль ҡатнашһа, быйыл Яңауылдың үҙәк сәхнәһе республикабыҙҙың 31 районы һәм һигеҙ ҡалаһынан, әйтелгән күршеләргә өҫтәп Татарстандың Мамадыш һәм Кукмара районынан килгән 273 бәйгесене ҡабул итте. Хөсәйен Әхмәтов исемен­дәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһы баянсыһы, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов рәйеслегендәге мәртә­бәле баһалама ағзалары ике көн барышында 71 гармунсының һәм 34 ансамблдең сағыу сығышын тыңланы, барлыҡ ҡатнашыу­сыларға ла, уларҙың оҫталыҡ һәм әҙерлектәренән сығып, ярашлы баһа бирҙе.
Моңланды гармун...Алдағы бәйгеләрҙән айырмалы рәүештә, быныһында төп бүләккә дәғүә итеүселәр профессиональ башҡа­рыусылар һәм үҙешмәкәр гармунсылар ара­һында айырым билдәләнде. Уларҙың, шулай уҡ бәйге лауреаттарының һәм дипломант­тарының туғыҙ номинацияла махсус баһаға лайыҡ булыусы­ларҙың исем-шәрифтәре ҡала­ның үҙәк майҙа­нында ҡоролған оло сәхнәнән иғлан ителде. Еңеүселәрҙе һәм сарала ҡатна­шыу­сыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яңауыл районы хаки­миәте башлығы Илшат Вәзиғәтов ихлас ҡотланы. Сәхнә оҫталары үҙ сиратында Яңауылдың эш аҙнаһынан һуң күңелле ялға йыйылған сәнғәткә ғашиҡ халҡын матур сығыштары менән ҡыуан­дырҙы. Төрлө йәштәге маһир ир-аттарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың талмаҫ бармаҡтары баҫҡан төймәләр сығарған илаһи гармун моңдары, төрлө телдәге матур йырҙар аяҙ һәм йылы кистә биге­рәк тә үҙенсәлекле яңғыраны...
Был байрамға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармония­һының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған. “Тальян байрамы” атамаһы аҫтында үткәрелгән сара Үҙәк телевидениеның беренсе каналында 1986 йылда күрһәтелә башлаған “Играй, гармонь!” тапшырыуының барлыҡҡа килеүенә туранан-тура этәргес булған тип әйтергә лә тулы нигеҙ бар. Был циклдың ул ваҡыттағы авторы – Рәсәйҙең халыҡ артисы Геннадий Заволокиндың ярҙам­сы­ларының Өфөлә уҙған тәүге байрамдарҙы видеотаҫмаға төшөрөп алып китеүҙәре билдәле.
Ниндәй генә бәйгене алһаң да, иң тәүҙә унда ҡатнашыу­сыларҙың ныҡыш­маллығы, үҙе һайлаған өлкәгә тоғролоғо күҙгә ташлана. Гармунсыларҙың ике көн барған ярыштары ла быны раҫланы. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, башҡарыу­сылар­ҙың оҫталығы һиҙелерлек күтә­релә бара. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гармун уйнауға әүәҫлеге лә ҡыуаныслы. Улар урындағы мәктәптәрҙәге, мәҙә­ниәт йорт-һарайҙарындағы түңә­рәктәргә йәлеп ителгән, кемдәр­ҙер махсус музыка уҡыу йорттарында шөғөлләнә.
Заман ауырлыҡтарына һылта­нып, мәҙәниәт өлкәһенә тейешле иғтибарҙы кәметмәгән ҡала һәм райондарҙан бер нисә ансамбль һәм айырым гармун­сының бәйгелә ҡатнашыуын билдәләргә кәрәк. Был йәһәттән тәү сиратта хужалар барыһына ла өлгө булды. Баһалама ағзалары, барлыҡ ҡатна­шыусылар бер тауыштан юғары баһалаған ойоштороу, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау-урынлаштырыу мәшәҡәттәрен юғары кимәлдә атҡарып сығыу менән бергә яңауылдар биш ансамбль менән ете гармунсыһының сығышын тәҡдим итте. Быны, әлбиттә, район етәкселегенең, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәренең мөһим сараны уҙғарыуға элек-электән килгән яуаплы ҡарашы тип ҡабул итергә ҡала. Дөйөм алғанда, “респуб­ликабыҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауылда башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Бәйгене үткәреүселәр үрнәгенә эйәргәндәр ҙә аҙ түгел. Күп йәһәттән алдынғы булыу өҫтөнә йыр-моң төбәге булып дан алған Илеш районынан конкурста дүрт ансамбль һәм ете гармунсы, Бүздәктән – ике ансамбль һәм өс гармунсы, Саҡмағоштан – ике ансамбль һәм ике гармунсы, Дүртөйлөнән – ике ансамбль һәм бер гармунсы, Нефтекаманан ике ансамбль ҡатнашты. Һаналған­дар, әлбиттә, Яңауылдың яҡын һәм аҙ ғына йырағыраҡ күрше­ләре. Шуға ла 600-700 саҡрым­дағы Әбйәлил менән Хәйбул­ланан, яҡыныраҡ ятҡан Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Ғафури, Дыуан, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Туймазы һәм Учалы райондарынан килгән гармунсыларға “афарин”дан башҡа бер һүҙ ҙә юҡ. Был йәһәттән ут күршебеҙ Татарстан, алыҫ Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәренә лә рәхмәт һүҙҙәре юлларға кәрәк. Күп бәйгеселәрҙең ярышҡа үҙ иҫәбенә һәм шәхси машиналарында килеүе – уларҙың гармунды ғүмерлек дуҫ итеүҙәренең билдәһе.
