“Аҡса муҡсайы”06.06.2017
Таиланд ветеринарҙары 25 йәшлек ташбаҡаға операция яһаған. Уға “аҡса муҡсайы” (копилка) тип исем ҡушҡандар.
Был юҡҡа түгел. Уның эсенән 915 тинлек аҡса сыҡҡан. Ауырлығы биш килограмм тартҡан. Дауа­ланғандан һуң ташбаҡаны зоопаркка ебәрәсәктәр. Эш шунда: ташбаҡалар төйәк иткән һыуға туристар ҙа, урындағы халыҡ та яҡындарына, үҙҙәренә оҙон ғүмер теләп аҡса ташлай икән. Ошо инаныуҙар был ер-һыу йәнлегенең башына етә яҙған да инде – ялтыр-йолтор әйбергә улар ҙа битараф булмаған.

Иң-иңдәре
Ерҙә йөрөгән иң ҙур таш­баҡа – Фил ташбаҡаһы. Уның иң эреһе 1960 йылда АҠШ-тың Флорида штатындағы ҡурсаулыҡта йәшәй. Исеме – Голиаф. Оҙонлоғо – 135,5, киңлеге – 102, бейеклеге – 68,5 сантиметр. Ә ауырлығы – 385 килограмм.

***
Иң ауыр йылан – анаконда. Көньяҡ Америкала һәм Тринидадта йәшәгән ғәҙәти ана­кон­даларҙың уртаса оҙонлоғо – 8,45 метр, ҡоласы 111 сантиметр була. Ошоларҙы иҫәпкә алып, уның кәүҙә ауырлығын 227 килограмм тип иҫәпләгәндәр.

***
Иң ҙур кеҫәртке – варан. Комод варанының уртаса оҙонлоғо – 2,25 метр, ауырлығы – 59 килограмм. Индонезияла уны гигант варан тип тә йөрөтәләр. Иң бәһлеүән һөйрәлеүсе 1937 йылда АҠШ-тың Миссури штатының Сент-Луис зоопаркында теркәлгән. Ул 3,10 метр оҙонлоҡта булып, 166 килограмм тартҡан.


Вернуться назад