Алабуғаны, шулай уҡ шырт балыҡты (ёрш) тәңкәләрҙән арындырыу – мәшәҡәтле, ялҡытҡыс эш. Тәңкәләр айырылмай теңкәгә тейеүе генә етмәгән, өҫтәүенә балыҡ ҡулдан шыуып тик тора.Эште еңеләйтеү юлы бармы? Әлбиттә! Бының өсөн ни бары йәшелсә ҡырғыс, сәнске, таҡта кәрәк. Тәңкәләрҙе таҙартҡанда, ҡамасауламаһын өсөн, ҡырғыстың мөйөштәрен түңәрәкләп ҡырҡып сығабыҙ. Сәнскене осланғансы үткерләйбеҙ. Таҡтаға сәнске ҙурлығында тишектәр тишәбеҙ. Әҙерлек эштәре ошоноң менән тамам.
Эшкә тотонабыҙ. Алабуғаны таҡтаға һалып, ҡойроғона сәнске ҡаҙайбыҙ. Балыҡ урынынан күсмәһен өсөн сәнскене тотабыҙ, ҡырғыстың ҡалҡыу яғы менән тәңкәләрҙе таҙартабыҙ. Ҡабырғаларҙағы йөҙгөстәрҙе ҡырҡып ташларға ла була. Бер яғын таҙартып бөткәс, икенсе яғын әйләндереп һалабыҙ.
Еңел дә, тиҙ ҙә. Эсен алаһы ғына ҡала.