Кәтүктең ҡайһыһы йәтеш?23.05.2017
Кәтүктең ҡайһыһы йәтеш? Кәтүктәрҙе борон ҡармаҡ ебен урап ҡуйыу өсөн генә уйлап сығарғандар. Һуңынан уның балыҡты һыуҙан сығарғанда уңайлы икәнен төшөнгәндәр. Хәҙер инде төрлөләре ҡулланыла.
Тышҡы күренеше яғынан кәтүктәр өс төрлө була: инерциялы, инерцияһыҙ һәм мультипликаторлы. Тәүгеләре ябай ҙа, осһоҙ ҙа, ләкин уларҙың күбеһендә туҡтатыу механизмы юҡ, ҡармаҡты һыуға ырғытҡан мәлдә бармағың менән тоторға кәрәк, юғиһә кәтүктәге ебең буталып бөтәсәк. Тағы бер етешһеҙлеге шунда: барабанды нығытҡан гайканың ысҡынып төшөүе бар. Шуның өсөн шайба өҫтәп һалырға кәрәк. Кәтүктәрҙең металдан, пластмассанан һәм дюралдән булыуы мөмкин. Һатып алғанда иғтибарлы, абай булырға кәрәк. Ҡармаҡты һыуға ташлағас та, кәтүк инерция ярҙамында өйөрөлөүен дауам итә, шуның өсөн дә инерциялы тип атала.
Ә иң киң ҡулланылғаны һәм универсаль һаналғаны, моғайын, инерцияһыҙ кәтүктер. Ҡармаҡты алыҫҡа ташлағанда ла уның барабаны өйрөлмәй, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ еп кенә сыбатыла. Тик үҙен һәр ваҡыт майлап, таҙартып торорға кәрәк – миҙгелдә кәмендә ике тапҡыр.
Сүре (еп урау өсөн барабан) кәтүктең ҙурлығына бәйле. Унда кәмендә 150 метр еп уралһа, яҡшы була. Ҙур балыҡты сығарыу өсөн айырыуса күп талап ителә. Сүрегә нисә метр еп урарға мөмкин, шул һан тышына яҙылған булырға тейеш. Мәҫәлән, 0,15-200. Был 0,15 миллиметр епте 200 метр урарға мөмкин тигәнде аңлата.
Икенсе мөһим өлөш – фрикцион. Ул – көйләнә торған тормоз, алдан йәки арттан урынлаштырыла. Ҙур балыҡтарҙы сығарғанда айырыуса уңайлы. Бушағыраҡ булһа, ҡармаҡ ебе өҙөлмәйәсәк.
Шулай ҙа иң ышаныслыһы, моғайын, мультипликаторлы кәтүктер. Хаҡы буйынса иң ҡиммәтлеһе, хатта автоматлаш­тырылған еп урау системаһы ла ҡуйылған. Үҙе еңел, ҡулайлы. Мультипликаторлы кәтүктәрҙә ҡармаҡ ебе бер ваҡытта ла буталмай. Шуның өсөн дә ул ҙур һыу ятҡылыҡтарында ла ҡулланыла.
Ҡышҡыһын боҙ аҫтынан тотҡанда ниндәй кәтүктең уңайлы икәнен дә ҡарап үтәйек. Бәләкәй һәм ябайы – иң яҡшыһы. Уның туҡтатҡыс рычагы булырға тейеш.
Кәтүкте нисек һаҡларға? Бына бер нисә кәңәш.
1. Ҡомдан һәм һыуҙан һаҡлағыҙ.
2. Ташҡа бәрелергә тейеш түгел.
3. Ҡармаҡ сыбығына яҡшы нығытылыуы мөһим.
4. Чехолға йәки махсус һауытҡа фрикционынан бушатып һалығыҙ.



Вернуться назад