Табыш сере – ҡармаҡ ебендә23.05.2017
Нейлон ҡармаҡ ебе булмаған саҡта капронды файҙаланған ваҡыттар өлкән йәштәге балыҡсыларҙың иҫендәлер әле. Ырғағын тимерсыбыҡтан бөгөп эшләй торғайныҡ. Хәҙер тормош ныҡ алға китте. Кибеттә ни генә юҡ: кеҫәңде ҡапшап ҡарайһың да йәнең теләгәнен алаһың.
Әле һатыуҙа түбәндәге ҡар­маҡ ептәре бар:
1. Нейлон (иң ныҡ ҡулланыл­ғаны).
2. Үрелгән ептәр.
3. Флюорокарбон ептәр.

Беҙ уларҙы ныҡлығына, һуҙылыусанлығына, физик торошона, ауырлығына, диаметрына ҡарап һайлайбыҙ. Нейлон һәм үрелгән ептәрҙе һәр беребеҙ файҙаланһа, флюорокарбонды яңыраҡ ҡына күрә башланыҡ. Улар һыуҙа әллә ни күренмәй, шуға ла эләккән балыҡты һәр ваҡыт сығарырға була. Үрелгән ептәрҙән айырмалы, флюорокарбон тарт­ҡанда һуҙыла. Ташҡа йәки ағасҡа тейеп өлтөрәһә лә, ныҡлығын һаҡлай. Ҡыш боҙ ситенә эләкһә лә, бирешмәй. Инерцияһыҙ кәтүктәргә 0,12-0,22 мм ептәрҙе урарға мөмкин. Нисек тикшерергә? Нейлон ептәрҙән айырмалы, флюорокарбон янмай. Икенсенән, ул үтә күрен­мәле, ҡояш нурында һарғылт төҫ бирә. Бигерәк тә бағры, бәрҙе тотҡанда уңайлы. Еп оҙаҡ ҡулланылһын тиһәгеҙ, һыуыт­ҡыс ишегенең берәй урынында тотоғоҙ.
Үрелгәндәре хаҡында бер нисә һүҙ. Улар һуҙылмай, ныҡ, ҙур ауырлыҡтағы балыҡтарҙы ла сығарырға була. Табыш ҡапҡаны сигнал еп аша шунда уҡ еткерелә. Үрелгәндәрҙе төрлө төҫкә буяй­ҙар, шулай ҙа иң нығы – шул көйө ҡалды­рылғаны, тейелмә­гәне.
Ҡыш үрелгән ептәрҙе ҡул­лан­маҫҡа кәңәш итәм. Уларҙың бер етешһеҙлеге – төйөндәр. Иғтибар итмәй торһаң, тиҙ генә буталыу­ҙары ихтимал. Ептәрҙе һайла­ғанда арзанына өҫтөнлөк бир­мәгеҙ: яҡшылары бер ваҡытта ла осһоҙ булмай. Йылтырма һәм фидерға ныҡлы­ларын һайла­һағыҙ, ҡалҡыуыс менән йәки ҡыш тотҡанда нәҙек ептәрҙе ҡулла­нығыҙ.
Нисек һаҡларға?
1. Машинала ҡармаҡты чехол­һыҙ алып йөрөмәгеҙ, сөнки ҡояш “ашай”.
2. Мазут, бензин янына ҡуй­мағыҙ.
3. Бысраҡ һыуҙа ҡармаҡ­ланығыҙ икән, һуңынан епте ҡоро сепрәк менән һөртөргә онотмағыҙ.
4. Ҡыш епте үҫемлек майына еңелсә манып алығыҙ.



Вернуться назад