Хаттарҙа йәшәйешебеҙ сағыла07.06.2017
Күптән көткән йәй айына ла аяҡ баҫтыҡ. Донъя йәмләнде, күңелдәр көрәйҙе. Өй, баҡса тирәһендә мәшәҡәттәр артыуға ҡарамаҫтан, гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар даими килеп тора. Уларҙың күбеһе йылылыҡ, һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған.
“Башҡортостан” гәзитен рәхәтләнеп уҡыйым. Йөкмәткеһе лә, биҙәлеше лә бик оҡшай, – тигән Ижевск ҡалаһынан яҡташыбыҙ Дилфәр Хәсә­нов. – Бер генә хат та иғтибарһыҙ ҡалмай. Баҫма менән ғорурланам, ә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы өсөн йән атам”. Гәзит уҡыу­сыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел: “Үҙем тыуып үҫкән Борай районының Таңһыҙар ауылы иҫемдән сыҡмай. Күҙ алдында уның юҡҡа сыға барыуы күңелемде ҡыра. Һикһән йорттан утыҙы ғына ҡалған...” – тип борсола Дилфәр Хәсәнов.
Ишембай районының Петровское ауылынан Салауат Хәйретдинов хатында Өфөнән килгән Сәғиҙулла Баййегеттең концертынан һуң үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша: “Ауыл ерендә артистар, ғәҙәттә, һүлпән генә сығыш яһай. Халыҡ клубҡа йөрөмәй башланы. Хәтеремдә, бер ун йыл самаһы элек Мәүлитбай Ғәйнетдинов менән Ғәли Хәмзин етәкселегендә фольклор ансамбле сығыш яһағайны. Һәйбәт концерт булды. Күп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙылар. Сәғиҙулла Баййегет концертын дәртле итеп башлап ебәрҙе. Үҙе матур йырлай, ҡыҙыҡ һүҙҙәр һөйләй, сәхнәнән төшөп күпләп кешене бейергә саҡыра. Тамашасылар ҙа уға ҡушылып йырлап ултырҙы. Концерт юғары кимәлдә барҙы. Ул халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр”.
Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан Рим Исхаҡов мәҙәниәт һарайында “Һүҙ ҡәҙере – китапта” конкурсының гала-концерты үтеүе хаҡында яҙып ебәргән: “Исеме һәм эшмәкәрлеге бар донъяға билдәле бөйөк шағир Мостай Кәримдең шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен һөйләүселәрҙең иң яҡшыһы тип танылғандар сәхнә хужалары булды. Драма әҫәрҙәренән сәхнәләштерелгән күренештәр тамашасыларға оҡшаны. Халыҡ шағирының һүҙҙәренә яҙылған йырҙар күркәм тамашаға тағы ла йәм өҫтәне. Район һәм республика кимәлендәге барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәт уҙаманы Тимерғәзим Усманов “Уңдым” тигән шиғырҙы һөйләп тамашасыны таң ҡалдырһа, Шәриф Бикҡол музейы директоры Фәйрүзә Ҡотлобаева “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын көйләп тә, һөйләп тә шатландырҙы. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры Артур Насиров башҡарыуында күңелдәрҙе тетрәтерлек булып яңғыраны”.
“Башҡортостан” гәзитен үҙем колхозда аҡса эшләй башлағандан бирле алдырам, – тип башланған киләһе хат юлдары. – Әллә ҡасан уҡ яҙылып ҡуйҙым. Ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр күңелемә яҡын. Май етеү менән һағышлы көндәр иҫемә төшә. Беҙ бит атайһыҙ интегеп, ауыр эш башҡарып, нужа ҡаласын тәмләп үҫкән ауыл балалары. Үлән, серек бәрәңге менән туҡландыҡ. Беҙ уҡыуҙан туҡтау менән ололар ыңғайына эшкә ҡыуалар ине. Ә төн етһә, олораҡ апайҙар менән урманға утын урларға йөрөнөк. Ул замандағы әсәйҙәрҙең күргәне йөрәгебеҙгә уйылып ҡалған. Этләнеп йәшәй торғас, ҡартлыҡ та килеп етте”, – тип хәтер йомғағын һүтә Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғәзимә Шәмсетдинова.
Кушнаренко районының Әхмәт ауылынан Фларенда Фәхретдинова иһә үҙенең хатында исеменең тарихы менән уртаҡлашҡан: “Бала саҡта исемемде төрлөсә үҙгәртеп, үсекләй торғай­нылар. Ғәрләнеп илап ҡайтҡан саҡтарым күп булды, “тапҡандар, шул да булдымы исем” тип атай-әсәйемә үпкәләп илай торғайным. Өләсәйем тынысландырып, исемде атайың һуғыштан алып ҡайтҡан, тип аңлатып, тарихын һөйләп бирҙе. Атайым менән һуғышта бер уҡытыусы булған. Ҡайһы яҡ кешеһе, ниндәй милләттән икәне хәҙер инде онотолған. “Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ҡыҙың тыуһа, ошо исемде ҡушырһың”, – тигән. Атайым аманатҡа хыянат итмәгән.
Дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы нисектер, һәр хәлдә документтар буйынса “Фларенда” исеме менән йөрөйөм. Мәктәптә уҡыта башлағас, миңә “Фларенда Фәсхиевна” тип әйтһәләр, исемем һуғыш иҫтәлеге, моңло бер йыр кеүек яңғырай”.
“Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларында эшләгәндәрҙең пациенттарға тупаҫлыҡ күрһәтеү осраҡтары йыш осрай, – тигән Борай районының Тепляк ауылынан Фердинанд Минәжев. – Бынан биш йыл элек “Сәләмәтләндереү үҙәге”н асҡан Фәнисә менән Илүс Закировтарға бындай сифат бөтөнләй хас түгел. Бинаға кергәс тә, таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә ташлана. Ишек эргәһендә алмаш аяҡ кейеме теҙелеп тора. Йылмайып, көләс йөҙ менән ҡаршы алалар. УЗИ кабинетында Фәнисә Фәүғәт ҡыҙы яғымлы ҡаршы ала. Табиптың кешелеклелеге, үҙ эшенең оҫтаһы икәне аңлашыла. Табиптарҙың ҡабул итеү ваҡыты стенала эленеп тора. Дарыуханаларында бөтә дарыу ҙа бар. Кабинеттарҙы берәм-берәм асып, ҡарап сыҡтым, һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек, таҙалыҡ. Бүлмәләр яҡты, йылы. Бында Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә райондарынан киләләр. Бына шундай эскерһеҙ, саф күңелле табиптарыбыҙ булғанда, беҙҙе күп сирҙәр, моғайын, урап үтер”.
Һәр хат күңел ҡушыуы буйынса ихлас яҙылған. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.


Вернуться назад