Ҡыҫҡаса...06.06.2017
Рәсәй халҡының күпселеге Төркиә, Мысыр, Таиланд, Испания, Кипр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә бер ҡасан да ял итмәгән һәм теләге лә юҡ. “Левада-үҙәк” агентлығы үткәргән һорау алыу шуны күрһәтте.
Социологтар раҫлауынса, яуап биргәндәрҙең 81 процентының Төркиәлә булғаны юҡ. Респонденттарҙың 13 проценты был илгә бер тапҡыр ғына барған.
Кипрға рәсәйҙәрҙең 93 процентының аяҡ баҫҡаны юҡ, ә 67 проценты ошо утрауға сәйәхәт ҡылыуҙы планлаштырмай. Испанияла бер тапҡыр ҙа булмаған ватандаштарыбыҙ һаны хатта 96 процент, ә Мысырға сәйәхәт ҡылмағандар 67 процент тәшкил итә. Ошо уҡ агентлыҡтың Рәсәй аэропорттары биргән мәғлүмәткә һылтанып хәбәр итеүенсә, сит илгә осҡан кешеләр һаны аҙайған. Быға, берҙән – иҡтисади көрсөк, икенсенән, Төркиә һәм Мысыр кеүек арзан маршруттарҙың ваҡытлыса ябылыуы сәбәпсе.


***
Ҡыҫҡаса...Башҡортостанды пилотһыҙ бәләкәй авиация системаларының (БАС) осоуына контроллек итеүҙе һынап ҡараясаҡ төбәк итеп һайланылар. Был турала Рәсәйҙең “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.


– Дрондар һәм квадрокоптерҙар ошо йыл аҙағына хәтлем һынау үтеп бөтәсәк, артабан уларҙы этаплап индереү башлана, – тине “Роскосмос” дәүләт корпо­рацияһының “Рәсәй йыһан системалары” баш конструкторы Михаил Киречко. – Ә Башҡортостанды һайлауҙың сәбәбе шунда – ул геомәғлүмәт системаларының үҫеше һәм ҡулланыуға индереү тиҙлеге буйынса илдең иң алдынғы төбәктәренең береһе булып тора.


***
Ҡыҫҡаса...Өфөлә оҙаҡламай автоном йөрөшлө троллейбустар етештерә башлаясаҡтар. Баш ҡалалағы трамвай-троллейбус заводы уларҙы йылына йөҙ данаға тиклем эшләп сығарырға һәм бөтә ил буйлап һатырға йыйына.


Юғары вольтлы аккумуляторҙар ҡуйылған һәм шуға күрә урам буйлап һуҙылған сымдарға пантографтары менән тоташмай ҙа йөрөй алған ошондай тәүге троллейбустар беҙҙең илдә үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ сығарыла башлай. Әле улар Санкт-Петербург, Новосибирск, Тула һәм башҡа ҡалаларҙа уңышлы фай­ҙа­ланыла. Уларҙың өҫтөнлөгө шунда: “мөгөҙһөҙ” троллейбустар юл-транспорт ваҡиғаһы йәки өҫтәге сым өҙөлгән урындарҙы урап үтә ала, береһе боҙолоп туҡта­ғанда, ҡалғандары артынан теҙелмәй.
Яңы троллейбус Нефтекаманың “НефАЗ” заводында етештерелгән кузов һәм күсәр нигеҙендә, ләкин троллейбус стандарттарына ярашлы ҡороласаҡ. Өфө моделдәре, иҫке өлгөләр менән сағыштырғанда, электр энергияһын 15-20 процентҡа аҙыраҡ тотона, ә автоном йөрөгәндәре хатта 40 процентҡа экономиялыраҡ буласаҡ.
– Өфө троллейбустарының төп моделе туғыҙ миллион һум торасаҡ, ә Рәсәйҙә етештерелгән башҡа шундай троллейбустарҙы 13 миллион һумға ғына алып була, – ти баш ҡалала 2015 йылда асылған был заводтың генераль директоры Денис Рассадников. – Кәрәк булһа, уның салонына кондиционер ҡуйырға, тотҡаларҙы йылытырға, 50 километрға хәтлем юл үтерлек автоном йөрөү ҡулайламаһы урынлаштырырға мөмкин.


