Донъяла күгәрсендәрҙең 800 төрө бар тип иҫәпләнә. Улар ҙурлығы, кәүҙә төҙөлөшө, төҫө, осоу һәләте буйынса айырыла. Рәсәйҙә күгәрсендәрҙең 200 самаһы төрө осрай.Йорт күгәрсендәренең шәп оса торғандары, ғәҙәттә, почта йөрөтөү маҡсатында, матур ҡаурыйлы, сағыу төҫлөләре күңел өсөн, тормош биҙәге булараҡ үрсетелә. Махсус ит күгәрсендәре лә бар, улары бер айҙа 1,5 килограмға арта. Әйткәндәй, тауыҡтар бындай артымға ярты йылда етә.
Почта ташыу өсөн күгәрсендәр боронғо замандарҙан уҡ файҙаланыла. Тәүге дәүләт күгәрсен почтаһы XII быуатта – 1146 йылда Мысырҙа ойошторола. Күгәрсендәр сәғәтенә 60–80 километр тиҙлек менән оса, мәғлүмәтте тиҙ арала тейешле урынға илтеп, кире әйләнеп ҡайта.
Миллиардерҙар династияһына нигеҙ һалған Натан Ротшильд байыҡҡаны өсөн... күгәрсендәргә лә бурыслы. Почта күгәрсендәре арҡаһында ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың хаҡы артасағын алдан белеп, уларҙы арзанға һатып алып өлгөрә. Наполеондың Ватерлоо һуғышында еңелеүен дә Ротшильд, күгәрсендәр килтергән хәбәр буйынса, хөкүмәт вәкилдәренән дә алданыраҡ белә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла күгәрсендәр почта ташый.