Бәпкә үләне06.06.2017
Бәпкә үләне Ишек алдын күпереп баҫып алып үҫә, һуҡмаҡ ситтәрендә лә күп. Уны сәскә атҡан ваҡытында, тамырын йолҡоп сығармай ғына йыйырға кәрәк. Был үлән ҡан тамырҙарын нығыта, ҡанды ҡуйырта. Ошо сифаттары өсөн уны ҡан туҡтатыу сараһы итеп ҡулланалар. Бөйөрҙәге, үт ҡыуығындағы таштарҙы сығара, нервыларҙы тынысландыра.
Төнәтмәне яһар өсөн 20 грамм ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнап һыуынған һыу ағыҙабыҙ һәм һыу мунсаһында 15 минут төнәтәбеҙ. Һыуынғас, бер стакан булырлыҡ итеп һыу өҫтәргә лә ашар алдынан көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә.


Вернуться назад