Өфөлә барған халыҡ-ара экология форумында Рәсәйҙәге беренсе геопарк Башҡортостандың Салауат районы биләмәһендә, “Янған-тау” шифаханаһы нигеҙендә ҡороласаҡ тигән фекергә килде ҡатнашыусылар. Ошо көндәрҙә иһә бер төркөм белгестәр, улар иҫәбендә ЮНЕСКО вәкилдәре, Янғантауҙы барып күрҙе. Ә Өфөлә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутаттар һәм форумда ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды.
Геопарк булдырыу тураһында килешелде лә ул, тик Рәсәйҙә закон нигеҙендә был төшөнсәнең нығытылмауы асыҡланды. Ә ЮНЕСКО талаптарына ярашлы, биләмәне яҡлаған закондың булыуы мөһим. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары геопарк тураһында закон проекты тәҡдим итте лә инде.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова закон проектын тәҡдим итте. Ҡыҙыу бәхәс башланды, эшлекле тәҡдимдәр иҫәпкә алынды. Артабан закон проекты Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына, Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.
– ЮНЕСКО-ның геопарк асырға теләгән һәр төбәккә ҡуйылған үҙ талаптары бар. Шуларҙың береһе – геопарк тигән төшөнсәнең ҡанун менән нығытылып ҡуйыуы. Беҙҙең депутаттар быға тиклем дә осрашып, әлеге мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләне. Халыҡ-ара экология форумында был закон проектын тәҡдим иттем, бөгөн дә эшлекле тәҡдимдәр менән уны тулыландырырбыҙ тип уйлайым. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған 14 депутат бар, артабан уларҙың көсөнә һәм ярҙамына ышанабыҙ. Илдәге беренсе геопарктың асылыуы һәм уға нигеҙ һалған закондың тап беҙҙең төбәктән сығыуы тарихҡа яҙылыр ине, – тине Руфина Алик ҡыҙы.
Рәсәйҙә геопарк булдырыу тәҡдиме яңғырағас та, ЮНЕСКО белгестәренең Башҡортостанды тәҡдим итеүе оло мәртәбә. Геопарк асыу өсөн нигеҙ булып торған урындар бихисап беҙҙә: Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, шихандар...