Үтәгәндең абруйлы ғаиләһе02.06.2017
Үтәгәндең абруйлы ғаиләһеБынан ҡырҡ йыл самаһы элек редакция йомошо буйынса Үтәгән ауылына барып сыҡҡайным. Алдынғы бригаданың эштәре менән бригадир, партия ойошмаһы секретары Сабирйән Мостафа улы Ғиниәтов таныштырҙы. Үтәгәндәр һәр тарафтан алда бара ине ул заманда. Баҫҡан ерендә ут сәсрәткән, талапсан һәм эшлекле бригадирҙары ла ауыл халҡына торошло.
– Һин минең яҡын ғына балдыҙ бит әле, – тине Сабирйән Мостафа улы һүҙ араһында. – Әйҙә, апайың менән танышып ҡайт.
Журналист халҡына ни, юлда йөрөгәндә сәй эсереүсе, йылы һүҙ өндәшеүсе булһа, күңел ирей ҙә китә. Өҫтәүенә туған­дарымды таптым бит! Өмөкамал апай мине ихлас ҡаршыланы. Арҡамдан һөйөп алды, өлтөрәп йөрөп сәй табыны әҙер­ләне. Мин иһә хужаларҙың ихласлығынан бигерәк һылыулыҡтарына таң ҡалып ултырам: бындайын да матур, бер-береһенә тап килеп торған пар була икән! Йәнә, ғаиләлә бала-сағаның байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, бөтә урында тәртип, таҙа­лыҡ… Ул саҡта мин Үтәгән бригадаһы хаҡында ҙур ғына мәҡәлә менән сығыш яһаным. Яңылышмаһам, бригада етәк­сеһенең исемен дә бер генә урында иҫкә алғайным шикелле. Йәнәһе, туғанын маҡтаған, тип әйтмәһендәр.
Үтәгәндең абруйлы ғаиләһеУл көндән һуң әллә күпме һыу аҡты, яҙмыш кәмәһе мине лә тормош тигән аяуһыҙ диңгеҙендә ярҙан-ярға бәргеләй торғас, ниһайәт, ҡабаттан тыуған яҡтарыма килеп терәне. Һәм мин көндәрҙән бер көн һеңле тейешле кешенең машинаһына ултырып Үтәгәнгә юлландым. Оло маҡтауға лайыҡлы матур ғаилә – Өмөкамал менән Сабирйән Ғиниәтовтар хаҡында яҙыу ине ниәтем. Инде туҡһанды ваҡлаған апай менән еҙнәйҙең сәстәре салланған, кисергәндәре йөҙҙәренә тәрән йыйырсыҡ һалған, әммә икеһе лә төҫ ташламаған: һөйкөмлөләр, яғымлылар. Барыбер ҙә күңел матурлығы йөҙҙә сағылмай ҡалмай, күрәһең. Үткәндәрҙе хәтерләп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Улар тураһында күптән, бик күптән яҙырға тейеш булғанды аңланым.
Бөгөн балалары буй еткереп, тыуған ояларынан күптән осоп сыҡҡандар. Ата-әсәләре өлгөһөндә намыҫлы, егәрле булып үҫкән ул-ҡыҙҙары, күңелдәренә ятҡан һөнәр һайлап, үҙаллы тормош көтә. Ғәлләм механик һөнәрен үҙләштергән, оҙаҡ йылдар “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөткән, ҡатыны Рәйсә менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер үҙҙәренең биш ейәндәре бар.
Зөләйха менән Ғәҙилә тегенсе һөнәрен һайлаған, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Зөләйха менән Дәүләттең ғаиләһендә өс бала буй еткергән, дүрт ейәндәре үҫеп килә. Ғәҙилә тормош иптәше Рәшит менән Йәнгел ҡасабаһында йәшәй икән, ике ҡыҙҙары, ике ейәнсәрҙәре бар.