Һәр конкурстағы кеүек, Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” бәйгеһенең дә төп еңеүселәре шәхсән аталырға хаҡлы. Үрҙә әйтелгәнсә, йомғаҡ­лау концертында ике гран-при тапшырылды. Профессиональ гармунсылар араһында төп призға Благовещен районының мәҙәниәт хеҙмәткәре Надежда Володина лайыҡ булды. Етенсе тиҫтәһен тултырыусы гармунсы был уйын ҡоралын бала саҡтан үҙ итеп, урында үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың үҙәгендә булыуы менән бергә маһирлыҡ серҙәрен йәштәр менән дә йомарт уртаҡлаша. Ә һәүәҫкәр гармунсыларҙан Саҡмағош районы вәкиле Рәйес Ҡаҙраев гран-при хужаһы булды. Әйткәндәй, был еңеүселәр 2013 йылғы ярышта икенсе урынды бүлешкәйне, ә Рәйес иһә 2015 йылда беренсе булғайны. Ысынлап та, оҫталыҡ­тың юҡтыр сиктәре!
Баһаламаға төп еңеүселәрҙе генә түгел, лауреат һәм дипло­манттарҙы билдәләү ҙә еңел булманы. I дәрәжә лауреат исемен һәм билдәләнгән күләмдәге аҡсалата бүләкте Туймазы райо­нынан Илнур Ғәзизов менән Өфө районынан Таһир Шаһивә­лиев алды. Әбйәлил вәкиле Азат Атанғолов һәм Удмурт Республи­каһы гармунсыһы Александр Ашихмин II дәрәжә лауреат булды. Дыуан районынан Ринат Бишев та был бәйгелә тәүгә генә ҡатнашмай, элекке дипломант Илеш районы вәкиле Ришат Абдуллин менән бергә III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Күмертау ҡалаһынан Фаил Кәримов, Учалы районынан Шәфҡәт Йосопов, Стәрлебаштан Рөстәм Ғәлиев, Өфөнән Рәмзил Фәйзуллин, Октябрьскийҙан Владислав Албаев һәм Күгәрсен районынан Рәүф Хөснуллин бәйгенең дипломанттары булды.
Быйылғы ярышта ансамблдәр һанының алдағыһына ҡарағанда тиҫтәгә тиерлек күберәк булыуы ғына түгел, уларҙың башҡарыу оҫталығының һиҙелерлек күтәре­леүе лә яҡшы. Балаларҙың да республика кимәлендәге бәйгегә әүҙемерәк йәлеп ителеүе һөйөн­дөрә. Был, үҙ сиратында, гармун оҫталары араһында быуындар күсәгилешлеге һаҡлана тигәнде аңлата бит. Баһалама рәйесе Хәлит Фәтихов Илеш районының Салауат Шәри­фуллин етәкселек иткән “Салауат күпере” гармунсы балалар ансамблен бар яҡтан маҡтап телгә алды. Нәҡ был коллектив, алдағы бәйгеләге 3-сө урындан күтәрелеп, I дәрәжә лауреат исемен алды ла инде. Ошондай уҡ ололауға шулай уҡ Илештең “Мираҫ” фольклор музыкаһы халыҡ ансамбле (етәксеһе Ғилмулла Ғабдуллин), Татарстан Республикаһы Мамадыш районы гармунсылары ансамбле (етәксеһе Рөстәм Ғиниәтов) лайыҡ булды.
Удмурт Республикаһы Шарҡан районының “Вишур мылкыд” гармунсылар халыҡ ансамбле һәр бәйгелә сығышы менән күптәрҙе әсир итә. Уның оҫта һәм талантлы етәксеһе Николай Миронов быйыл балалар ансамблен дә алып килгән. Күршеләребеҙҙең был ике коллективы ла II дәрәжә лауреат исемен алды. Ҡалтасы районының гармунсылары (етәкселәре Александр Шипаев), 2015 йылдағыса, шулай уҡ ошо баһа алып ҡыуанды.
Әбйәлил районынан Азат Атанғолов етәкләгән “Өс таған” йәш гармунсылар ансамбле, шулай уҡ Яңауыл районынан халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәкселәре Ильяс Тимершин һәм Хәлисә Нәстбуллина), Татар­стандың Кукмара районынан “Баламишкин” ансамбле III дәрәжә лауреат исемен алды.
