Милли һүҙ сәнғәте – Мәскәүҙә09.06.2017
Милли һүҙ сәнғәте – МәскәүҙәМәскәүҙә “Рәсәй халыҡтарының хәҙерге әҙәбиәте” китабы донъя күреүе хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. СССР кеүек ҙур дәүләт тарҡалғандан алып милли әҙәбиәткә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәп ижад иткәндәргә тәүге тапҡыр ошондай юғары кимәлдә мөрәжәғәт итеү был. Нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү принциптары тарҡалыуы ла нисәмә йылдар буйы күңелде ҡырып килде, сөнки беҙ тап юғары кимәлдәге тылмас менән Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов кеүек әҙиптәрҙең ижады донъяға таралыуын белеп, уҡып, улар аша халыҡтарҙың рухиәтен танып үҫтек. Шуға күрә бөгөн килеп донъя күргән йыйынтыҡ быуаттарҙы быуаттарға бәйләп, рухи офоҡтарҙы тағы ла киңәйтеп ебәргәндәй тойола. Китапҡа Мостай Кәрим, Рәшит Назаров, Рауил Бикбаев, Йомабикә Ильясова, Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары ингән. Ҡотлайбыҙ башҡорт телендә ижад итеүселәрҙе һәм һәр беребеҙҙе был йыйынтыҡ менән. Башҡорт телендә яҙғандар өсөн был – иҫ китмәле шатлыҡлы, мәртәбәле ваҡиға!
Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының милли әҙәбиәтен ҡеүәтләү буйынса програм­маның Федераль редакция советы ағзаһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, танылған шағирә Йомабикә Ильясоваға мейестән яңы сыҡҡан китап хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.

Милли һүҙ сәнғәте – Мәскәүҙә– Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылында милли әҙәбиәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар йүнәлтелде. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып “Рәсәй халыҡтарының замана әҙәбиәте”нең шиғриәт антологияһы донъя күрҙе. Яңыраҡ баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда йыл һайын уҙғарыла торған китап фестивалендә үҙенсәлекле баҫманың исем туйы үтте. Һәр милләт әҙибенең үҙ халҡы араһындағы оло абруйы булыуын иҫтә тотҡанда, был күренеш Рәсәйҙең именлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн дә оло әһәмиәткә эйә, тип билдәләп үткем килә.
Фестиваль Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәткә, китап нәшер итеүгә һәм уны уҡыуға дәүләт ярҙамы ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Нарышкиндың һәм “Роспечать” етәксеһе Михаил Сеславинскийҙың тантаналы тәбрикләүҙәре менән асылды. Ә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев үҙенең блогында уҡыусы­ларҙы китап фестивалендә ҡатнашыуға әйҙәне.
Күҙ алдына килтерәһегеҙме Ҡыҙыл майҙандағы шиғриәт байрамын? Был бит ҙур ваҡиға! Ҙур сәхнәнән һәр шағир үҙ телендә Александр Пушкиндың “Һәйкәл” шиғырын яңғыратты. Быуаттар буйына, бигерәк тә Совет заманында һыналған ҡиммәттәребеҙгә кире ҡайтыуыбыҙ – тетрәндергес тантана. Заманыбыҙҙың күренекле шағирҙарының береһе Евгений Евтушенко: “Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы – бер тамырҙан”, – тигәйне. Бөйөк Еңеү хаҡына төрлө милләт яугирҙәре ҡан ҡойған, төрлө милләт әҙиптәре иһә ҡәләме менән ошо көндө яҡынайтҡан. Интернационализм бөгөн дә иң юғары ҡаҙаныш булып ҡала. Ә әҙәбиәт һәр саҡ халыҡтарҙы яҡынайта, туғанлаш­тыра. Беҙ, яҙыусылар, һәр саҡ әҙәбиәттең баһаһын күтәреү хаҡында уйларға тейешбеҙ, ошо маҡсатҡа булышлыҡ күрһәтергә бурыслыбыҙ.
Китапты туплағанда шундай талап ҡуйылды: төрлө быуын вәкилдәренең һуңғы 20 йыл эсендә ижад ителгән әҫәрҙәре индерелергә тейеш. Йыйынтыҡ 57 телдә ижад иткән 229 авторҙың һәм 142 тәржемәсенең эшен туплаған. Ил башлығы Владимир Путин­дың китапҡа баш һүҙендә: “Ҡәҙерле уҡыусылар! Беҙ тарихыбыҙ һәм күп милләтле әҙәбиәтебеҙ традициялары менән ғорурланабыҙ. Ғабдулла Туҡайҙың, Мостай Кәримдең, Рәсүл Ғамзатовтың, Фазу Әлиеваның һәм башҡа күренекле шағир һәм яҙыусыларҙың исеме Рәсәйҙә генә түгел, ә алыҫ тарафтарҙа ла билдәле. Уларҙың әҫәрҙәре – лайыҡлы рәүештә беҙҙең дөйөм, ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ҡомартҡыбыҙ. Үҙҙәренең илһамлы ижады, бөтә ғүмерҙәре менән улар тыныслыҡ идеалдарын, гуманизмды һәм ғәҙеллекте, һөйөклө Ватандың бөйөк ҡиммәттәрен, илдең бөтә халыҡ­тарының быуаттар дауамында туп­ла­ған үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡ­лауҙы раҫланы”, – тип әйтеүе күп нәмә хаҡында һөй­ләй.
Башҡортостан исеменән был сарала шағирә Зөлфиә Ханнанова сығыш яһаны. Ул милли кейемдә бик матур итеп туған телебеҙ моңон еткерҙе. Һуңынан бәләкәй сәхнәлә һәр шағир туған телендә һәм урыҫса берәр шиғыр уҡыны.
Был тантаналы көн Федераль редакция советы ултырышы менән тамамланды. Унда тағы ла ағымдағы йылда проза, балалар әҙәбиәте буйынса антологиялар донъя күрәсәге хаҡында әйтеп кителде.
Тәржемәселәр әҙерләү буйынса ла һүҙ барҙы ултырышта. Май аҙағында беҙҙә уҙғарылған конкурста еңгән биш йәш кешегә сертификат тапшырылғайны. Ошо балалар Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырһа, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының тәржемә бүлеге студенты булып китәсәк. Уларға уңыштар теләйек, сөнки киләсәктә тәржемә эше тап уларҙың иңенә ятасаҡ.
“Туған китап” (“Родная книга”) тип атал­ған проект та Рәсәйҙә йәнле рәүештә үҙ эшен башлаған. Дағстан, Яҡут (Саха) республикалары үткәргән дә инде ул сараны.
Милли һүҙ сәнғәте – МәскәүҙәРәсәй Федерацияһында әҙәбиәтте, китап сығарыуҙы һәм уҡыуҙы ҡеүәтләү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Нарышкиндың милли әҙәбиәттең өлгөлө әҫәрҙәрен уҡыу әсбаптарына индерергә тигән тәҡдиме лә бар. Тимәк, әле халҡыбыҙ әҙәбиәте өсөн эшләйһе эштәр етерлек.
19 – 25 июлдә Ҡырымда Йәштәр форумында 30 йәшкә тиклемге ижадсылар өсөн хәҙерге милли әҙәбиәттәрҙе дәүләт яҡлауы программаһы эсендә уҙасаҡ ижад мәктә­бендә ҡатнашыу ойошторола. Унда ла беҙҙекеләр ҡатнашасаҡ.

