Байкалды ла күрҙек беҙ...09.06.2017
Байкалды ла күрҙек беҙ...Әллә ниндәй сәйер холҡом бар: алыҫ тарафтарҙа йөрөп ҡайтһам, шул турала матбуғатта яҙып бармайым. Бүтәндәр маҡтаныуға иҫәпләр тип уйлайым да күргәндәремде күңелемдә генә ҡалдырам. Ә бит һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә байтаҡ сарала ҡатнашырға насип булды. Күптән түгел Байкал күле буйында ятҡан Бүрәт Республикаһында сәфәрҙә йөрөп ҡайттым.

“Башҡорттар беҙҙе аптыратты!”

Әйткәндәй, ул тарафҡа хәҙер икенсе тапҡыр барыуым. Икеһендә лә беҙ башҡорт сәнғәтен күрһәтеү маҡсаты менән сәйәхәт ҡылдыҡ. Былтыр сентябрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театры Улан-Удэла уҙғарылған “Алтан Сэргэ” халыҡ-ара театрҙар фестивалендә ҡатнашып, “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесым буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектаклен күрһәткәйне. Ул мәртәбәле сараға мине лә автор булараҡ алғайнылар. Ә инде был юлы барыуымдың сәбәбе Хоца Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия драма театры шул уҡ әҫәремде үҙ сәхнәһендә ҡуйып, премьераға саҡырыуҙары ине. Рәсәйҙең икенсе яҡ осонда йәшәгән халыҡтың беҙҙең мәҙәниәткә, театр сәнғәтенә ни тиклем йылы мөнәсәбәттә, ихтирамлы ҡарашта булыуын белә күреп, шул турала яҙмай булдыра алманым.
Башҡорт драма театрын Бүрәт Республикаһына фестивалгә саҡырыуҙарын шатланып ҡабул иттек. Тик икенсе яҡтан һағайып та ҡуйҙыҡ. Ни тиһәң дә, ара йыраҡ ҡына, тимәк, ул тарафҡа барыу өсөн ярайһы уҡ сығым талап ителә.
Байкалды ла күрҙек беҙ...– Нисек кенә булмаһын, фестивалгә барырға кәрәк! Башҡорт сәнғәтен һәр ерҙә лә белергә тейештәр, – тип егеттәрҙе ҡанатландырып ҡуйҙы театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла, “Хыялға ҡаршы” спектаклен ҡараған кеше булараҡ, ошо уҡ фекерҙә торҙо. Күп тә үтмәй финанслау мәсьәләһе хәл ителде, һәм беҙ, 16 кеше, Байкал тарафтарына юл тоттоҡ.
Юл ярайһы ғына ҡатмарлы булып сыҡты. Тәүҙә Мәскәүгә остоҡ, шунан, “Внуково” аэропортында дүрт сәғәт ултырғандан һуң, Улан-Удэға юлландыҡ. Ул яҡҡа алты сәғәт осорға кәрәк. Самолетта ла оҙайлы осош арыттыра икән. Ҡасан ғына барып етәбеҙ инде тип түҙемһеҙләнеп көтәһең. Алдан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙе аэропортта ҡаршы алырға тейештәр ине. Алты сәғәт үтеп китте, сәғәтебеҙгә ҡарап борсола ла башланыҡ. “Улан-Удэла көслө томан, ултырыу мөмкин түгел. Шуға беҙ яҡындағы аэропортҡа төшөргә мәжбүрбеҙ”, – тип хәбәр итте пилот. Йәнә ҡырҡ минут осҡас, ҡайҙалыр килеп төштөк. Баҡтиһәң, Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһындабыҙ икән. Картанан ҡарайбыҙ: Улан-Удэнан 1000 километр алыҫлыҡта. Биш сәғәт аэропортта көтөп ултырғас ҡына урындан ҡуҙғалдыҡ.
Бүрәт ерендә беҙҙе милли кейемдә ихлас ҡаршы алдылар. “Алтан Сэргэ” фестиваленә килгән Башҡортостан ҡунаҡтарына ҡайнар сәләм”, – тип хатта аэропортта диспетчер ҙа яңғыратып тәбрикләне. Фестивалдең рәсми асылыуына бер сәғәт кенә ваҡыт ҡалған, тинеләр. Шуға тиҙ генә ҡунаҡханаға урынлаштыҡ та театрға ашыҡтыҡ.
