“Иң тәүҙә йорт түгел, күршеләреңде һайлап ал” тигән әйтем һәр кемгә лә билдәле. Мин дә изге күңелле, илтифатлы ут күршем хаҡында йылы һүҙ әйтмәксемен. Физария Баһауетдинова баш ҡалала тыуып үҫеп, 95-се мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, кооператив техникумына уҡырға инә. Һатыусы, магазин директоры булыуға өлгәшһә лә, күңеле медицинаға тартыла һәм училищеға уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң баш ҡаланың 4-се бала табыу йортонда эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан һөнәренә тоғро ҡала ул. Физария Фидаил ҡыҙын әле лә тәжрибә уртаҡлашырға саҡырып торалар.
Йәшлектә Сергей исемле егет менән танышып, матур ғаилә ҡора Физария. Йәштәр шул саҡта уҡ Свердлов урамындағы иҫке генә өйҙө һатып алып, һүтеп, урынына ике ҡатлы бынамын тигән йорт һалып керә. Алмалай өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Әлиә үҙ ғаиләһе менән йәшәй, 21-се дауаханала эшләй. Настя мәктәпте тик яҡшыға тамамлап, Ҡазан дәүләт университетында уҡып йөрөй. Бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнгән ҡыҙ ҙур сәхнәлә сығыш яһап ҡыуандыра. Билдәле йырсы Артур Туҡтағоловтың төркөмөндә сығыш яһай. Даша иһә быйыл мәктәпте тамамлай, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә лә ҡатнашырға өлгөрә, йыш ҡына телевидениела сығыш яһай.
Ғаилә хужаһы Сергей оҙаҡ йылдар “УПАП-3” ойошмаһында водитель булып хеҙмәт итте, бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Сергей Скарженюк хәҙер “Газспецмонтаж” ойошмаһында яуаплы вазифаны биләй. Иң мөһиме – ябай, тырыш, татыу, уңған ғаилә бөтә күрше-тирәнең ихтирамын яуланы, кәңәштәренән, ярҙамынан өҙмәйҙәр. Ҡыҙҙар иһә яҡшы тәрбиә алғаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Оло кеше булараҡ сырхап китһәм, Физария йүгереп килеп етә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итә.
Матур ғаилә — ил ҡото, тиҙәр. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине.