Ҡарағастар тиҙ ҡартаймай06.06.2017
Башҡортостанда – Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында мөһабәт, күркәм ҡарағас үҫә. Ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған был ағас, ғәҙәттә, ҡатнаш урмандарҙы үҙ итә, шыршы, аҡ шыршы, йүкә ағас­лыҡтарында ла осрай. Ҡарағас ылыҫын ҡышҡылыҡҡа ҡоя, затлы һаналған ҡаты үҙағаслы, яҡтылыҡ яратыусан. Ҡарағастың киң конус рәүешендәге сатырлы төҙ олононоң диаметры – метрға, бейеклеге 25–37 метрға етә, һәм улар өс-дүрт быуат йәшәй.
Республикабыҙ биләмәләрендә тәбиғәт ҡомартҡылары итеп һаҡланған айырыуса ҡарт ҡарағастар бар. Белорет районындағы Шығай ҡарағасы – 460, Әбйәлил районындағы Буранғол ҡарағасы – 450 йыллыҡ. Шул районда Ҡырҡтытау һыртындағы Ҡараһыйыр ҡарағасы – Уралда әлегә тикшерел­гәндәр араһында иң ҡарты, ул инде Ер йөҙөндә алтынсы быуатын йәшәй.
Баймаҡ районының Темәс ауылы янында бер олпат ҡарағас үҫә. Биология фәндәре кандидаты Сергей Кучеров Бетерә ҡарағасы тип атаған был ағас 30 метр оҙонлоҡта, тимәк, туғыҙ ҡатлы йорттан да бейегерәк. Олон әйләнәһе – 5 метр 50 сантиметр, диаметры – 1 метр 75 сантиметр. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәше 500 йыл тирәһе.


Вернуться назад