Был сара география йәһәтенән киң булып сыҡты. Үҙ милләтенең сәнғәтен күрһәтер өсөн Ҡытай, Монголия, Эстония илдәренән, шулай уҡ Бүрәт, Хакас республикаларының театрҙары (ҡайһы бер илдән икешәр коллектив килгәйне) көс һынашты. Ә инде улар араһында Башҡортостанды беҙ ҙә күрһәтә алыуға уғата шат инек. Бындай осраҡта актерҙар иңендәге яуаплылыҡ бермә-бер арта.
Бындағы һәр көнгә ниндәйҙер театр “хужа”. Йәғни бер көндә улар сәхнәлә уйнап ҡына ҡалмай, ә үҙ халҡының мәҙәниәтен дә күрһәтә. Беҙҙе ни өсөндөр иң һуңғы көнгә ҡуйғайнылар. Шуға алты көн буйы ял итеп йөрөнөк. Театрға барып спектаклдәрен ҡарайбыҙ, кемдер ижади лабораторияла, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, ә кис шул дәүләт ҡуйған концертты ҡарайбыҙ.
Ҡунаҡтар араһынан монголдар бигерәк текә булып сыҡты. Ниндәйҙер сара булһа, улар гел һуңлап инә. Шунан эре генә баҫып, иң уртаға барып ултыралар. Үҙҙәрен тотошо һуң! Бүтән театр вәкилдәре менән аралашып та бармайҙар. Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”һын уйнағас, танауҙары тамам күккә күтәрелде. Тәнҡитселәр уларҙы маҡтағас, бөтөнләй юғары ҡарап атлай башланылар. Әллә Сыңғыҙхан нәҫеле булғанға шулай инде?!
Билдәле булыуынса, повесым буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектакле балалар йорто тәрбиәләнеүселәре яҙмышы хаҡында. Ундағы балаларҙы уйнау өсөн беҙҙең актерҙар сәсен ҡыҫҡа итеп алдырған. Шуға бүтән театр актерҙары аптырап килеп һорап йөрөнө:
Байкалды ла күрҙек беҙ...– Ниңә һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә сәсе ҡыҫҡа ул?
– Спектаклде ҡарағас аңларһығыҙ! Әлегә сер булып ҡалһын, – тип яуаплай егеттәр.
Бына беҙҙең көн дә килеп етте. Әлбиттә, актерҙар сәхнәлә башҡорт телендә уйнай. Ә инде руссаға синхрон тәржемәне драма театрыбыҙҙың художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Баймырҙина эшләй. Тәржемә аша ҡаралһа ла, бүтәндәргә был спектакль ныҡ тәьҫир итте. Актерҙарҙы оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй алҡышланылар. Тамашанан һуң төрлө республиканың режиссерҙары килеп, әҫәрҙең яҙылыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды, үҙҙәренең сәхнәһендә лә шундай спектакль ҡуйырға ине тигән теләк белдерҙе. Бигерәк тә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Ябай ғына декорация ярҙамында ете генә актер менән шундай ҡатмарлы сюжетты күрһәтә алыуын юғары баһаланылар.
Ә кис беҙ концерт күрһәттек. Кешегә талант бирелһә, мул бирелә икән. Үҙебеҙҙең актерҙарға ҡарап шундай фекергә килдем. Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зилә Баймырҙина алып барыусы булды. Иң беренсе булып Фәнис Рәхмәтов ҡурайҙа халыҡ көйөн уйнап ебәрҙе. Бындай музыка ҡоралын күрмәгән башҡа халыҡтар аптырап ҡалды. Уның сығышын кемуҙарҙан видеоға төшөрөргә тотондолар. Унан һуң Урал Әминев дәртле генә халыҡ бейеүен башҡарҙы. Тағы алҡыштар! Ә инде Артур Кәбиров гитараһында уйнап, Р. Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Йондоҙом” йырын һуҙып ебәргәс, ҡунаҡтар парлашып талғын бейеүгә төштө. Ринат Баймырҙин, Алмас Йосопов, Айҙар Шәмсетдинов, Морат Рафиҡов бергәләп фестивалгә бағышланған инсценировка уйлап сығарып, тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе. Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Тәмен тойоп алған ҡунаҡтар таралырға ла ашыҡманы.
