Донъя матур, йәшәүе рәхәт06.06.2017
Нәҫер
Тыуған илгә гөрләп йәй килә. Ер йоҡонан уянып, илем күгендә сыйырсыҡтар, һабантурғайҙар һайрай. Улар көн иртәһенең башланыуын белдереп, ҡанаттарын елпеп-елпеп, күк йөҙөндә талпынып оса.
Һәр ерҙә үҙгәреш... Күңелдәрҙә ниндәйҙер рәхәтлек, һулыш иркенәйә. Йыл миҙгеленең әлеге осоронда ауылымдың йөҙө тағы ла күркәмләнә.
Ер өҫтөн тиҙерәк йылытыу өсөн ҡояш бер туҡтауһыҙ көлә-көлә алтын нурҙарын тырыш халҡыма өләшә. Урман... Хәҙер инде ул ҡышҡыһы кеүек тыныс түгел. Һәр нәмә хәрәкәттә. Ағастар ҙа йәм-йәшел. Мәғрур, мөһабәт Көнгәк тауы әллә ҡайҙан күренеп тора. Йән эйәләре ҡояш нурҙарына кинәнеп йөрөй.
Ауылыма ҡайтҡан һайын тыуған яғымдың йәме менән һоҡланыу – һайрар ҡоштарҙың моңон, көмөш таҫма кеүек һуҙылып ятҡан Ағиҙелдең аҡҡан тауышын тыңлар өсөн тәбиғәт ҡосағында булырға тырышам. Ниндәй күңелле урманда! Уның моңдарын ишетеү менән күңел ҡанатлана, шатлыҡ хистәренә сорнала.
Тәбиғәт уяна. Донъя матур, йәшәүе рәхәт, күңел күтәренке. Йәш йөрәктәр танышып ҡауыша. Ғашиҡ йәндәр ғүмерлеккә бергә булырға вәғәҙә бирешеп серләшә. Бар тереклек тормоштоң дауам итеүен аңлата.