9 — 15 апрелгә йондоҙнамә07.04.2012
Аҙна динамикалы, хәл-ваҡиғаларҙың тиҙ алмашыныуы менән айырылып торасаҡ. Уңыш йылмайыр тип өмөт итмәгеҙ. Барыһы ла ҡатмарлы буласаҡ. Үҙегеҙҙе туп-тулы вагонда, ишектән йыраҡ икән тип күҙ алдына килтерегеҙ. Туҡталышта сығыр өсөн һеҙгә халыҡты йырып үтергә кәрәк. Берәү ҙә урынынан да ҡуҙғалмағанда быны эшләүе ауыр булыр. Был аҙнала тап ошоға оҡшаш хәлдәр йыш осрар.
Уран менән Марстың торошо ғына өмөтләндерә. Һеҙгә ҡыйын мәлдәрҙә ҡул биреүселәр табылыр. Яҡындарығыҙ ярҙамынан өҙмәҫ.
Дүшәмбе – һәр башланғыс өсөн уңышлы көн. Айырыуса шәхси тормошта уңырһығыҙ. Шишәмбе хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр барыһын да хәл итер. Шаршамбы төшкә тиклем ниндәйҙер яңы башланғысҡа тотоноу уңышлы булыр. Кесе йома – һөҙөмтәле көн. Эшһөйәр, әүҙем кешеләрҙең эше алға китер. Йома матди һәм рухи яҡтан уңышлы булыр. Шәхси тормошта ла барыһы ла ал да гөл.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Уңыштарығыҙға башығыҙ әйләнеп, маһайып китмәгеҙ. Еңеүҙәрегеҙ тураһында һөйләп, маҡтанмағыҙ. Һуңынан үкенерһегеҙ. Тормош юлдашығыҙ менән аралар боҙолмаҫ элек, мөнәсәбәттәрегеҙҙе көйләгеҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Етәкселәргә дилбәгәне бөтөнләй үҙ ҡулына алырға кәңәш итер инем, сөнки ҡул аҫтындағыларҙың хаталаныуы мөмкин. Аҡса һуғыу өсөн шәп аҙна. Нимәлер эшләйем тип һүҙ бирмәгеҙ, вәғәҙәгеҙҙе тормошҡа ашырыуы ҡыйын буласаҡ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Ваҡиғаларға бай һәм һөҙөмтәле аҙна көтә. Яҡын киләсәккә ҡорған пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт. Балаларығыҙ бар икән, аҙна аҙағында уларға иғтибарлыраҡ булығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Ығы-зығылы аҙна көтә. Һәр көндө алдан планлаштырығыҙ. Мөһим эштәр тураһында онотмағыҙ. Ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлы булығыҙ. Хата төҙәтеп оҙаҡ йөрөүегеҙ ихтимал.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ көйләнер. Аҙна уртаһында рулдә йөрөгәндә абай булығыҙ. Аҙна аҙағында кем менәндер бәхәскә инеүҙән тыйылығыҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Аҙна башында һәр эшегеҙ еңел башҡарылыр, уңышлы булыр. Иң мөһиме – ашыҡмағыҙ. Етәкселек, атай-әсәйегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн бик уңайлы мәл.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Аҡса мәсьәләләрен еңел хәл итерһегеҙ, юридик килешеүҙәр төҙөгәндә үҙегеҙҙе һәйбәт белгес итеп күрһәтерһегеҙ. Һәр башланғысығыҙҙы һәйбәт ҡабул итерҙәр. Һаулыҡҡа иғтибар йүнәлтегеҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).

Туғанығыҙҙың аҡсалы эш тәҡдим итеүе ихтимал. Шунда уҡ баш тартығыҙ. Шәхси тормош менән эшлекле даирә – икеһе ике төшөнсә. Һуңынан араларығыҙ боҙолоуы бар. Финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү уңышлы булыр.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Һеҙҙе эшлекле аҙна көтә. Ниндәй генә эш тәҡдим итмәһендәр, баш тартмағыҙ. Тырышлыҡ һуңынан баһаланыр. Аҙна ыңғай тулҡындарҙа үтер.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Уҡыу һәм уҡытыу өлкәһендә уңыш ҡаҙанырһығыҙ. Эштә яңы килгән хеҙмәткәргә ярҙам итеп ебәрһәгеҙ, ул үҙен ғүмер буйы бурыслы һанар.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Етәкселеккә яҡыныраҡ йөрөгөҙ – яңы вазифа булдырғанда һеҙҙе онотмаҫтар. Балаларығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ҡайҙалыр барып килеү ҙә ҡамасауламаҫ. Алыҫ юлға билет алырға булһағыҙ, икенсе аҙнаға тиклем кисектереп тороғоҙ. Юлығыҙ уңмауы ихтимал.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Матди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе, ҙур әйбер алыуҙы кисектереп тороғоҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һиллек көтә. Аҙна аҙағында һағыраҡ булығыҙ, ауырып китеүегеҙ ихтимал.
Өмөтбикә.


Вернуться назад