– Тағы берҙе бейетеп оҙатайыҡ әле, – тип Фәнис йәнә ҡурайын ҡулға алды. Шул тиклем дәртле көйгә залдағылар ҡулға-ҡул тотоношоп бейергә тотондо. Орсоҡ кеүек әйләнделәр генә!
Шуныһы ҡыуандырҙы: башҡа театрҙар концерт ҡуйһа, үҙ мәҙәниәтенә хас булмаған сығыш менән беҙҙе аптыратырға маташты. Ярым-шәрә бейеүҙәр, аҡыртҡыс музыка һәм башҡаһы. Ә башҡорт актерҙары, үҙ мәҙәниәтен күрһәтеп, бүтәндәрҙең кәйефен күтәрә алды. Тамашанан һуң Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков беҙҙең янға килде.
– Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар! – тине ул. – Сығышығыҙҙы ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Һеҙ ни үҙе бер туй ойошторҙоғоҙ ҙабаһа!..
Фестиваль һөҙөмтәһе буйынса, Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективының эше ике махсус премияға лайыҡ булды: “Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн” һәм “Иң яҡшы актерҙар ансамбле”. Икенсе бүләк бигерәк тә ҡәҙерле ине, сөнки бихисап театр араһында нәҡ беҙҙекеләрҙең иң яҡшыһы тип танылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ҡайтырға бер көн ҡалғас, беҙҙе Байкал күле буйына алып киттеләр. Үҙ ғүмеремдә уны бер тапҡыр булһа ла күреп, берҙе сумып сыҡһам ине, тип хыяллана инем. Һәм бына беҙ Байкал ярында торабыҙ. Был күл йәйгеһен дә һыуыҡ ҡына. Ә 17 сентябрҙә һыу инеү бигерәк шөрләтә. Аҙаҡ ауырып китеп, ҡайта алмай ятһаң!
“Борондан бүрәттәрҙең шундай ырымы бар: әгәр сентябрҙең уртаһында Байкалда һыу инһәң, йыл буйы ауырымайһың. Ошо бер аҙнала күлдең һыуы шифалы тип иҫәпләнә. Христиандарҙың ҡыш мәкегә сумған көнө булған һымаҡ, беҙҙең дә аҙналыҡ бар”, – тине Бүрәт академия драма театры режиссеры Саян Жамбалов. Шуны ғына көткәндәй, кемуҙарҙан һыуға сумдыҡ. Алға китеп шуны әйтәйем: шөкөр, шунан һуң берҙе лә ауырыманым.
Байкал буйындағы ял йортонда хушлашыу табыны ойошторғайнылар. Һәр театр вәкиле һүҙ тотто, саҡырыуҙары өсөн рәхмәтен еткерҙе. Хужалар иһә фестивалдең дуҫлыҡ күпере булараҡ мөһим икәнлеген һөйләне, һәр театрҙың сығышындағы үҙенсәлеген билдәләне.
Башҡортостанға сират еткәс, Бүрәт академия драма театрының художество етәксеһе Эржена Жамбалова микрофонды ҡулына алды ла залдың уртаһына баҫып:
– Дуҫтар, Башҡортостандан килгән йәш коллектив үҙенсәлекле спектакле менән дә, концерты менән дә талантын күрһәтте, – тине. – Йәшермәйем: башҡорттар мине аптыратты! Улар менән хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итке килә. Уйланым-уйланым да бер фекергә килдем. Уныһын барығыҙ алдында яңғыратмаҡсымын. Һәләтле башҡорт режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевты үҙебеҙҙең театрға бер спектаклде ҡуйырға саҡырабыҙ. Бөтөн сығымдарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ!
Беҙҙең режиссерға шундай ышаныс күрһәтеүҙәренә сикһеҙ шатландыҡ. Етмәһә, фестивалгә байтаҡ республиканан режиссерҙар килгәйне бит! Нәҡ беҙҙең егетте шулай ҙурлап, юғары баһалауҙары ҡыуандырҙы. Башҡа берәүгә лә ундай тәҡдим булманы. Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәс, эре генә йөрөгән монголдар ҙа көнләшеп ҡарап ҡуйҙы.
