Боронғолоҡҡа ҡул һуҙмаһындар ине...09.06.2017
Боронғолоҡҡа ҡул һуҙмаһындар ине...Бөрйән районының Морат туғайында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһына арналған халыҡ-ара симпозиум үтте. Сара уникаль археологик һәйкәл дә, боронғо һынлы сәнғәт өлгөһө лә булған мәмерйәне һаҡлап ҡалыу, уны музейға әйләндереү һәм популярлаштырған йәһәтенән уҙғарылды.
Симпозиумда Мәскәүҙән генә түгел, боронғо археологик ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ҡыҙыҡһынған, мәмерйәгә төшөрөлгән һынлы сәнғәтте реставрациялау буйынса халыҡ-ара белгес, Андорра кенәзлегенең Андорра-ла-Велья ҡалаһынан килгән Эудаль Гийамет, Францияның Монтиньяк ҡалаһынан боронғолоҡ музейының ғилми хеҙмәткәре Ален Далис, Пон-д‘Арк мәмерйә-музейының ғилми хеҙмәткәре, мәҙәни проекттарҙы яҡлау буйынса белгес Давид Хугат ҡатнашты.
Улар үҙҙәренең сығышында ҡая-ташҡа төшөрөлгән һынлы сәнғәтте музей өлгөһөнә әйләндереү, уларҙы реставрациялау һәм консервациялау, тарихи-мәҙәни ҡомартҡыны һаҡлау йәһәтенән мәмерйәнең макетын эшләү һәм уның стеналарындағы яҙыуҙарҙы репродукциялау, боронғо кешеләрҙең һүрәттәрен һаҡлау өсөн карстлы урынды микроклиматлау буйынса һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты.
Ә инде күп йылдар өйрәнелеп килгән был мәмерйәләге халыҡ-ара экспедиция 26 июнгә тиклем үҙ эшен дауам итәсәк. Улар әлегә Шүлгәнташтың эсенә XXI быуат “һомо сапиенс”тары төшөргән, йәғни үҙҙәренең исемдәрен сыйып яҙып мәңгеләштергән быуындың заманса граффитиҙарын юйыу өҫтөндә эшләй.
Экспедицияны Эудаль Гийамет етәкләй. Ул инде быға тиклем ЮНЕСКО-ның донъяуи ҡомартҡылары иҫәбендәге Ласко, Шове, Руфиньяк, Арси-сюр-Кюр, Альби соборындағы (Франция), Суэва дель Пендо, Куэва дела Вирхен (Испания), Академия ди Спаньа (Рим), Кики һәм Нефертити ҡәберлектәрендәге (Египет) заманса ҡултамғаларҙы юйыу эшен башҡарған. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге яҙыуҙарҙы юҡҡа сығарыуҙа уға урындағы ғилми хеҙмәткәрҙәр, реставратор-белгестәр ярҙам итә.


Вернуться назад