Хужаларҙың Гүзәл Сабир­йәнова етәкләгән тальянсы балалар һәм Фәнүс Ғәзизов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән тальян­сыларҙың халыҡ ансамблен, Илмир Ғарипов менән Илназ Вәлиевтең гармунсылар дуэтын, шулай уҡ Балтас районынан бергә сығыш яһаған Илшат Нурҡаев менән Алмаз Рәжәпов­тарҙы баһалама дипломдар менән бүләкләнеләр.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү йөҙөнән ойоштороусылар күп йүнәлештәрҙе эсенә алған туғыҙ номинацияла өҫтәмә дипломдар ҙа булдырған. Мәҫәлән, күп байрамдарҙа үҙе яһаған гармун менән даими сығыш яһаған Туймазы районы вәкиле 89 йәшлек Йәмил Хәсәнов бабайға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Ул бер юлы ике номинацияла – “Музыка ҡоралдары яһаусы оҫта” һәм “Конкурстың иң өлкән ҡатнашыусыһы” дипломдарын һәм аҡсалата премия алып ҡыуанды. Бындай әүҙем уҙаманға ныҡлы һаулыҡ теләйһе генә ҡала.
– Ғүмерем буйы автобуста эшләнем, йәштән гармунда уйнаным, – тип һөйләне ветеран. – Музыка ҡоралын яһау һөнәренә улымды ла өйрәттем.
Әбйәлил районының “Өста­ған” йәш гармунсылар ансамбле ағзаһы Айназ Дәүләтов “Конкурс­тың иң йәш ҡатна­шыусыһы” дипломын алды.
Балалар ансамблдәре ара­һында еңеүсе булған Илеш районының “Салауат күпере” коллективы етәксеһе Салауат Шәри­фуллин “Йәш быуынды тәрби­ләүҙәге ҙур өлөшө өсөн”, ә уның яҡташы Мәрйәм Ғәли­уллина “Өмөт” номина­цияһындағы дип­лом­дарға лайыҡ булды.
Саҡмағош районы гармунсыһы Фликс Яҡупов “Музыка ҡоралына үҙенсәлекле ҡараш өсөн”, элекке бәйгеләр лауреаты һәм дипломанты Виктор Никулин (Бәләбәй районы) – “Башҡарыу оҫталығын үҫтереүгә ҙур өлөш өсөн”, Өфө ҡалаһы вәкиле Фәнәзип Йыһангиров – “Инструменталь башҡарыу сәнғәтенә бирелгәнлек өсөн” номинацияларында дипломант исеме һәм бүләк алып ҡыуанды.
Гармунсылар араһында был музыка ҡоралында уйнауҙың элек-электән килгән традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә етерлек иғтибар бирелә. Быны баһалама ағза­лары ла, бәйгеселәр үҙҙәре лә бер тауыштан билдәләне. Шул уҡ ваҡытта төрлө төбәк оҫта­ларының сығыштарында шәхси үҙенсәлектәр ҙә күҙгә салына. Яҡшы өлгөләрҙе бер-береңдән отоп алыу йәһәтенән үткәрелгән байрам барыһына ла оло мөмкинлектәр бирә. Шуға ла конкурстың “Башҡарыу традицияларын һаҡлаған өсөн” номина­цияһындағы дипломдарына һуңғы байрамдарҙың барыһына ла килеүселәр араһынан ун гармунсының лайыҡ булыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Ханты-Манси автономиялы округы вәкиле, элекке дипломант Сергей Янсубаев, 2013 йыл бәйгеһендә өсөнсө урынды алған Йәүҙәт Зимасов (Пермь крайы), шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Мәснәүи Әхәтов (Асҡын районы), Фиғәт Ғәлин (Балтас районы), Нәҙиә Йәмәлиева (Дүртөйлө районы), Юлай Тажиев (Салауат районы), Радик Ғәлимйәнов менән Флорит Ҡәйүмов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Данил Камалетдинов менән Айнур Ҡыямов (Тәтешле районы) үҙенсәлекле сығыштары менән айырылып торҙо.
“Моңға бай гармун байра­мы”ның сираттағыһы, унда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла яңы дәрт һәм ижад ҡомары өҫтәп, матур сығыштар менән тантаналы ябылды. Алдағыһы тағы ла ике йылдан маһирҙарҙы үҙенә саҡырыр...


Рәнис АЛТЫНБАЕВ, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары:
– “Моңға бай гармун байрамы” – беҙҙә үткәрелгән мәҙәни сараларҙан иң сағыуҙарының береһе. Йылдан-йыл уның сиктәре киңәйә, бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығы арта бара. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгәндәргә яңынан-яңы ижади уңыштар теләйем. Ошондай маһирҙар булғанда халҡыбыҙҙың йыр-моңдары бер ҡасан да һүрелмәйәсәк.

Айһылыу ИҠСАНОВА, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссёры:
– Заманында атайым нигеҙ һалған үҙенсәлекле байрамдың Яңауыл ерендә уңышлы дауам итеүе беҙҙә генә түгел, бөтә гармунсыларҙа ла оло шатлыҡ уята. Ижад кешеһе үҙенең һөнәрен башҡаларға күрһәтә ала икән – был уны мотлаҡ яңы үрҙәргә ҡанатландыра. Сараны юғары кимәлдә үткәреүгә күп көс һалған ойоштороусыларға әсәйем Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы, барлыҡ туғандарым исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.


Вернуться назад