Сәфәребеҙ үтә лә уңышлы булды. Башҡорт театр сәнғәтен бүтәндәргә күрһәтеп кенә ҡалманыҡ, бихисап кеше менән таныштырҙы Бүрәт ере.
Бына шундай хәтирәләр һаҡлана күңелемдә тәүге сәфәрҙән һуң.

“Аба эжын ургынууд”

“Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса Х.Намсараев исемендәге Бүрәт академия драма театрында ҡуйылған спектакль тап шулай атала. Ғөмүмән, нәҡ минең әҫәрҙе бүрәттәр ҡуясағын ишеткәс, аптырап ҡалдым.
“Ниндәй башҡорт яҙыусыһының әҫәрен үҙебеҙҙә ҡуйырға тип баш ваттыҡ. Илсур ҙа үҙ вариантын тәҡдим итте. Тик ул беҙҙең дини ҡанундарға тура килмәй. Беҙҙә бит буддизм. Бына ирем Саян Жамбалов (театрҙың баш режиссеры) өс ай шул “Хыялға ҡаршы”ны ҡуяйыҡ тип тылҡый. Барыбер күндерҙе”, – тине телефондан һөйләшкәндә театрҙың художество етәксеһе Эржена Жамбалова.
Спектаклде сәхнәләштереү өсөн режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевты март айында уҡ Улан-Удэға саҡырып алдылар. Ул бер ай самаһы шунда актерҙар менән эшләп, беҙҙең театрҙа барған спектаклде бүрәт тамашасылары өсөн яраҡлаштырып ҡуйыу менән мәшғүл булды.
Әҫәрҙе бүрәт теленә республиканың атҡаҙанған артисы Дабацу Юндунова тәржемә иткән. Баҡтиһәң, ул да балалар йортонда тәрбиәләнгән икән. “Әҫәрҙе тәржемә иткәндә ҡабат шул мөхиткә әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Бындай проблема бүрәт халҡына ла хас бит. Тик үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың ул хаҡта китап яҙғаны булманы”, – тине ул осрашып аралашҡанда.
Әҫәрҙе бүрәт теленә тәржемә иткәндә тулыһынса үҙ мөхиттәренә яраҡлаштырып эшләгәндәр. Мәҫәлән, төп герой Ильяс түгел, ә Саян. Малайҙың дуҫы Фәрит – Баир, бөтәһен дә ыҙалатҡан Даян – уларҙа Доржо, атаһы Ғиззәт – Батр, әсәһе Гөлнур – Герелма, директор Мәүлиҙә Нурғәлиевна – Баирма Батуевна... Беҙҙең дингә ҡағылышлы урындар ҙа бар әҫәрҙә. Мосолмандарҙа мулла булһа, буддизмда – лама. Әҫәрҙә шундай ҡулайлаштырыу өсөн индерелгән үҙгәртеүҙәр бик уңышлы башҡарылған.
– Бер ыңғайы ниңә миңә лә бүрәтсә псевдоним уйламанығыҙ? – тинем шаяртып премьера көнөндә.
Шулай исемдәрҙе үҙгәртеүҙәре дөрөҫ тә. Ул тамашасы өсөн милли сикте алып ырғыта. Улар был хәл бүрәт ғаиләһендә булған икән, беҙҙең арала шундай тетрәткес ваҡиғалар бара икән тип ҡарай, үҙенеке булараҡ йөрәге аша үткәрә.
Ә инде ошо премьераға Бүрәт Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ла, театр коллективы ла етди әҙерләнгән. Алдан уҡ уларҙан министр Тимур Цыбиков рәсми саҡырыу хаты ебәрҙе. Тик алыҫ тарафҡа йөрөү ҙур сығым талап итә. Улан-Удэға самолет менән барып ҡайтыу өсөн яҡынса 40 мең һум самаһы аҡса кәрәк.
“Һеҙ премьераға мотлаҡ килегеҙ. Самолетҡа билетты үҙебеҙ алабыҙ. Ҡунаҡханала бүлмә әҙерләп ҡуйғанбыҙ”, – тип шылтыратты театр етәкселеге. Шулай был мәсьәлә еңел генә хәл ителде.
Бүрәт Республикаһының мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков менән Мәскәү аэропортында уҡ осраштыҡ. Былтырҙан таныш булғас, ихлас сәләмләштек.
