Бер мәл туҙбаш йыландар күбәйеп китте. Өй нигеҙендә бала сығарҙылармы, төрлө оҙонлоҡтағылары килеп сыҡҡылай. Мунса тирәһендә лә күренәләр. Эҫе көндәрҙә ҡыҙынырға баҡсаға сығыр булдылар, тирәһенә сәскәләр сәселгән ҙур таштар өҫтөнә менеп яталар, ләкин эңер төшөү менән юғалалар. Сәбәбе киске һалҡынлыҡтан түгел ине. Нәҡ ошо ваҡыт баҡсаның икенсе хужалары – терпеләр йөрөй башлай. Уларҙың ояһын беләм – тиреҫкә яҡын ғына урында ла бар, картуф баҡсаһы аръяғындағы селек төбөндә лә. Бер көн иртүк сығып калуш кейәм тиһәм, эсендә… йылан ята! Аптырап, ҡояшҡараҡ – яҡтыға сығам. Бәй, туҙбаш яралы икән. Шунда уҡ һиҙҙем – төнөн алыш булған. Үлгән, бахырың, тип баҡса артына алып барып ҡуйҙым. Баҡһаң, тере икән. Моғайын, үлгән булып ҡыланғандыр ғына. Шундай алдатҡыс ғәҙәттәре бар икәнен белә инем. Үкенескә ҡаршы, яралары ныҡ ине.
Һуңғы ваҡыт туҙбаштар һирәгерәк күренә. Уның ҡарауы, кисен ҡыштыр-ҡыштыр терпеләр йөрөй башлай. Тәбиғәт барыһын да тигеҙләй шул…