Зөһрә, Рәмилә һәм Рәмзиә уҡытыусы һөнәрен үҙ иткән, ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбендә эшләгән юғары категориялы математика уҡытыу­сыһы Зөһрә Сабирйән ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм Баш­ҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары менән билдәләнгән. Сибай ҡалаһында “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған. Зөһрә иптәше Мөҙәрис менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Үтәгәндә ғүмер иткән Рәмилә иһә өс бала тәрбиәләй, ә Амангилде мәктәбендә эшләүсе Рәмзиә ире Илдар менән бер ҡыҙ үҫтерә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Зөлфирә Сабирйән ҡыҙы Асҡар дауаханаһында эшләй. Уның тырыш хеҙ­мәте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының Почет грамотаһы менән баһа­ланған. Ғаиләһендә ике бала үҫә.
Өмөкамал менән Сабирйән Ғиниәтовтар бик бәхетле: уларҙың ете балалары, ун алты ейән-ейәнсәре, ун алты бүлә-бүләсәре бар. Бөтәһе бергә йыйылһа, өй ихатаһы кесе һабантуйҙы хәтерләтә.
Был татыу, матур ғаилә башлыҡтары Өмөкамал һәм Сабирйән Ғиниәтовтарҙың бала сағы, йәшлек йылдары илебеҙ кисергән ауыр һынауҙарҙан, аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш михнәттәренән айы­рылғыһыҙ. Сабирйән еҙнәй – Үтәгән ауылыныҡы. Хөббиямал менән Мостафа Ғиниәтовтарҙың татыу ғаиләһендә 1930 йылда донъя күргән. Башланғыс мәктәптә уҡый башлағанда уҡ Сабирйән тиҫтер­ҙәренән отҡорлоғо, яҡшы хәтере, сослоғо, көр тауышы менән айырылып тора. Һуғыш башланыр йылда атаһы үлеп ҡалғас, ғаилә һәм ике һеңлеһе хаҡындағы хәстәрлек ун бер генә йәшлек малайҙың иңдәренә ята. Бөйөк Ватан һуғышы халҡыбыҙ алдына оло һынау ҡуя: аҙ-маҙ ҡулына ҡорал алырҙай ир-ат яуға китеп бөтә, тормош йөгө ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға елкәһенә йөкмәтелә. Сабирйән дә ун өс кенә йәшенән колхоз эшенә егелә. Иҫәп-хисапҡа сос малайҙы ер үлсәү, иҫәпләү, яҙыу-һыҙыу эштәренә лә йәлеп итәләр. Үтәгән менән Ҡаҙмаш ауылдары араһын көн дә йәйәүләй торғас, үҫмер ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай, уны шунда уҡ колхоз баҫыуҙарына ҡарауылсы итеп тәғәйенләп тә ҡуялар.
1948 йылда һуғыш емереклектәрен тергеҙеү өсөн Әбйәлилдән Амур өлкәһенең Райчиха ҡалаһына ФЗО-ға оҙатылған 80 кеше араһында Сабирйән Ғиниәтов та була. Үтә лә ауыр шарттарҙа барған төҙөлөш эштәрендә егет һынатмай, гел алғы сафта бара. Ошонда уҡ ул үҙенең яҡташы, Буранғол егете Мәүлит Фәсхетдинов менән дуҫлашып китә.
– Бына бик шәп ҡыҙыҡайҙың адресы, – ти көндәрҙән бер көн Мәүлит. – Беҙҙең ауылдан Вәлиулла ағай менән Гөлъямал еңгәйҙең кесе ҡыҙҙары Өмөкамал, әле бәләкәйерәк инде былай, ләкин эшкә егәрле, үҙе сибәр…
– Уйламағанда, әллә ҡайҙарҙан, белмәгән-күрмәгән егеттән хат килеп төштө, – тип хәтерләй Өмөкамал апай. – Аҡыллы яҙылған хат, бер аҙ икеләнеп йөрөнөм дә яуап яҙып ебәрҙем. Ике йыл шулай хат алыштыҡ…
1950 йылда Буранғол мәктәбенең етенсе класын тамамлаған Өмөкамалды Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Шул арала, ФЗО хеҙмәтен тултырып, Сабирйән Үтәгәнгә ҡайтып төшә, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, ике туған ағаларын эйәртеп, Буранғолға кәләш әйттерергә китә.
– Әсәй ауырый, ҡайт, тип Әүжәнгә ағайым килде. Уға тиклем Сабирйәнде бер генә тапҡыр күргәйнем. Ҡайттым, әсәйем, шөкөр, һап-һау. Колхозға эшкә сыҡтым. Комбайнда көлтә биреп торам, эргәмә Сабирйән килде. Апай тейешле кешемә: “Бөгөн Өмөкамалды клубҡа апсыҡ”, – ти. Клубҡа сыҡтыҡ, шунда ғына дуҫымдан үҙемдең кисә үк кейәүгә бирелгән булыуымды ишеттем. Ижәп уҡытҡандар, үткәндәрҙе иҫләп, көлөшөп алдыҡ.
1950 йылдың ноябрендә Өмөкамал менән Сабирйәндең никахы ЗАГС-та нығытыла. Ун етеһе саҡ тулған ҡыҙын кейәүгә биргән өсөн Вәлиулла Әхмәтйәнов ауыл хакимиәтенә саҡыртыла, ауыл Советы секретарына район советы тарафынан шелтә бирелә, ә йәштәр татыу ғына йәшәп алып китә.
Шишәмбене күптәр ҡоро көнгә иҫәпләй, ә Ғиниәтовтарҙың ижәп уҡытыуы шишәмбегә тура килә. Һәм, шөкөр, уларҙың матур ғүмер итеүҙәренә 67 йыл тула. Апай менән еҙнәй бер-береһен күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән үк аңлап тора. Сабирйән Мостафа улы һәр ваҡыт яуаплы эштәрҙе башҡарҙы: комсомол ойошмаһы, партия ойошмаһы секретары, бригадир, Амангилде ауыл Советы рәйесе, агроном һәм башҡа вазифаларҙа ең һыҙғанып эшләп, халыҡ араһында оло абруй ҡаҙанды. Тынғыһыҙ хеҙмәт араһында Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын уңышлы тамамлап, агроном һөнәренә эйә булырға ла өлгөрҙө.
Өмөкамал апай иһә – иренең иң яҡын кәңәшсеһе, терәге, йорт усағын һүндермәй тотоусы уңған хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм әсә. Ғаилә башлығы иртә таңдан ҡара төнгәсә эштә йөрөгәндә, ете баланы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырыу ҙа, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ҡарау ҙа, бөткөһөҙ өй мәшәҡәттәре лә Өмөкамал апайҙың иңендә була. Тәүлектең ҡайһы ғына ваҡытында ҡайтып инһә лә, Сабирйән еҙнәйҙе йылы сырай, ҡайнар ашы көтә. Сабыр, эшһөйәр Өмөкамал Вәлиулла ҡыҙы колхоз эшенә лә өлгөрә: бесән әҙерләү, һарыҡ ҡырҡыу, сөгөлдөр үҫтереү, миндек бәйләү һымаҡ эштәрҙән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Аш-һыуға оҫта хужабикәнең өйө лә һәр саҡ ялт итеп тора, ул арала балаҫын да һуға, кейеҙен дә баҫа, яҫтыҡ-юрғандар ҙа эшләй, матур-матур күлдәктәрен дә тегә. Ул бәйләгән дебет шәлдәр Магнит баҙарында гелән үтемле була. Уңған баҡсасы, ихата тулы ҡош-ҡорт, өҫтәүенә Өмөкамал апай – еңел ҡуллы кендек инәйе.
Ҡәйнәһе менән ул ҡырҡ ике йыл бергә-бергә татыу ғүмер кисерә, ә инде әсәһе яңғыҙ ҡалғас, уны ла үҙ тәрбиәһенә алалар.
Сабирйән Ғиниәтов, үҙ сиратында, ҙур ғаиләне матди йәһәттән тәьмин итеүсе, утын-бесәнен ваҡытында етештереп, яҡындарын мохтажлыҡһыҙ йәшәтеүсе, өҫтәүенә, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр даим намыҫлы атҡарып, алдынғылыҡты бирмәгән етәксе. Уның тырыш хеҙмәте күп миҙалдар, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Улар араһында партияның өлкә комитеты Почет грамотаһы, “Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы ла бар. Сабирйән Мостафа улы күп тапҡыр ауыл советына, өс тапҡыр район советына депутат итеп һайланған, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, Амангилде совхозы ойошторолғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы кадрҙар бүлеге начальнигы булып та эшләй. Пенсияға сыҡҡас та әле совхозда ревизия комиссияһы ағзаһы, ветерандар ойошмаһы рәйесе кеүек яуаплы эштәр башҡара.
