Терәк-таяныс булығыҙ02.06.2017
Терәк-таяныс булығыҙБерҙәм дәүләт имтиханы хаҡында, ғөмүмән, нимә уйлайһығыҙ? Ошо һорауҙы улы йәки ҡыҙы XI класта уҡыған ата-әсәгә биреп ҡарағыҙ: яуап бик ыңғай буласаҡ, йә, киреһенсә, ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәлә яңғыраясаҡ. Әммә берәү ҙә битараф ҡалмаясаҡ, сөнки белем менән бер рәттән, психологик ныҡлыҡ, үҙ-үҙеңде тота белеү, тыныслыҡ кеүек сифаттар ҙа талап иткән ҡатмарлы һынауҙы бер нисек тә урап үтеп булмай, уны ҡәҙерле балаларыбыҙға үҙ тиреһендә тойорға һәм... артабан алға, ҙур тормошҡа табан атларға кәрәк. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа БДИ һәр үҫмер өлөшөнә төшкән тәҡдиргә, киләсәкте билдәләгән оло һынауға әүерелде. Әйтергә кәрәк, уның тирәләй бәхәстәр әле лә тынмай, шул уҡ ваҡытта имтиханды һәр йәһәттән камиллаштырыу ҙа туҡтағаны юҡ – йылдан-йыл яңылыҡтар өҫтәлеп тора, киләсәктә, ғөмүмән, имтихан тапшырасаҡ фәндәрҙең һанын һәм төрҙәрен арттырыу күҙаллана. Тулҡынланыу, борсолоу тойғолары, һис шикһеҙ, ата-әсәләрҙе лә урап үтмәй, сөнки ҡатмарлы һынауҙың һөҙөмтәһе баланың интеллектуаль һәм психологик мөмкинлектәренә генә ҡайтып ҡала, бәғзе замандағы кеүек, кем менәндер килешеп-һөйләшеп, имтихан баһаламаларын һатып алыу йә иһә үҙгәртеү, ғәмәлдә, мөмкин түгел.

БДИ-ның дәүләт кимәлендәге мөһим ваҡиға икәнлеге хаҡында йыл буйына төрлө кимәлдәрҙә барған саралар ҙа һөйләй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе, унда Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө министр­лыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
– Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу – бик етди мәсьәлә. Йыл һайын беҙ уны ғәҙел, объектив рәүештә үткәреү хаҡында әңгәмәләшәбеҙ. Был ваҡиға Мәғариф министрлығына ғына ҡағылышлы түгел, барыбыҙ өсөн дә мөһим. Тармаҡта тәртип боҙоуҙарҙы булдырмау, имтиханды тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы. Былтыр Рәсәйҙең “Рособрнадзор” белгестәре баһаламаһы буйынса, Башҡортостан объективлыҡ һәм тәртип боҙоуҙарҙың бик аҙ булыуы менән “йәшел зона”ға инде. Ошо кимәлде тоторға һәм күрһәткестәрҙең түбәнәйеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында.
Ысынлап та, Берҙәм дәүләт имтиханы ябай ваҡиға түгел. Ғәмәлдә, уға әҙерлек X класта уҡ башлана, ә һуңғы уҡыу йылы еткәс, үҫмерҙәрҙең бар көсө профиль буйынса һайлаған фәндәрҙе өйрәнеүгә, шулай уҡ БДИ-ның нескәлектәрен төшөнөүгә китә. Белеүебеҙсә, уның үҙ баһалау критерийҙары, техник талаптары бар, һәм һәр уҡыусы имтихандар башланғансы уларҙы төшөнөргә һәм иҫәпле ваҡытта барлыҡ белемен ҡулланып, дөрөҫ яуаптар яҙырға тейеш. Шуға күрә йыл дауамында уҡыусылар бер нисә тапҡыр оҡшаш шарттарҙа һынау биреп ҡарай, “репетиция” үткәрә. Мәҫәлән, майҙа ғына республикала 78 имтихан алыу пунктында ошондай “репетициялар” уҙғарылған, улар штатлы режимда үткән.
