Һыуы ла, һауаһы ла шифалы09.06.2017
Һыуы ла, һауаһы ла шифалыМәсетле шифаханаһына барып инһәң, кешеләрҙең көләс йөҙҙәре ҡаршы ала.
Ә тирә-йүне йәшеллеккә күмелгән, төрлө-төрлө сәскәләр менән семәрләнгән. Әгәр эскә үтһәң, заманса йыһазландырылған айырым бер әкиәти донъяға эләгәһең. Унда ингән кеше сирҙәренән дауаланып, һаулығын нығытып сыға. Анау шифалы ваннаға ятһаң, һыуы ғына ла барлыҡ арыуыңды йыуып алыр...
Баҡһаң, шифахананың дауалау тәьҫире, ғилми тикшере­неүҙәр күрһәтеүенсә, юғары кимәлдә һәм ауырыуҙың киҫкен­ләшеүен алты тапҡырға кәметә икән. Бында кешеләр тын алыу юлдарының хроник ауырыу­ҙарынан – хроник бронхиттан, респираторлы аллергоздан, бронхиаль астманан, үпкәгә ҡағылышлы сирҙәрҙән дауа­ланырға килә. Йылына яҡынса өс мең бала һәм ата-әсә һау­лығын нығыта. Улар өсөн 20 дауаланыу кабинетында 25 төрлө процедура үткәрелә.
Дарыуһыҙ ғына дауаланыу­ҙың бер төрө – галотерапия ла бар унда. Тоҙ шахтаһының таҙа һауаһы тын юлы ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн алмаштырғыһыҙ. Шифалы физкультура залында иһә бронхиаль астма менән сирләгәндәр Бутейко алымы буйынса тын алыуҙы яйға һалырға өйрәнә. Әйткәндәй, был шифахана спелеотерапия – дауаланыуҙа мәмерйәнең микроклиматын ҡулланыу менән дан тота.

Бында килгән кешеләр шулай уҡ шифалы ваннаны, Шарко душын ҡуллана. Һуңғыһы иһә мус­кулдарҙың талсығыуын бөтө­рә, иммунитетты күтәрә. Дауа­лауҙа йәнә гипотерапия, ингаляция, массаж, физиотерапия, аэрофитотерапия тәҡдим ителә. Энә, һөлөк менән дә сирҙе ҡыуалар. “Балаларға бигерәк тә фитобар оҡшай, үләндәрҙән яһалған төнәтмәләрҙе кинәнеп эсәләр”, – ти урындағы табиптар.
Бөгөн унда Альберт Әбхәли­мов етәкселегендә белемле, профессиональ белгестәр эшләй. Араларында атҡаҙанған табип, һаулыҡ һаҡлау отличниктары ла бар. Ләкин булған заманалар – табиптар етешмә­гән. Мәҫәлән, 1985–2001 йылдарҙа Римма Ғәлимова үҙе генә эшләгән булған. Һәр заезд һайын йөҙ баланы ҡабул иткән. Шунда ла уның эшенә бер кем дә зарлана алмаған.
Тарих төпкөлөнә китә баш­лаһаң, бөгөн гөрләп эшләгән шифахананың башланғысы дәһ­шәтле һуғыш осорона барып тоташа... Ҡасандыр, әле Ватанды яҡлап яуҙар барған мәлдә, бер төпкөл генә ерҙә Ленинградтан эвакуацияланған балаларҙы ҡаршыларға әҙерләнгәндәр. Шулай итеп 1944 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Наркомздравы приказы менән балалар шифаханаһы барлыҡҡа килә. Урыны ҡала шау-шыуынан алыҫта, Ыҡ йылғаһының ярын­дағы ҡарағайлыҡта һайлана.
Һыуы ла, һауаһы ла шифалыҺуғыш барған яҡтарҙан килгән балаларға был ер әкиәт донъя­һылай тойола. Йөҙҙәре лә бал­ҡып китә. Ленинград балалары шунда тәүге тапҡыр ҡымыҙ тәмләп ҡарай. Нәҡ шул ваҡыттан балаларҙың һаулығын нығытыу өлкәһендә ҙур аҙым яһала ла инде.
