Бикреләр ғаиләһенә ҡараған ҡырпа (белуга) – сөсө һыуҙағы иң ҙур балыҡ. Оҙонлоғо – туғыҙ метрға, ауырлығы ике мең килограмға етә. Әле 200 килограмдан артмай. 1827 йылда Волга тамағында 1,5 тонналыҡ ҡырпа тоталар. 1922 йылда Каспий диңгеҙендә эләккәненең ауырлығы – 1224 килограмм, шул иҫәптән кәүҙәһе – 667, башы – 288, ыуылдырығы – 146,5 килограмм. Ике йылдан һуң шул уҡ Каспийҙа тотолғанынан 246 килограмм ыуылдырыҡ алынған.
Улар ыуылдырыҡ сәсергә урын һәм ризыҡ эҙләп бик оҙон юл үтә. Тоҙло һыуҙа ла, сөсө һыуҙа ла йәшәйҙәр. Сөсө һыуҙа ғына үрсейҙәр. Ҙурайып, ыуылдырыҡ сәсеү өсөн тиҫтәләрсә йыл талап ителә. Ыуылдырыҡ сәсергә яҙ йылғаға инеүҙән тыш, ҡайһы берҙәре көҙ ҙә ҡышларға килә.
Балыҡ ҡына түгел, шулай уҡ моллюск, селәүсен, бөжәк менән дә туҡланалар. Диңгеҙҙә, нигеҙҙә, балыҡ ашайҙар. Каспийҙағы ҡырпаның ашҡаҙанынан хатта тарҡала башлаған тюлень балалары ла килеп сыҡҡан.
Оҙон ғүмерлеләр, йөҙ йәшкәсә етәләр. Тымыҡ океан һөмбаштарынан айырмалы, ыуылдырыҡ сәскәс үлмәйҙәр, күп тапҡыр үрсем бирергә һәләтлеләр. Ыуылдырыҡ һалғас, кире диңгеҙгә йөҙәләр.
Ҡырпа Европалағы, Азиялағы һәм Төньяҡ Америкалағы йылғаларҙа һәм диңгеҙҙәрҙә таралған. Донъяла егерменән ашыу төрө бар. Дунайҙа һәм Ҡара диңгеҙҙә үҙ ваҡытында ҡырпаның алты төрө булған. Әле бер төрө тулыһынса юғалған, ҡалғандарына ла хәүеф янай.