Рәсәйҙәге тәүге геопарк Башҡортостанда буласаҡ!07.06.2017
Рәсәйҙәге тәүге геопарк Башҡортостанда буласаҡ! Кисә Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” майҙансығында “Экология. Технологиялар. Йәшәйеш” халыҡ-ара экология форумы һәм махсуслаштырылған күргәҙмә үҙ эшен башланы. Сарала Рәсәйҙең 12 төбәгенән 80-дән ашыу компания ҡатнаша. Белгестәр һәм йәмәғәтселек ҡурсаулыҡтарҙы, йәшел иҡтисадты үҫтереү, экологик туризм, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса эште ойоштороу, эсәр һыуҙың сифаты, урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендәге экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен һәм башҡа һорауҙарҙы тикшерә. Йәмғеһе ошо сара сиктәрендә 300-ҙән ашыу “түңәрәк өҫтәл”, осрашыуҙар үтәсәк, 250-ләп белгес сығыш яһаясаҡ.
Форум Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитетының “Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” ултырышын, “Экология ҡануниәтенең көнүҙәк мәсьәләләре” республика предприятиеларының экологтары осрашыуын уҙғарыу урыны булып тора.
Сараның пленар өлөшөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов асты:
– Беҙҙең республика – Рәсәйҙең иң матур төбәктәренең береһе. Экологик мәсьәләләргә һуңғы йылдарҙа иғтибар артты. Техник йәһәттән дә заманса ҡоролмалар, лабораториялар менән эш итәбеҙ. Тирә-яҡ мөхиттең сафлығын күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Башҡортостанда яңы ҡурсаулыҡтар булдырыу ҙа бик ыңғай күренеш. Рәсәйҙә беренсе геопарктың тап беҙҙең республикала ойоштороласағы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Был проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Пленар ултырыштың темаһы “Ҡурсаулыҡлы Рәсәй – һаҡлап үҫтерәйек” тип алынған ине. Шуға ла сығыш яһаусыларҙың барыһы ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, экологик мәсьәләләр тураһында һөйләне. Рәсәйҙең Сит ил эштәре буйынса министрлығының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе Башҡортостанда тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән алып барылған эште ыңғай баһаланы. Быйылдан Шүлгәнташта Бөрйән бал ҡортон үрсетеү һәм һаҡлауға айырым иғтибар бүленәсәген билдәләне.
– Геопарк булдырырға мөмкин урындар Башҡортостанда бихисап. Шулай ҙа, һәр береһе менән танышып сыҡҡандан һуң, күңел Янғантауға тарта, – тине Григорий Эдуардович.

Сурен ГЕВИНЯН, ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса программаһы белгесе:
– Геопарк – ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булған ҙур биләмә. Бынан тыш, бында ауылдар булырға тейеш. Тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡарарға килгән туристарға ауыл халҡы йолаларын, ошо ерлектә тыуған легендалар, риүәйәттәр тураһында һөйләй, халыҡтың үҙенсәлеген күрһәтә ала. Иң мөһиме, урындағы халыҡ геопарк булыуы менән файҙаланыуы шарт. Туристарға үҙҙәре етештергән тауарҙы тәҡдим итеп, аш-һыу һатып аҡса эшләү мөмкинлеге булдырыу. Туристар тәбиғәт матурлығына ғына һоҡланып ҡайтырға тейеш түгел, ә урындағы халыҡтың йәшәйеше менән танышып, ошо гүзәл ерҙән сувенирҙар ҙа алып ҡайтһын. Башҡортостан Хөкүмәте был йәһәттән Янғантау шифаханаһы эргәһендәге биләмәне тәҡдим итә. Проектты ҡарап сыҡҡас та, ул миңә оҡшаны. Ғөмүмән, республиканың геопарк булдырыуҙа мөмкинлектәре күп. Республика Хөкүмәте был йәһәттән һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, хәҙер инде урындағы халыҡтың әүҙемләшеүе кәрәк.


Вернуться назад