– Мәскәүгә бер форумға килгәйнем. Иртәгә һеҙҙең премьера була бит. Эржена Зугдаровна спектаклде ныҡ маҡтай ҙабаһа. Шуға ҡайтып өлгөрөргә кәрәк, – тине ул. Юғары кимәлдәге етәксенең ябайлығына, театр менән шул тиклем ҡыҙыҡһыныуына һоҡланып ҡуйҙым.
– Шунан әҙерлек нисек бара? Режиссер менән һөйләшеп тораһығыҙҙыр? – министр ҡыҙыҡһыныуын дауам итте. Әле үҙем дә күрмәгәс, нимә тип әйтәһең инде?
– Былай килеп сыға тиҙәр, – тип кенә яуапланым.
– Беҙҙең актерҙар шәп ул! – етәксе был һүҙҙәрҙе ниндәйҙер ғорурлыҡ менән әйтте. – Һеҙҙең китапты уҡыным. Ә спектаклен ҡарау бөтөнләй икенсе нәмә!..
Баҡтиһәң, беҙ бер рейста осабыҙ икән. Ана шулай аэропортта уҡ аралашҡандан Цыбиковтың ни тиклем юғары мәҙәниәтле, үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген аңланым. Һөйләшкәндә тағы шуныһы асыҡланды: быға тиклем ул П. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында эшләгән. 32 йәшендә генә уны тыуған яғына мәҙәниәт министры итеп эшкә саҡырғандар. Хәҙер инде туғыҙ йыл шул вазифаны үҙ иңендә тарта.
Йәшләй министр итеп ҡуйҙылар тигәс, сәйерһенеп ҡуйҙым. Беҙҙә бит, ғәҙәттә, башҡасараҡ килеп сыға. Тәүҙә, әле башы йәш, тип үрләтергә ашыҡмайҙар. Аҙаҡ, инде ҡартайҙы бит, тип ҡул һелтәйҙәр...
Премьераның тәүге көнөндә театрҙа халыҡ шығырым тулы ине. 600 кешелек залда буш урын юҡ. Иртәгәһенә лә билеттар ҡалмаған ине. Тағы шуға иғтибар иттем: бындағы театрҙа иң арзан билет 300 һум тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хаҡы ҡиммәт тимәйҙәр, бөтә тамашаларға йөрөйҙәр. Беҙҙәге театр, филармониялағы милли тамашаларға билет хаҡы 100 һум булған осраҡта ла ярым буш залды күреп йөрәк әрней. Бында эш аҡсала түгел, ә кешенең үҙ мәҙәниәтенә битарафлыҡта түгелме икән?
Премьераға байтаҡ рәсми вәкилдәр ҙә килгәйне. Мәҙәниәт министры Тимур Цыбиков, бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Татьяна Вежевич, шулай уҡ Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәренең тамаша залында күренеүе уларҙың йәмғиәттәге ошо көнүҙәк мәсьәләгә битараф булмауҙары хаҡында һөйләй.
Бүрәт вариантында ла ете актер уйнай. Сюжеты шул уҡ, тик ҡайһы бер урындары ғына үҙгәртелгән. Билдәле булыуынса, башҡорт сәхнәһендә һәр актер йә йырлай, йә музыка ҡоралында уйнай. Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергәндә, һәр актерҙың шул үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ролдәр бүлгән. Ә бүрәттәрҙә ҡуйғанда ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар килеп сыҡҡан. Башҡорт вариантында бер сюжет бар: унда Даян (Фәнис Рәхмәтов) сәхнәлә баянда уйнап, һәләтен күрһәтә. Ә бына бүрәт актеры Солбон Ендонов актер булараҡ оҫта, тик баянға ҡулы бармай. Әммә йөкмәткеһен үҙгәртеп булмай. Режиссе­рыбыҙ башҡа алым уйлап тапҡан: “Ярай, сәхнәлә туп тибеп, төрлө трюктар күрһәтерһең!” – тигән. “Ну, Илсур Солбонды шул туп тибергә өйрәтеп хәлен алды! Өс тупты шартлаттылар!” – тип шаяртып һөйләй егеттәр. Спектаклде әҙерләгәндә тағы бер күңелһеҙ хәл килеп сыҡҡан: Фәритте (уларҙа Баир) уйнаған актер Дугар Жалсанов репетиция ваҡытында ҡулын ауырттыра. Премьераға һанаулы көндәр генә ҡалғас! Спектаклдә шундай эпизод бар: башҡа малайҙар аҡса тапмаған өсөн Ильястың дуҫын икенсе ҡаттан ырғыта. Ана шунда Дугарҙы ырғытҡанда артыҡ тырышып киткәндәр. Ярай әле алмаш табып, тиҙ генә хәлде төҙәтәләр.
