Гөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры:– “Башҡортостан” (унан алдағы исеме “Совет Башҡортостаны”) гәзите ғүмеремдең балҡып торған нуры, яҡындарҙан-яҡын уҡытыусы-тәрбиәсем, серҙәш ду- ҫым, үҙемде белә башлағандан алып минең яҙмышымда ул. Тәүҙә гәзиттәге ҙурыраҡ хәрефтәрҙе танырға, аҙаҡ ҡушып уҡырға өйрәндем. Һәр өйгә көтөп алған ҡунаҡ булып килеп торҙо гәзитебеҙ. Үҫә килә, аң-зиһен офоҡтарымды киңәйтергә ярҙам итте. Башҡортостаныбыҙҙағы хәл-ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмышлы кешеләр, дан ғаиләләр, алдынғы хеҙмәт коллективтары, мәҙәниәт, фән, сәнәғәт яңылыҡтары, сәнғәт оҫталары менән таныштырҙы. Уның матурлыҡ, изгелек, хаҡлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ.
Әҙәбиәткә, журналистикаға ҡыҙыҡһыныу уятҡан, унда үҙемдең дә ҡатнашыу теләгемә фатиха биргән әйҙәүсем дә – ошо гәзитебеҙ. Уҙған быуаттың 60-сы йылдар уртаһынан алып уның биттәрендә күпме шиғри шәлкемдәрем, мәҡәләләрем донъя күрҙе. Ижади тормошома арналған күпме әңгәмәләр, очерктар баҫылып сыҡты. Ярты быуатҡа яҡын дауам иткән журналислыҡ хеҙмәтем дә тап ошонда, “Башҡортостан”да, башланды бит. Хаҡлы ялда булһам да Матбуғат йорто – минең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын урын. Әле булһа “Башҡортостан”дың әүҙем авторымын, шуға ҡыуанам.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Башҡортостан” гәзите аша бөгөн дә Башҡортостаныбыҙҙың йөрәге тибешен, заман һулышын тоябыҙ. Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – халҡыбыҙ өсөн йәшәү ориентиры ла, аҡыл-зиһен, илһөйәрлек, намыҫлылыҡ, әҙәплелек хис-тойғоларын дөрләтеп ебәргән илаһи үҫеш сығанағы ла. Гәзиттең ниндәйҙер һанын уҡый алмай ҡалынһа, нимәлер етмәгән һымаҡ, күңел боша башлай. “Башҡортостан” аша үҙебеҙҙең район-ҡалаларыбыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙә, Мәскәүҙә, донъяла барған хәл-ваҡиғалар, сәйәсәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙәге яңылыҡтар менән танышабыҙ, тарих төпкөлдәренә сәйәхәт ҡылабыҙ. “Башҡортостан” – туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итеүсе, бөйөк һәм күренекле шәхестәребеҙҙе күтәреүсе, иң алдынғы, иң шәп тормош хеҙмәт тәжрибәләре менән уртаҡлашыусы, милләтебеҙҙең рухи үҫешендә ҙур роль уйнаусы, алмаштырғыһыҙ рухи сығанағыбыҙ ул.
“Башҡортостан”ыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек, йәмәғәт! Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, йәшәтәйек уны. Хәҙерге көрсөк осоронда республика баҫмалары өсөн дә еңел түгел. Тираждарҙың кәмеүе йөрәкте һыҙлата. Бер ниндәй Интернет та, телеви- дение ла рәхәтләнеп, яйлап, үҙең теләгән ваҡытта, үҙеңә уңайлы урында ҡыштырлатып гәзит-журнал уҡыуҙы алмаштыра алмай. Хаҡы ла, заманына ҡарап, әллә ҡайҙа китмәгән: ярты йыллыҡҡа яҙылыу бәләкәйерәк табын ҡороуҙан да күпкә осһоҙораҡ бит. Өй тулы ҡиммәтле йыһаз, ғаиләләрҙә бер генә түгел, хатта ике-өс машина булыуы һәйбәт күренеш, әлбиттә. Тик уларҙың хужаларына рухи аҙыҡ та кәрәк бит. Яңы килгән гәзитте тотоп, унда ниҙер яҙылғанын уҡыр өсөн өйгә ашығыу үҙе үк күңелгә күпме ҡыуаныс бирә.
Башҡортостан – халҡыбыҙ өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле, иң ғәзиз төшөнсә. Был изге һүҙ – республикабыҙҙың һәм милләтебеҙҙең төп рухи сығанағы булған гәзитебеҙҙең дә исеме. Ә инде уларҙы һәр саҡ бар итеү һәм дан итеү – һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы.