“Йәйғор”ҙағы осрашыу07.06.2017
Күптән түгел “Ҡуңыр буға” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһына ҡараған “Йәйғор” әҙәби берләшмәһе Ташбулат ауылы китапханаһында сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Унда ике авторҙың ҡулъяҙмаһы – Теләш ауылынан Зөһрә Йәғәфәрова-Бәшәрованың “Ҡунаҡ төлкө малайы” исемле йыйынтығы һәм Күсемдән Ибраһим Әхтәмовтың шиғри әҫәрҙәре ҡаралды.
Фекер алышыуҙа “Өлкәр” хәйриә фонды рәйесе Мәүлит Ямалетдинов, “Йәйғор” әҙәби берләшмәһе ағзалары Фәрзәнә Дәүләтшина, Илсиә Ҡасимова, Зөлфирә Ҡарағужина, Мәрйәм Сәлмәнова, Фатима Һибәтова, Роза Хәйруллина, Хәҙис Ниғмәтуллин, Айһылыу Хәсәнова, Филүрә Моратшина һәм район үҙәк китапханаһы методисы Венера Мәһәҙиева, журналист Мәҙинә Яҡупова ҡатнашты.
Авторҙарға тейешле кәңәш-тәҡдимдәр әйтелгәндән һуң хаҡлы ялдағы уҡытыусы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Зөһрә Бәшәрованың хикәйә һәм әкиәттәрҙән төҙөлгән тупланмаһы Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһына, ә Ибраһим Әхтәмовтың шиғырҙары, ҡайтанан ҡарап сыҡҡандан һуң, Башҡортостан матбуғаты биттәрендә айырым шәлкем итеп баҫтырып сығарыуға тәҡдим ителде.
Шулай уҡ журналистика өлкәһендә һуңғы йылдарҙағы әүҙем эшмәкәрлеген иҫәпкә алып, Зөһрә Әхмәтшәрип ҡыҙы Бәшәрова республикабыҙҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителде.


Вернуться назад