Актерҙарға етем балалар роленә инеп китеү ҙә еңел булмаған. Театрҙың художество етәксеһе репетицияны күргәс, шундай уйға килә. Хәйриә акцияһы менән актерҙарҙы балалар йортона алып барырға була. Бер уйлаһаң, улар уйнап-бейеп балаларҙың күңелен асырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙарҙың моңһоу күҙҙәрен күреп, уйнаясаҡ геройҙың яҙмышын йөрәге аша үткәреү мотлаҡ. Етемдәр янына барып ҡайтҡандан һуң актерҙар бүтәнсәрәк уйнай башланы, тиҙәр.
Ғөмүмән, был спектаклдә шундай һәләтле егеттәр уйнаны. Улар барыһы ла тиерлек Санкт-Петербургта Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институтында уҡып ҡайтҡан. Төп ролдә (Саян) – Зорикто Цыбендоржиев, Баир – Дашинима Доржиев, Саша – Алексей Михайлов, Доржо – Солбон Ендонов, бүтән ролдәрҙә Алдар Базаров, Чимит Дондоков, Булат Самбилов шул тиклем бирелеп уйнаны.
Халыҡ шул тиклем оҡшатты егеттәрҙең уйнауын, аяғүрә баҫып, оҙаҡ ҡына ҡул сапты. Янымда ултырған министр Тимур Цыбиков әҫәргә бирелеп китеп, йыш ҡына күҙ йәшен һөртөп ала ине. Аҙаҡ театрҙың художество етәксеһе Эржена Жамбалова һүҙ алды.
– Ошондай әҫәрҙе беҙҙең театрҙа тыуҙырғандары өсөн Башҡортостандың йәш режиссеры һәм йәш яҙыусыһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бөгөн улар беҙҙең арала, – тигәс, зал тағы йәнләнеп, көслө итеп алҡышларға, һыҙғырырға тотондо. Әлбиттә, беҙҙең исемде тамашасыларҙың хәтерендә ҡалдырыуы икеле. Ләкин беҙҙе сәхнәгә саҡырғанда халҡыбыҙҙың исемен атауҙары оло ғорурлыҡ ине. Хәтерҙәрендә был әҫәрҙе башҡорттар килеп ҡуйҙы тигән уй ҡала бит.
Мәҙәниәт министры ижади коллективты һәм беҙҙе ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
– Башҡортостандағы талантлы коллегаларыбыҙға һәм үҙебеҙҙең артистарыбыҙға рәхмәт! – тине Тимур Гомбожап улы. – Ҡатмарлы, фәһемле спектакль! Кешеләр илай, көлә һәм еңел булмаған яҙмышлы балалар менән бергә ҡайғыра. Уның социаль әһәмиәте ҙур, шуға күрә һәммәһенә лә ошо ғәҙәти булмаған спектаклде ҡарарға кәңәш бирәм.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа сығыш яһап, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән башҡорт мәҙәниәтен пропагандалағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Тимур Цыбиков, Эржена Жамбалова һәм Дабацу Юндуноваға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әйткәндәй, Бүрәт драма театрында башҡорт яҙыусыһын элек сәхнәләштергән булғандар.
– Бынан илле йыл элек театрыбыҙҙа Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” пьесаһын ҡуйғайнылар. Һәм бына ярты быуат үткәс, башҡорттар беҙҙе тағы ҡыуандырҙы, – тине Эржена Жамбалова.
Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Татьяна Вежевич иһә әҫәрҙең көнүҙәклеген аныҡ һандар менән дәлилләне:
– Бөгөн Бүрәт Республикаһында 5,5 мең бала дәүләт ҡарамағында ҡалған. Шуларҙың 75 процентының ата-әсәһе иҫән. Шуға был әҫәрҙе һәр районда күрһәтергә кәрәк. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ошондай спектаклдең әһәмиәте ҙур.