Л. СИТДИҠОВА.



Япраҡ яуғанда


Көҙгө урман. Шундай сыуаҡ миҙгел.
Япраҡ яуа. Яуа талғын ғына.
Йәмен ҡойған ғәмһеҙ ағастарға
Ҡараным да уйға талдым бына.

Әлегәсә шикһеҙ асыу ине
Көндөң, айҙың, йылдың
һәр бер мәле.
Мин күргәнсә, мин тигәнсә ине
Барлыҡ заттың хәле, хәл-әхүәле.

Тәбиғәткә үҙем йән өрәм тип,
Баҙнат иттем ниҙәр эшләмәгә:
Ҡайындарға мин ҡайғымды таҡтым,
Шатлығымды һиптем шишмәләргә.

Елдең юлын бүлеп, юл өйрәттем,
Зәңгәр сер өҫтәнем һауаларға,
“Ныҡ тороғоҙ! Сабыр булығыҙ”, – тип
Аҡыл бирҙем хатта ҡаяларға.

…Кескәй генә бер һары түш турғай
Пыр-пыр осоп ҡунды йәнәшәмә.
Мохтаж микән ошо ҡош балаһы
Минең кәйеф, минең кәңәшемә?

Шишмәләргә ниңә минең шатлыҡ?
Ҡайындарға ниңә минең ғәмем?
Бынан ары был донъяның йәмен
Булғанынса ҡабул ит һин, йәнем.

Көҙгө урман. Шундай сыуаҡ миҙгел,
Япраҡ яуа. Яуа талғын ғына.
Миңә баҡҡан һары түш турғайға
Ҡарап тороп фәһем алдым бына…

Мостай КӘРИМ.

Иң беренсе мөғжизә


Мөғжизәләр күрҙем был донъяла,
Уларҙың кем белгән һандарын?
Хайран итә мине, таң ҡалдыра
Күпме кисем, күпме таңдарым.

