Ишмөхәммәт хажи ҡиссаһы02.06.2017
(Әҫәрҙән өҙөк)
Ишмөхәммәт хажи ҡиссаһыСовет власы тарафынан исеме тарих төпкөлөндә ҡалдырылып, онотолоуға дусар ителгән диндарҙар араһында Ишмөхәммәт Зәитов та бар. Ул заманында Иҙел – Урал төбәгендә, Ислам донъяһында киң танылыу алған күренекле, абруйлы шәхес булған. Үҙенә бөйөк мәғрифәтсе Шиһабетдин Мәржәниҙең юғары баһа биреүе, дини эшмәкәрлегенең ғалим, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдин тарафынан ентекле тикшерелеүе, өйрәнелеүе генә лә күп нимә хаҡында һөйләй.

Ишмөхәммәт 1750 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Күбәк ауылында (хәҙер – Башҡорт­остандың Бүздәк районы) тыуған. Шиһабетдин Мәржәни “Мөстәфадел әхбар фи әхүәли Ҡазан вә Болғар” (“Ҡазан һәм Болғар хәлдәре тура­һында файҙаланған хәбәрҙәр”) исемле әҫәрендә тарихи ваҡиғаларға ниндәй ҙә булһа өлөш индергән тәрән белемле руханиҙар тураһында бәйән иткәндә Ишмөхәммәт Зәитовҡа айырым туҡтала, уның шәжәрәһен дә килтерә, тиҫтәнән ашыу бабаһын телгә ала.
Мәғрифәтсе, ғалим Ризаитдин Фәхретдин дә үҙенең “Асар” тигән хеҙмәтендә Ишмөхәммәт хажиҙы ихтирам менән иҫкә ала, тәрән белемле дин белгесе, мөҙәрис, мөғәллим икәнлеген раҫлай. Ул Зәитовтың тормош юлын, дини эшмәкәрлеген өйрәнгәндә Күбәк ауылына ла килә. “Был шәжәрә нәҫел-нәсәбенең ҡулында булған бер нисә нөсхәнән күсереп яҙылды, – тип билдәләй. – Ишмөхәммәт йәш ваҡытында уҡый-яҙа белмәгән. Йырға маһирлығы сәбәпле төрлө мәжлестәргә саҡыры­лып, халыҡтың кәйефен күтәрә торған булған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә скрипкала уйнарға өйрәнгән. Аҙаҡ өйләнгән вә 22 йәшендә ауылдан китеп юғалған”.
Ниңә Ишмөхәммәт һис көтмәгәндә, бер кемгә һис ни әйтмәй Күбәктән сығып киткән? Ни булған йыр-моңға бай күңеленә? Быны аңлау, асыҡлау өсөн Рәсәйҙәге тарихи-сәйәси хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек. 1552 йылда Иван Грозный Ҡазанды баҫып алғас, мосолмандар күргән золомдоң иге-сиге булмай: һуйыш-үлтереш, ҡанға батырыш өҫтөнә дингә ҡаршы ла һуғыш иғлан ителә. Ишмөхәммәттең рухи ҡиммәттәренән, иманынан яҙырға теләмәгән бабалары тыуған төбәге Кибәкте ҡалдырып, башҡорт еренә күсенә һәм Күбәк ауылында тамыр ебәрә. Ваҡыт үтеү менән батша хөкүмәте әлеге сәйәсәтенән сигенеп, мосолман руханиҙары менән уртаҡ тел табыу юлдарын эҙләй башлай. 1762 йылда тәхеткә Екатерина II ултырғас, мосолмандарҙың тормошонда аҙмы-күпме ыңғай үҙгәреш­тәр күҙәтелә: суҡындырыу урындары бөтөрөлә, дәүләт дини ойошма­ларҙың эшенә тығылмай башлай. 1767 йылдың яҙ-йәй айҙарында батшабикә Иҙел буйлап сәйәхәткә сығып, шундағы ҡалаларҙа, төбәктәр­ҙә була. Бер аҙҙан уның рөхсәте менән Ҡазанда Апанай мәсете асыла. Екатерина Икенсенең 1773 йылдың 17 июнендә сыҡҡан Указы нигеҙендә Рәсәй империяһында йәшәгән һәр халыҡ үҙ динен тотоуға тулы хоҡуҡ ала.
Ошондай мөмкинлек Ишмөхәм­мәткә ныҡлы ҡарарға килеүгә булыш­лыҡ иткәндер: күңеле менән Исламға тартылған уҙаман хаж ҡылырға йәйәүләп сығып китә. Мәғлүм ки, ул осорҙа был сәфәр бер нисә йылға һуҙылған, төрлө ҡурҡыныстар янаған. Бихисап михнәт кисереп, ниәтен бойомға ашырған Ишмөхәммәт, хаж ҡылғас, һигеҙ йыл Ҡаһирәлә йәшәй, данлыҡлы Әл-Әзһәр мәҙрәсәһендә белем ала. Өлгөрлөгө, етеҙлеге, аҡыллы, зиһенле булыуы, Ҡөрьәнде үҙенсә матур итеп көйләп уҡыуы менән шөһрәт ҡаҙана. Күп ваҡытын китаптарҙы күсереп яҙыуға бағыш­лай. Каллиграфияһы бик матур булғанлыҡтан, был хеҙмәтенә һорау ҙур була. Бер үк ваҡытта уҙаман төрлө аҡыл эйәләренең, тарихсы­ларҙың эштәре менән таныша, өйрәнә. Ғәрәп, фарсы һәм төрөк телдәрендә иркен һөйләшә башлай.