Балдаҡҡа ҡара ла...

Иртәгәһенә театрҙың художество етәксеһе, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы Эржена Жамбалова беҙҙе бер ресторанға алып китте. “Беҙҙең милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарһығыҙ”, – тине ул. Шуға иғтибар иттем: бүрәттәр итте ныҡ ярата икән, етмәһә, аштары шул тиклем һимеҙ! Төрлө бәлештәренән май тамып тора.
Шунда оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң, ҡаланы күрһәтергә тип алып киттеләр.
– Мин һеҙҙе ювелир магазинына индерәйем әле. Бик шәп магазин. Унда ниндәй генә биҙәүестәр юҡ! – тине етәксе.
Ҡунаҡ кеше – хужаның ишәге, тип әйтәләр бит халҡыбыҙҙа. Беҙ ювелир әйберҙәр магазинын күрмәгән кеше түгел, Өфөлә улар аҙым һайын. Шулай ҙа әҙәп һаҡлап ингән булдыҡ.
– Бына ниндәй генә балдаҡтар юҡ! Ҡайһыһын алыр инегеҙ – шуны кейеп ҡарағыҙ, – тине Эржена ханым.
Әллә ни биҙәүес алырға теләмәһәм дә, кейеп ҡараған булдым. Илсур ҙа кәләше өсөн ниндәйҙер һырғалар, муйынсаҡтар ҡараны. Шунан театр етәксеһе һатыусы менән нимәлер хаҡында һөйләшкәс, беҙҙе бүтән залға индерҙеләр. Шул арала ҡулыбыҙға матур ғына ҡумталарҙы тотторҙолар. Баҡтиһәң, Эржена Жамбалова шулай хәйлә уйлап, беҙҙән кейҙертеп ҡарарға булған икән. Ә был биҙәүестәрҙе беҙгә бүләк иттеләр.
– Ошо балдаҡҡа ҡараған һайын беҙҙе иҫкә алырһығыҙ! – тине ул, йылмайып.
Хушлашыу бер аҙ күңелһеҙерәк булһа ла, ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ. Инде туғандар кеүек яҡын булып киткән кешеләр аэропортҡа тиклем алып барып оҙатып ҡалды. Күстәнәскә ыҫланған балығын да, сәтләүеген дә, төрлө сувенирҙарын да һалғандар... Сәнғәттең халыҡтарҙы яҡынайта торған шундай бөйөк көсө бар икән! Бер-беребеҙҙе онотмай, һәр саҡ бәйләнештә булырбыҙ, тип һаубуллаштыҡ.
Бынан һуң Бүрәт драма театры ошо әҫәр менән Байкал аръяғы крайына гастролгә сыҡты. Унда ла уңышлы сығыштары хаҡында хәбәр итеп торҙолар. Ошо республиканан китап һорап, үҙемә хат яҙған кешеләр ҙә байтаҡ. Ә яңыраҡ театрҙарының рәсми сайтында бер тамашасының шундай фекерен уҡып ҡыуандым: “Аба эжын ургынууд” спектаклен ҡарағас, үҙемдә тынғылыҡ тапмайым. Мотлаҡ берәй баланы уллыҡҡа алырға тигән фекергә килдем. Әле шул эште башланым да ине”, – тигән бер ханым.
Әҫәрҙең тормошта кешегә тәьҫир көсөнән дә олораҡ ҡыуаныс юҡтыр. Тамашасыны битараф ҡалдырмаған – шуныһы мөһим...
Беҙ әле лә бүрәт актерҙары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Улар ҙа Башҡортостан ерен килеп күрергә тип ашҡынып тора. Йәйгеһен Байкал күлен күрһәтербеҙ, тип тә үҙҙәренә әйҙүкләйҙәр. Беҙҙең халыҡ һымаҡ ихлас, эскерһеҙ кешеләр икән улар. Ә бит танышыуыбыҙ шулай көтөлмәгәнсә башланып китте. Әҙәбиәт, театр яҡынайтты беҙҙе! Халҡыбыҙ хаҡында бар тарафта ла белһендәр тиһәң, иң тәүҙә әҙәбиәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе күтәрергә кәрәк. Өфөгә осҡанда, ошо фекер башымдан сыҡманы...


Вернуться назад