***
Ҡыҫҡаса...Эш табып биреү һәм белгестәр әҙерләүгә махсуслашҡан “HeadHunter” агентлығы Башҡортостандағы иң ҙур 10 юғары уҡыу йортон яңы ғына тамамлаған йәштәрҙең ниндәй эш хаҡына риза буласаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.


Һорау алыу асыҡлауынса, үҙҙәренең хеҙмәтен иң юғары баһалағандар – Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар. Әлегә эш тәжрибәһенә эйә булмаған белгестәр уртаса 28,4 мең һум айлыҡ эш хаҡына өмөт итә. Икенсе урынды Өфө дәүләт нефть техник университеты дипломына эйә булғандар биләй. Улар айына 26,3 мең һум алырға хыяллана. Исемлектең өсөнсө баҫҡысында – Башҡортостан дәүләт аграр университе­тының йәш белгестәре. Аграрийҙар айына 20,7 мең һум алырбыҙ тип көтә.
“Эш биреүселәр, әлбиттә, билдәле бер уҡыу йорттарын тамамлағандарға өҫтөнлөк бирергә мөмкин, ләкин улар тәҡдим иткән вакансиялар тураһындағы мәғлүмәттә был хаҡта һирәк яҙалар, – ти агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина. – Беҙҙең республикалағы ошондай иғландарҙың бер-ике процентында ғына дипломға ҡарата талаптар күрһәтелә. Шуға күрә улар яғынан ниндәй эш хаҡы тәҡдим ителерен билдәләү ҡатмарлы һәм, нигеҙҙә, кисәге студенттарҙан ғына һорашабыҙ”.
Аналитиктар раҫлауынса, тәжрибәһеҙ белгестәр көткән уртаса эш хаҡы ысынбарлыҡҡа тура килә: уҡыу йортон тамамлап килгән яңы хеҙмәткәрҙәргә республикала уртаса 22,5 мең һум эш хаҡы тәғәйенләйҙәр.


***
Рәсәй халҡының ҙур өлөшө күберәк аҡса эшләү өсөн сит илдә йәшәп алырға риза. Йәш белгестәрҙең дә, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең дә өстән бер өлөшө өсөн бындай маҡсат менән ҡайһы илгә барыу барыбер. Был һығымтаны “Контакт” тикшеренеү үҙәге яһаған.


Һорау алыу күрһәткәнсә, респонденттарҙың биш проценты ғына үҙе йәшәгән ерҙән бик алыҫта эшләргә риза түгел. Әйткәндәй, яуап биргәндәрҙең 84 процентының ҡайҙалыр күсеп барыу тәжрибәһе бөтөнләй юҡ, 10 проценты ил эсендә башҡа ҡалаға күскән, алты проценты ғына сит илгә барып ҡайтҡан. Уларҙың 17 проценты сит тарафтарҙа – бер йылға, 27 проценты өс йылға хәтлем йәшәргә һәм эшләргә риза, ә 46 проценты өсөн был дәүерҙең оҙонлоғо мөһим түгел. Күсергә теләгәндәрҙең 67 проценты өсөн – эш хаҡы, 45 процентына – вазифа, 44 проценты өсөн яңы ерҙәге торлаҡ уңайлығы иң төп шарт булып тора.
Ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына күсеү йыш ҡына илдең ҙур компанияларында вазифа буйынса үрләү өсөн башҡарыла икән. Уларҙа төрлө төбәктәрҙәге фи­лиал­дарҙың үҙенсәлектәрен һәм проблемаларын яҡшы белгән топ-менеджерҙар тәрбиәләргә тырышалар.


Вернуться назад