Ә һуғыш үткәс, йәнә бер афәт ҡалҡа. 1946 йылдың декабрендә шифахана хеҙмәткәрҙәре ауылдар буйлап йөрөп, аслыҡтан хәлһеҙләнгән балаларҙы йыя башлай. Урындағы колхоз менән килешеп, аҙыҡ-түлеген дә хәстәр­ләйҙәр, өҫтәп, шифахана үҙе лә кәзә, һыйыр малын аҫрай башлай. Хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ арыш, бойҙай, бәрәңгеһен дә үҙҙәре сәсә. Бының өсөн, әлбиттә, ер бүленгән була. Унан тағы төнгө дежурҙан һуң бесән сабалар, ошо бәләкәй генә хужалыҡ­тарында тир түгәләр. Һәр кеше йәйгелек эш ваҡы­тынан тыш йәнә егерме көн эшләргә тейеш була. Коллек­тивтың ошо тырышлығы әллә күпме баланы аслыҡ йылдары­ның касафатынан аралап ҡала ла инде...
Һыуы ла, һауаһы ла шифалыШифахана яйлап үҫешә башлай. Ике ҡатлы итеп төҙөлә, яңы биналары ҡалҡа. Ата-әсәләре менән балалар дауаланһын өсөн яңынан-яңы уңайлы шарттар тыу­ҙырыла. Һәм бөгөн килеп, йоҡо бүлмәләре, ашханаһы ла заманса итеп эшләнгән. Хәҙер унда йәйгелеген көнөнә – алты, башҡа миҙгелдәрҙә биш тапҡыр туҡ­ландыралар. Йәнә китапхана, балалар һәм спорт залдары, уйын бүлмәһе лә бар. Шифа­хананың үҫеш юлдары иһә махсус музейҙарында теркәлгән.
Хеҙмәткәрҙәр дауалауҙан тыш шулай уҡ уҡытыу һәм тәрбиә эшен дә алып бара. Тәрбиәселәр: “Ҡаланың ығы-зығыһынан һуң балалар бында тәбиғәт менән яҡын бәйләнешкә инә”, – тип билдәләй. Саф һауала үткәрелгән футбол, волейбол кеүек уйын­дарҙан тыш, йырҙар ҙа өйрәнә, концерт та әҙерләй кескәйҙәр.
Һәр береһенең тырыш­лығында шулай үҫешә был шифахана. Төрлө форумдарҙа ҡатнашып, урындар ҙа яулайҙар. Мәҫәлән, 2008 йылда “Бөтә Рәсәй почет китабы”ның реестрына инәләр. Ә 2011 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы курорттары” милли конкурсында “Иң яҡшы шифахана” исемен алалар.
Һыуы ла, һауаһы ла шифалы
Әнис ӘСӘҘУЛЛИН, Мәсетле районы хакимиәте башлығы:
– Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан райо­ныбыҙ 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны – 1 557 квадрат метр. Унда 61 ауыл биләмәһе бар. Халыҡ һаны – 23 726 кеше. Башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа милләттәр татыу көн күрә.
Район бигерәк тә “Ҡарағай”, Ата-әсәләр һәм балалар өсөн булған шифаханалары менән танылыу алды. Хакимиәт етәкселеге лә халыҡтың һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән район үҙәк дауаханаһы, өс ауыл дауаханаһы, 26 фельдшер-акушер пункты бар.
Шулай уҡ районда 12 ауыл хужалығы предприятиеһы, 173 крәҫтиән (фермер) һәм ете меңдән ашыу шәхси хужалыҡ бар. Төп эшмәкәрлек һөт, ит һәм бойҙай етештереүгә – малсылыҡ менән үҫемлекселеккә йүнәлтелгән.
Төбәктә 24 мәктәп һәм 25 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы, йәнә ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй.
Рухиәткә лә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән 40 мәҙәниәт йорто­ноң, 27 китапхананың һәм балалар сәнғәт мәктәбенең ишектәре асыҡ. Шулай уҡ һигеҙ коллективҡа “халыҡ” исеме бирелеүен дә билдәләп үтергә кәрәк. Улар халыҡ-ара, Рәсәй һәм Республика кимәлендәге бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай. Әлеге мәлдә барған “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең дә беҙҙең төбәк аша үтеүе – ҡаҙаныш­тарыбыҙҙың бер күрһәткесе.



Вернуться назад