Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы булған ағас һәм ҡыл ҡумыҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында һаҡланып ҡалыуы менән билдәле. Ә донъяға уны Мәсетле районы танытты тиергә лә мөмкин.Мәҫәлән, бер арауыҡта юғалған музыка ҡоралы булып һаналған ағас ҡумыҙҙың өлгөһө лә ошо районда табылған тип иҫәпләнә. Оҙонлоғо – 17, киңлеге 1,5–2 сантиметр, ҡалынлығы ике миллиметр булған яҫы ҡаты ағас киҫәгенән ябай ғына төҙөлөшлө музыка ҡоралын Ғүмәр ауылында йәшәгән Кәфиә Ғарипова һаҡлап ҡалған була.
Ә төбәктең арҙаҡлы улы Роберт Заһретдинов тырышлығы менән 2007 йылда ҡумыҙҙа уйнаусылар һәм өҙләүселәрҙең республика фестивале үткәрелә башлай. Ике йылдан был бәйге төбәк-ара кимәленә сыға. Унда Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Кемерово өлкәләренән, Яҡут һәм Тыва республикаларынан өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Улар шулай уҡ райондың төрлө ауылдарында ла сығыш яһай.
Ләкин музыка ҡоралын танытыу бының менән генә тамамланмай. 2010 йылда Роберт Заһретдинов йәнә бер бүләк яһай – районда ҡумыҙ музейы асыла. Хәҙер ул Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына инә. Халыҡ ҡарамағына унда бай тупланма йыйылған. Был йәһәттән 65 төрлө ҡумыҙҙы һәм башҡа халыҡтарҙың уға оҡшаш музыка ҡоралдарын теләгән берәү ҡарай ала. Шулай уҡ унда ҡумыҙҙың тарихына ҡағылышлы ике йөҙләп экспонат һаҡлана. Улар араһына аудио-, видеокассеталар, дисктар, фотоһүрәттәр, методик һәм ғилми әҙәбиәт инә. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡортостанда был берҙән-бер Ҡумыҙ музейы.
Ошо районда тыуып үҫкән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та ҡумыҙҙы танытыу эшен әүҙем алып бара. “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән исемен дә бит тик ятып ҡына яуламаған ул. Халыҡ-ара фестиваль һәм бәйгеләрҙә ҡатнаша, төрлө өлкәләрҙә концерт, лекциялар менән сығыш яһай, балалар фольклор төркөмдәре ойоштора.