Ишмөхәммәт хажи тыуған яғына үҙе күсереп яҙған, быға тиклем һирәк осраған “Әл-мирҡәте шәрхел-мишкят” тигән китапты алып ҡайта. Алты киҫәктән торған ул баҫманы мөфтөй Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы Тәвкилев һатып ала һәм файҙаланыу өсөн Килем ауылы мәҙрәсәһенә бирә. Хажиҙың үҙе ҡулланған “Фәтавый” исемле китабы Өфөләге Диниә назаратында һаҡланған.
Бынан алдағы йылдарға әйләнеп ҡайтҡанда, “Әл-Әзһәр”ҙе тамамлағас, Ишмөхәммәт Бохарала, Сәмәрҡәндтә шәкерттәрҙе Ҡөрьән уҡыу серҙәренә төшөндөрә. 1783 йылда Ҡазандың беренсе мәсете ҡаршыһындағы мәҙ­рә­сәлә һабаҡ бирә. Хажи Ҡөрьәнде яттан матур итеп көйләп уҡыуы, һоҡланғыс яҙыуы, тәрән ғилеме менән ҙур абруй ҡаҙана. Артабан аҡ бабаларының тыуған төйәге булған Кибәк ауылы мәҙрәсәһендә белем бирә, унан саҡырыу буйынса Иж-Бубыйҙағы ғилем усағына (хәҙер Татарстандың Әгерже районына ҡарай) эшкә килә. Ваҡыт үтеү менән был уҡыу йорто мосолман мәғри­фәтселегендә мөһим үҙәккә әүерелә. Унда Рәсәйҙән генә түгел, Польшанан, Литванан, Себерҙән, Төркөстан­дан килеп белем алалар. Уҡыу 12 йыл дауам итә. Төрлө фәндәр төплө өйрәтелә, Ҡөрьәнде дөрөҫ, матур итеп уҡыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Быға, әлбиттә ки, Ишмөхәммәт хажи тос өлөш индерә. Төрлө кешеләрҙең китаптарында ошо хаҡта йылы бәйән ителә.
1790 йылда Ишмөхәммәт хажи Ҡарғалы мәсетенә мөҙәрис итеп күсерелә. Мәғлүм ки, был биҫтә заманында мәшһүр мәғрифәт, мәҙәниәт үҙәге була. Ул 1744 йылда Ырымбур ҡалаһынан 18 саҡрым төньяҡтараҡ, Ҡарғалы йылғаһының Һаҡмарға ҡойған урынында төҙөлә башлай. Биҫтә сауҙагәрҙәре Рәсәй менән Урта Азия араһындағы алыш-биреште тиҙ йәнләндереп ебәрә.
Заманының танылған шағиры, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡарғалый Әбелмәних Ишмөхәммәт хажиҙың шәкерте була. Һуңынан ул үҙ яҙма­ларында уҡытыусыһын тәрән ихтирам менән иҫкә ала. Хәрәзмдән Ишнияз Ширнияз улы һәм Бағдадтан Вәлиәтдин Хәсән улы ла, хажиҙың хеҙмәтен юғары баһалап: ”Ул шәкерттәргә генә түгел, беҙгә лә, мөғәллимдәргә, остаз булды”, – тип яҙа.
1793 йылда мөфтөй Мөхәммәтйән Хөсәйеновтың тәҡдиме менән Ишмөхәммәт хажи Ырымбурҙа бай балалары өсөн асылған мәҙрәсәлә Ҡөрьән уҡыу серҙәрен өйрәтә башлай. Улар икеһе яҡташ, фекерҙәш була. Мөфтөй бер мәл, далала үҙ йоғонтоһон көсәйтергә теләп, экспедиция ойоштора, сәфәргә Ислам донъяһында ҙур абруй ҡаҙанған Ишмөхәммәт хажиҙы ла ала. Улар ҡышлауҙан ҡышлауға күсеп, старшиналар, муллалар, солтандар ме­нән осрашалар. Мөфтөй вәғәздә­рендә Ислам дине, Мөхәммәт пәйғәм­бәр, уның хәҙистәре тураһында һөйләһә, Ишмөхәммәт хажи халыҡты Ҡөрьәнде яттан матур итеп уҡыуы менән әсир итә. Сәфәр бик еңелдән булмаһа ла, уңышлы тамамлана. Ә киләһе йылында мөфтөй, юлдаш итеп Ишмөхәммәт хажиҙы ла алып, бер нисә тапҡыр баш ҡалаға бара һәм аҙаҡ, ниһайәт, улар батша менән осрашыу бәхетенә өлгәшә.

(Аҙағы киләһе йома һанында).


Вернуться назад