Имтиханға ҡағылышлы мәғлүмәттәргә килгәндә, Рәсәй буйынса беренсе һынау 29 майҙа башланды, республикала дүрт меңдән ашыу мәктәпте тамамлаусы тәүгеләрҙән булып география һәм информатика фәндәренән имтихан тапшырҙы. Дөйөм һандарға килгәндә, имтихандарҙың төп осоро 19 июнгә тиклем дауам итәсәк, Башҡортостанда БДИ-ны 20 400 кеше урта белем биреү учреждениелары ниге­ҙендә асылған 100 пунктта тапшырасаҡ, улар араһында мәктәпте быйылғылар менән бер рәттән, башҡа йылдарҙа тамамлаусылар ҙа бар.
Берҙәм дәүләт имтихандарының контроль-үлсәү материалдарын имтихан урынына хәүефһеҙ килтереп еткереү, БДИ бланктарын эшкәртеү, эштәрҙе тикшереү һәм һаҡлау саралары күрелгән, имтихан ҡабул итеү пункттарының барыһы ла металл эҙләү ҡоролмалары, видеокүҙәтеү системаһы менән тәьмин ителгән. Имтихан ҡабул итеү пункттарының 90 проценты онлайн тапшырыу тәртибендә эшләйәсәк, был федераль күҙәтеүселәрҙең һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта республиканың юғары йорттары студенттары иҫәбенән 200 йәмәғәт күҙәтеүсеһе махсус әҙерлек үткән.
Былтырҙан имтихандар ваҡытында кәрәҙле бәйләнеш тулҡындарын һүндереү сараһы ла күрелә. Шулай уҡ быйыл тағы бер яңылыҡ тормошҡа ашырыласаҡ: ҡабул итеү пункттарының яртыһында имтихан эштәре туранан-тура аудиторияла баҫты­рылып сығарыласаҡ. Бының өсөн прин­терҙар һәм юғары тиҙлекле сканерҙар һатып алынған, ошо маҡсатҡа 30 миллион һум күләмендә федераль субсидия бүлен­гән, шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан 13 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Тағы бер үҙенсәлек. Ҙур ҡалаларҙа имтихан тапшырыу пункттары проблемаһы еңелерәк хәл ителһә, райондарҙа был мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер райондарында БДИ тапшырыу пункттары бөтөнләй булмаясаҡ. Исемлектә – Благовар, Ҡыйғы, Краснокама, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ район­дары. Был төбәк мәктәптәрен тамамлаусылар Шишмә, Дыуан райондарында, Нефтекама, Күмертау, Стәрле­тамаҡ ҡалаларында урынлашҡан имтихан тапшырыу пункттарына юлланасаҡ.
Кәңәшмәлә балаларҙы тейешле урынға хәүефһеҙ алып барыу-ҡайтыу, маршрут водителдәрен һайлау, автобустарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуын ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Йыраҡ аранан килгәндәрҙе имтихан алыу пункты урынлашҡан төбәктә бер көн алда ҡабул итеү һәм урынлаштырыу мөмкинлеген булдырыу проблемаһы ла телгә алынды. Былтыр, мәҫәлән, ошондай ғәмәл Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында тормошҡа ашырылған. Бындай пункттар өсөн муниципаль район һәм ҡала башлыҡтары яуаплы, тип билдәләнгән.
Имтихандар ваҡытында тәртип боҙоу­ҙар теркәлә ҡалһа, мәктәп директоры йә­ки имтихан ҡабул итеү пункты етәксеһенән башлап имтихан комиссияһы ағзаһы, аудиторияларҙағы ойоштороусы, техник белгес булһынмы – барыһы ла ад­ми­нистра­тив һәм дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, шуға күрә Берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында һәр кемдән оло яуаплылыҡ, иғтибар талап ителә.
Ошоларҙан һуң уйлап ҡарағыҙ – беренсенән, Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу, үткәреү дәүләттән ни тиклем ҙур сығымдар талап итә! Мәҫәлән, үрҙә килтерелгән һандар техникаға ғына ҡағылышлы, уныһы ла беҙҙең республика өсөн генә. Рәсәй кимәлендә был һандар нисә тапҡырға артҡанын күҙаллау ҡыйын түгел.
Икенсенән, һәр ваҡыттағыса, Берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында балалар һәм атай-әсәйҙәр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре араһында психологик көсөргәнеш күпкә арта. Әлбиттә, йыл дауамында үҫмерҙәр генә түгел, уларҙың яҡындары менән дә имтихандарға ҡағылышлы һөйләшеүҙәр, аңлатыу эштәре алып барыла. Әммә балаһының яҙмышы хәл ителгән осорҙа атай-әсәйҙәрҙең борсолоуы – тәбиғи хәл, тик был көсөргәнеш бер нисек тә бала менән мөнәсәбәттәрҙә сағылырға тейеш түгел, сөнки ошондай ҡатмарлы ваҡытта балаға яҡындарының ярҙамын тойоу, фекерҙәш, рухташ икәнлеген белеү мөһим.
Имтихан, нисек кенә ҡатмарлы һәм мөһим булмаһын, ул барыбер ябай имтихан ғына. Уның һөҙөмтәләре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, атай менән әсәй балаһын артығыраҡ йәки кәмерәк ярата башламаясаҡ, тормош та үҙ яйы менән дауам итәсәк, һәләттәрҙе ҡулланырлыҡ башҡа мөмкинлек-форсаттар килеп сығасаҡ. Һығымта бер: йәйҙең ошо ҡыҙыу осоронда балаларығыҙҙың ҡанаты, терәк-таянысы булығыҙ, күңел йылыһын, яҡшы һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең берҙәмлек, тыныслыҡ мотлаҡ имтихан­дарҙың һөҙөмтәһендә ыңғай сағылыш табасаҡ. Ә имтихан тапшырыусыларға, әлбиттә, уңыштар, уңыштар, уңыштар!

Кәңәштәргә ҡолаҡ һал!

1. Бала имтиханда нисә балл алыр тип борсолмағыҙ, имтихандан һуң уны тәнҡитләмәгеҙ. Балдарҙың һаны улығыҙҙың йә ҡыҙығыҙҙың мөмкинлектәрен тулыһынса баһалай торған ғәмәл түгел икәнлеген уға төшөндөрөргә тырышығыҙ.
2. Имтихан алдынан баланың тыныслығын һаҡлағыҙ, сөнки көсөргәнеш имтихан һөҙөмтәһендә сағылыш табыуы ихтимал. Ғөмүмән, ата-әсәнең кәйефе, ғәҙәттә, балаға күсә. Ололар хис-тойғоһон йүгәнләй алһа, баланың иһә “ысҡыныуы” ихтимал.
3. Балағыҙҙың күңелен күтәрегеҙ, маҡтағыҙ.
4. Үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырығыҙ, сөнки күңелендә ни тиклем шик-шөбһә күберәк, шул тиклем һөҙәмтә түбәнерәк булырға мөмкин.
5. Баланың хәл-торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Уның талсығыуын һеҙҙән башҡа бер кем дә ваҡытында күрмәйәсәк.
6. Баланың көн тәртибен контролдә тотоғоҙ, саманан тыш артыҡ шөғөлләнеү ҙә файҙаға түгел. Ял итеп тә алһын.
7. Өйҙә әҙерләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырығыҙ, ҡамасауламаһындар.
8. Баланың туҡланыуына иғтибар итегеҙ. Аш-һыуҙы төрләндерегеҙ, туҡлыҡлы, витаминдарға бай итегеҙ. Балыҡ, эремсек, сәтләүек, өрөк һәм мейене эшләтеүсе башҡа аҙыҡтар алырға тырышығыҙ.
9. Тестарға әҙерлек ваҡытында уҡ баланы ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм ҡулланырға өйрәтегеҙ. Имтиханда иғтибарҙы туплау һәм минуттарҙы дөрөҫ файҙалана белеү ҙур роль уйнай.
10. Имтихан алдынан бала яҡшы ял итһен, йоҡлаһын.
11. Имтихан ваҡытында балаға түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер:
* тиҙ генә тест буйлап күҙ йүгертеп сыҡһын, мәсьәләләрҙе баһалаһын – был дөрөҫ көйләнергә ярҙам итәсәк.
* һорауҙы мотлаҡ башынан аҙағынаса уҡырға, шунан ғына эшләй башларға кәрәк.
* яуапты белмәй икән, ҡалдырып торорға, аҙаҡ, башҡа күнекмәләрҙе башҡарғас, кире әйләнеп ҡайтырға.
* бирелгән ваҡыт эсендә яуап табылмай икән, һиҙемләүгә ышанып, дөрөҫ тойолған яуапты билдәләргә.
12. Иң мөһиме – көсөргәнеш булдырмағыҙ, баланың тыныслығын һаҡлағыҙ!



Вернуться назад