Бөгөн булһын Сабирйән Мостафа улына кәңәш тә, ярҙам да һорап мөрәжәғәт итәләр. Һәр хәл-ваҡиғаға ҡарата үҙ фекере, ғәҙел һәм тура һүҙле, шул уҡ ваҡытта кеселекле, кешелекле булғаны өсөн ихтирам итә уны ауылдаштары. Ауылда һәр кемдең көнитмеше ус төбөндәге кеүек. Тормош булғас, әҙәм балаһы төрлө хәлдәргә тарый. Уны аңһыҙ бәлә-ҡаза ла һағалай, яңылышыуҙар ҙа була. Һәр кемдең ҡыуаныс-шатлығын да, көйөнөс-хәсрәтен дә йөрәге аша үткәргән Сабирйән еҙнәй башҡалар яҙмышына битараф ҡала алмай. Заманында хөкөмгә тарттырылырға тейешле өс ауылдашын ул яҡлап алып ҡала, эште судҡа алып барып еткермәй. Йәш кенә ҡатындың эшен тикшереү өсөн Өфөнән прокурор ярҙамсыһы килеп төшкәс тә баҙап ҡалмай. “Ул әле йәш, ғаиләһе бар, хөкөмгә бирмәйбеҙ”, – тип ҡырҡа ҡаршы сыға. Ауылдаштары ла уның фекерен яҡлай.
– Һеҙ бик йәшләй өйләнешкәнһегеҙ, нисек яҡты тойғоларығыҙҙы һаҡлап ҡала алдығыҙ? – тип һорайым апай менән еҙнәйҙән.
– Еҙнәйең һәр ваҡыт ғаиләгә яуаплы ҡараны, – ти Өмөкамал апай. – Бер-беребеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һала белдек. Сабирйәнде армияға алып китеп барғастары, айырылышыуҙы бик ауыр кисерҙем. Өс йыл бергә йәшәп өлгөргәйнек инде. Ҡәйнәм менән донъя көтөп ҡалдым. Рәхмәт уға, миңә ҙур терәк булды. Тәүге улыбыҙ атаһы хеҙмәткә киткәс донъяға килде.
Совет Армияһы сафтарына алынғас, Сабирйән еҙнәй Хабаровскиҙа уҡып, икенсе категориялы радиотелеграфист һөнәрен ала, отделение командиры, взвод командиры ярҙамсыһы була. Һуңынан уны радиостанция етәксеһе дәрәжәһенә күтәрәләр. Өлкән сержант Ғиниәтовтың рәсеме Почет таҡтаһынан төшмәй.
– 1954 йылдың йәмле май айы ине. Ауылдан “улың бар” тигән хәбәр алдым. Эй, шул саҡта ҡыуаныуҙарым! Минең менән бергә иптәштәр ҙә шатланды. Командир өс көнгә увольнение бирҙе хатта.
Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән Сабирйән Ғиниәтов 3 йыл да 2 ай хеҙмәт иткәндән һуң өйөнә ҡайтып төшә. Ҡайтып инеүгә, бер мәртәбә лә күрмәгән өс йәшлек улы уға ҡаршы йүгереп сыға.
– Әсәй, әсәй, беҙгә урыҫ инеп килә! – тип ҡысҡыра ул, атаһын күргәс.
Һоҡланғыс ғүмер юлы… Унда ел-дауылдары ла, текә һикәлтәләре лә осрамай булмаҫ. Әммә бер-береһенә оло һөйөү һәм ихтирам тойғоһон йылдар дауамында һаҡлап ҡала алған Өмөкамал менән Сабирйән Ғиниәтовтар. Бала ҡайғыһы ла урап үтмәгән ғаиләне: бер улдары яҡты донъяларҙан китеп барған. Ауырлыҡтар килгәндә, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡыуаныстарҙы уртаҡ кисереп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ихлас һөйөнөп, бөгөн дә матур ғүмер кисерә хеҙмәт ветерандары. Хоҙай уларға артабан тик бәхетле йылдар насип итһен.


Вернуться назад