Хужабикәләр һынған ҡалаҡ-сәнскене ташлауҙы хуп күрә. Ә беҙ бөгөн ошо кәрәкһеҙ тип табылған әйберҙәрҙән йылтырма эшләргә өйрәтәсәкбеҙ. Был бер ҙә ҡыйын түгел, биш минутта яһарға була.Ҡалаҡтың башын ике яҡтан да тишеп, ситтәрен игәү менән тигеҙләйбеҙ ҙә дүңгәләктәр индерәбеҙ, шунан өйөрөлтмәле ҡыҫҡа сынйырҙар тағабыҙ. Ҡалаҡтың эс яғына ике йәки өс асалы ырғаҡ ҡуябыҙ, икенсе яғына 20 – 30 сантиметр оҙонлоғонда металл сым беркетәбеҙ. Ошо сымға төп ҡармаҡ ебен тағырға ғына ҡала.
Ә һынған һапты ни эшләтергә? Унан да йылтырма матур килеп сыға. Ике осон тишкәс, нәҙек яғын төп епкә эләктерергә, ә яҫыһына ике-өс асалы ырғаҡ тағырға ғына ҡала. Ҡалаҡ һабының баш яғына тишкес ярҙамында “күҙҙәр”, игәү менән балыҡ тәңкәләренә оҡшатып “һырҙар” яһарға мөмкин.
Үҙемдә 20 йыл самаһы элек ҡулдан эшләп алған йылтырма һаман йөрөй. Әлбиттә, йәштәр уны магазиндан һатып алыуға өҫтөнлөк бирәлер. Ә өлкән быуын вәкилдәре нисек тә булһа ҡулдан эшләүҙе хуп күрә.