Магазиндан – Ағиҙелгә23.05.2017
Был хәлде дуҫым бәйән иткәйне. Уның һүҙҙәре менән еткерәм.
Бер мәл ныҡ балыҡ ашағы килеп китте. Күп уйлап тормай, баҙарға барҙым да тере табан һатып алып ҡайттым. Ауыҙ һыуын ҡойолтоп, тегеләр сумкамда тулап-тулап ҡуя. Ҡайтыу менән таҙар­тырмын да шыжлатып майҙа ҡурырмын, тип хыялланам. Эйе, шулай итте, ти. Ҡайтҡас, маҡтанайым тип балыҡтарҙы ҡатынға күрһәткәйнем, ул:
– Ҡайҙан алдың, шунда алып кит! – тип тауыш ҡуптарҙы. – Балыҡ еҫен яратмағанымды белмәйһеңме ни?!
Аптырауға ҡалып баҡсала ултыр­ғанда (Өфө уртаһындағы шәхси йортта йәшәйем) һыу тултырып ҡуйылған мискә күҙгә салынды. Теге балыҡтар йәл булып китеп, бөтәһен дә шунда ебәрҙем. Ҡыуанышып йөҙөргә керештеләр. Кәләштән йәшереп кенә ашатам үҙҙәрен. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡыш башына ҡәҙимге үҫте тегеләр. Ҡыуанысымдың сиге юҡ: алай ҙа ашамағанмын! Ҡыш балыҡтарҙы киңерәк ҡоҙоҡҡа төшөрҙөм. Ашарға бирәм, ләкин тегеләр күренмәй. Шулай ҡыш үтте. Яҙғы һыу ҡоҙоҡто тултырғас, ни күҙем менән күрәйем, балыҡтарым иҫән. Тиҙ генә һөҙгөстө алып, бөтәһен дә тотоп биҙрәгә һалдым. Хәҙер инде ныҡ ҙурайғандар, иң аптыратҡаны – береһе лә үлмәгән. Машинамды ҡабыҙҙым да балыҡтарҙы Ағиҙел йылғаһына алып барып ебәрҙем. Бынан ниндәй кинәнес кисергәнемде белһәгеҙ!..


Вернуться назад