“Көтөп алам...”07.06.2017
“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 21 октябрь һанында “Шарттар бар, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел” тигән мәҡәләне уҡығас, оҙаҡ уйланып йөрөнөм дә үҙ фекеремде яҙмай булдыра алманым.
Көрсөгө көрсөк инде, көнкүреш шарттары көндән-көн яҡшыра бит, тырыш кеше эшләй ҙә, аҡсаһын да таба. Магазинда йәнең ни теләй, шул бар.
Бына гәзит алдырмаған уҡытыусыны алайыҡ миҫалға. Ҡыҙыҡһыныусан бала уға һорау бирә. Шул мәлдә үҙе йәшәгән мөхит, район, республика, ил яңылыҡтары тураһында хәбәрҙар булмаған уҡытыусы уңайһыҙ хәлдә ҡала. Минеңсә, педагог ғүмере буйы уҡыусы булып ҡалырға тейеш. Шунһыҙ нисек илһөйәрлек, эшһөйәрлек тәрбиәләйһең?
Мин хәҙер 84 йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, почтаның килерен көтөм алам, ниндәй эш менән мәшғүл булһам да, иң тәүҙә гәзиттәрҙе ҡарап сығам. Үҙемде ҡыҙыҡһындырғанын иғтибарлап уҡыйым, унан күршеләргә йә дауаханаға биреп ебәрәм. Үҙем шунда дауаланып ятҡанда Салауат Әбүзәрҙең Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында яҙғанын әбейҙәргә ҡысҡырып уҡыным, дауамын көтәбеҙ.
Маҡтаныуҙан түгел, әле “Аргументы и факты”, “Башҡортостан”, “Табын”, “ЗОЖ”, “1000 советов”, “Пенсионер” баҫмаларын алдырам. 2017 йылға ла яҙылдым. Иҫән булһам, рәхәтләнеп уҡырмын. Мин дүрт йәшемдән үк хәреф танырға өйрәнгәнмен...


Вернуться назад