Етмештә лә янып йәшәй06.06.2017
Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Миңдебай Юлмөхәмәтовтың 70 йәшлек юбилейына арналған кисә булды.
Юбилярҙы Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, Фәндәр академияһы президенты, академик Әлфис Ғаязов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, элекке министрҙар Сәбилә Сөләймәнова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, коллегалары, яҡташтары, республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡотланы.
Миңдебай Юлмөхәмәтов оҙаҡ йылдар мәғариф тармағына хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, тыуған районындағы Иманғол, Ҡунаҡбай мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡара. Республика Мәғариф министрлығында 18 йыл министр урынбаҫары “дилбегәһен” тарта. Ғөмүмән, ниндәй вазифала ла үҙен яҡшы хеҙмәткәр, белемле, тәжрибәле белгес итеп таныта.
Миңдебай Бәхтиәр улы республикала, айырыуса башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт телен уҡытыу концепцияһы эшләнә, уҡытыу планы, дәреслектәр, методик ҡулланмалар әҙерләнә. Уның тырышлығы менән башҡорт теле X-XI кластарҙың уҡытыу планына индерелә. Әҙәбиәт буйынса имтихан билеттарын да үҙе төҙөй. “Башҡорт әҙәбиәте” (V-VI кластар өсөн), “Балалар баҡсалары өсөн башҡорт теленән программа”, “Йәйғор” уҡыу китабы, “Кластан тыш уҡыу китабы” (5-6-сы кластар өсөн), “Тормош һабаҡтары” тигән яңы предметтың программаһын һәм бар кластарға ла дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнаша.
90-сы йылдарҙа Өфөлә уның башланғысы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларына арналған халыҡ-ара конференцияның үтеүе әһәмиәтле. Унда Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, БДБ илдәренән, Германия, Венгрия, Төркиәнән килгән тел белгестәре ҡатнаша.
Әле лә Миңдебай Бәхтиәр улы ал-ял белмәй эшләй, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының доценты. Ул яҙған дәреслектәрҙең, методик ҡулланмаларҙың, уҡытыу программаларының, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
– Педагог, ғалим булараҡ бөгөн дә милләтемә, телемә хеҙмәт итәм. Бай тәжрибәм, туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыу буйынса методик ҡараштарым менән ихлас уртаҡлашам. Йәмәғәт эштәренән дә айырылған юҡ. Бына яңыраҡ мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың ҡарары менән Ветерандар советы ойошторҙоҡ, әле уның рәйесе вазифаһын башҡарам. Былар барыһы ла миңә ҡәнәғәтлек бирә, кешеләргә кәрәклегемде күрһәтә, шуға күрә ҡартайырға форсат юҡ, – ти Миңдебай Бәхтиәр улы.



Вернуться назад