Ете генә мөғжизә бар, имеш,
Бар тарихта! –
Аҡыл еткеһеҙ…
Башҡортостан! Тик үҙендә генә
Мөғжизәләр һанап бөткөһөҙ.

Бихисаптыр ерҙең хикмәттәре –
Беренсеһе миңә шул булыр:
Туған телем мөғжизәһе генә
Тормошомдо йәмгә тултырыр.

Туған телем тәүге мөғжизә бит
Миңә генә түгел, ил өсөн,
Беренсеһеҙ булмай икенсеһе,
Беренсеһеҙ булмай меңенсе.

Телем бөтһә, ерем йәме бөтөр,
Мәғәнәһе ҡалмаҫ ғүмерҙең.
Берҙән-берем, йәнем –
Туған телем –
Иң ҙур мөғжизәһе был ерҙең.

Һинһеҙ йәшәү булырмы ни йәшәү?
Оҡшармы ни яҙым яҙыма?
Һәр бер өнөң, һүҙең, бөтә моңоң
Минең өсөн иң ҙур хазина.

Туған телһеҙ ниндәй бәхет ҡалыр?
Һүнер төҫтәр, тыныр бар көйҙәр.
Туған телем,
Минең өсөн тик һин
Ерҙә иң беренсе мөғжизә!


Рауил БИКБАЕВ.

***


Өнһөҙ күк тауҙар. Офоҡтар уйсан.
Тып-тын бәүелә серле аҡ томан.
Ҡарап тора Ер ҡырыҫ, һынаулы –
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан…

Аҙмы ғүмерҙәр дауылдай уҙған,
Аҙмы һыу аҡҡан һулҡылдап бынан!
Утҡа ингән Ер, дошманға текләп
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан…

О, һалдат әсәм! О, бөйөк әсәм!
Беҙ бер үк, бер үк – көн өсөн тыуған.
Осалар уйҙар – аҡ күгәрсендәр –
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан…

Тик тағы дошман мылтығын ҡорған,
Ал ҡанға буялырмы таң?
Уйсан һәм ҡырыҫ Ер текләй шуға
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан…

Рәшит НАЗАР.

Умырзаялар


Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Күк йондоҙҙар төҫлө һибелделәр
Ғәзиз илкәйҙәрен һаҡларға.

Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Ҡалҡан булып дошман юлын киҫте
Кескәй сәскә, нескә һабаҡтар.

Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Үҫмер генә ғүмерҙәрен өҙгән
Батырҙар тик ҡайтмай ҡабаттан.

Умырзая кеүек ине улар:
Яуға киткән йәп-йәш һалдаттар.
Иҫкә генә беҙҙе алығыҙ, тип,
Һәр яҙ сәскә ата һымаҡтар.


Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

Таш ҡатын


Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ­тының ишеге алдында урынлаштырылған таш менгерҙе күргәс…

Күҙҙәремә ҡапыл салындың да
Тыныслыҡты минең ҡаҡшаттың,
Сырайҙарың үтә таныш һымаҡ,
Кемдең һыны һиндә, Таш-ҡатын?!

Һәйкәл итеп тергеҙерлек булғас,
Ябай булмағандыр асылың,
Йөрәгемә ҡеүәт өҫтәй кеүек
Саҡма таштан ғына хасил һын.
Тәрән мөхәббәтен белгерттеме
Һәйкәлеңде уйған уҙаман?
Килер быуындарҙы уйға һалып
Торғаныңа инде ни заман?!

Һине Аллаһ күреп бер осорҙа
Табындымы әллә мәжүси?
Ҡайғыларҙан ташҡа әйләндеңме,
Йөрәгеңде өттө кем үсе?

Тораташҡа әйләнерлек итеп
Рәнйетте һуң һине, әйт, кемдәр?
Хәйер, күпме генә ялынһам да,
Өндәшмәҫһең, беләм, таш менгер.

Мин кем инде һинең алдарыңда,
Ә шулай ҙа һының бик яҡын,
Сал быуаттар аша икебеҙҙе
Ниҙер бәйләй кеүек, Таш-ҡатын!

Тик бер генә ымың етер миңә,
Таш булһаң да, эшлә ишара!
Күңелем бит һинең менән бергә
Яуға сапҡанына ышана.

Сырайҙарың таныш…
Йәндә һағыш…
Күтәрергә уны көс етмәй,
Эй, ҡатын-ҡыҙ, ҡайһы быуаттарҙа
Йәшәгәнең булды интекмәй?!

Һинең һынды оло сабырлыҡтың
Һәйкәленә хатта оҡшаттым.
Ни булһа ла йәнгә ғәзизһең һин,
Ҡәҙерлеһең миңә, Таш-ҡатын!


Зөлфиә ХАННАНОВА.


Вернуться назад