Сафлыҡ хаҡында бер кәлимә һүҙ06.06.2017
– Бөгөн йә төндө бергә үткәрәбеҙ, йә мин һине ташлайым, – тигән һүҙҙәргә Әлиә һиҫкәнеп китте. Күптән ҡурҡып йөрөгән һорауға яуап итеп ҡыҙҙың йөрәге дарҫлап типте, башы шауланы. Яуап үҙ ыңғайына булыр тип ышанған егет, ни әйтерен дә көтөп тормай, Әлиәнең муйынын үбә башланы…
Их, сафлығы менән ошо рәүешле хушлашыу хаҡында хыялланмағайны бит ҡыҙ. “Ниңә әхирәтемдең тыуған көнөнә килдем икән?” тигән үкенесле уйҙар ҙа мейеһен бырауланы, “Тик барыһы ла һуң инде” тип уйлап, үҙен ташламаһын өсөн (!) егетенең ҡосағына сумды. Шулай итеп, үҙе лә һиҙмәҫтән, 16 йәше лә тулмаҫ элек ғүмерлек хата ҡылды. Әлиә егетенең бер нисә көндән барыбер ҙә ташларын әле белмәй ине шул, ә буласаҡ йәмәғәтенең ғүмер буйы “Һиңә өйләнгәндә ҡыҙ түгел инең” тип шелтәләрен. Хәйер, эш әрләүҙә генәме һуң?..
Статистика мәғлүмәттәренә таянғанда, Рәсәйҙә һуңғы утыҙ йылда ошо ҡыҙ йәшендә ҡатын булып китеүселәр һаны дүрт тапҡырға артҡан, бигерәк тә был мегаполистарҙа йәшәгәндәргә хас күренеш икән. Ә ҡыҙҙарҙың һигеҙ проценты енси бәйләнешкә 13 йәштә инә, тип тә белдерә белгестәр.
Бындай юлға барғандар башлыса кинәнес алыу хаҡына түгел, ә тәжрибә туплау, ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү өсөн ошондай аҙым яһай. Әлеге Әлиә исемле ҡыҙ миҫалында быға инандыҡ та, буғай.
Әлбиттә, иртә енси бәйләнешкә инеүҙең үкенесле һөҙөмтәләре бихисап. Медицина күҙлегенән ҡарағанда ғына ла, нисәмә төр ауырыу, стресс барлыҡҡа килә. Ошондай ҡыҙҙарҙың 35 проценты ике-өс йыл үтеүгә гинекология буйынса сирле була. Буйға уҙыу, аборт, аҙаҡ түлһеҙ ҡалыу мәсьәләләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Борон ҡыҙҙарҙы 12 йәштән кейәүгә биреүҙәре бөгөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл булып күренә. Икенсе яҡтан, ошондай аҙымға барып, улар нисек тә аҙғынлыҡҡа ҡаршы көрәшкән һымаҡ. Тәбиғәт бит барыбер үҙенекен итә, өлгөргәнлек хистәрен арҡан менән бәйләп тотоп булмай шул...
Шулай уҡ ҡыҙҙарҙың күбеһе сафлығы менән 17-20 йәштә хушлаша икән. Бөгөн былар, ғәҙәттә, мәктәптә юғары класта уҡыған, колледж-институттарҙа белем алған ҡыҙҙар. Әйткәндәй, әлеге йәштә ҡыҙҙар сафынан төшөп ҡалғандарҙы яҡлаусылар ҙа бар. Йәнәһе, һуң ҡатын булғандар, киреһенсә, психик һәм физик яҡтан оҙаҡ үҫешә.
25, 30 йәштән һуң ҡатын булып киткәндәр ҙә, эйе, аҙ түгел. Бөгөн ундайҙар иҫәбендә карьера өсөн янған ҡыҙҙарҙы йә иһә Ер йөҙөндәге тормош ләззәттәренән баш тартып йәшәгәндәрҙе осратырға мөмкин. Ғәҙеллек хаҡына шуныһын да әйтәйек: бындай гүзәл зат араһында, ысынлап та, йәнә гинекологик сирлеләр күп, балалары ла йыш ҡына ауырыу булып тыуа. Тимәк, алтын урталыҡты һайларға ҡала.
Әйткәндәй, хәҙерге көндә хатта сафлыҡ мәсьәләһенә ҡағылышлы “бизнес” та ойоштора ҡайһы берәүҙәр: ундай ҡыҙҙар үҙҙәренең тәүге төндәрен... һата икән! Тәҡдим итеүсеһе булғас, һатып алыусылары ла табыла, күрәһең.
…Нисек кенә булмаһын, һөйгән йәрең менән “бәхетле мәлде” ҡауышҡан көндә татыуға ни етә?! Әҙәм менән Һауаның ни өсөн ожмахтан ҡыуылғанын онотоп китәбеҙме әллә?!