“Миҙалым йөрәгемде йылыта”02.06.2017
“Миҙалым йөрәгемде йылыта”Кисә Хөкүмәт йортонда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ҡатындар “Әсәлек даны” миҙалын алып ҡыуанды. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.
Бүләкләү тантаналарының иң наҙ­лыһы ул әсәләргә миҙал тапшырыу сараһы. Ике тиҫтәнән ашыу әсәне бүләк­ләне Салауат Сәғитов. Һәр ҡайһыһына йылы һүҙ тапты. Тантананың балаларҙы яҡлау көнө менән тап килеүе лә оло мәғәнәгә эйә, сөнки, нисек кенә булмаһын, баланың иң ныҡлы яҡлаусыһы ла, ҡурсалаусыһы ла – әсә.
Бүләкләнеүселәр араһында Миәкә районынан Зөлфирә Хәсәнова ла бар. Ул – биш бала әсәһе, Сәтәй-Бөрйән ауылы клубы мөдире.
– Беҙҙең ауылда ике йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Утыҙға яҡын бала бар. Мәктәпкә күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар. Өлкән улым Артурға 23 йәш, иң кесеһе Фирүзәгә өс йәш тулды. Артурҙы яңыраҡ өйләндерҙек. Айнур, Илнур һәм Илзирә – мәктәп уҡыусылары. Йәйге каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Балаларым спорт менән әүҙем шөғөлләнә, шуға күрә йәйгеһен спорт лагерында ял итергә йыйыналар. Сиратлап Өфөлә йәшәгән өләсәләренә ҡунаҡҡа барып ҡайтырға йөрөйҙәр. Сиратлап тигәнем шунан – өйҙә мал-тыуар, ҡош-ҡорт күп. Уларһыҙ мин ҡулһыҙ һымаҡ. Иң шәп ярҙамсыларым. Бөгөнгө тантана балаларҙы яҡлау көнөнә тура килде. Был көн беҙҙең ғаилә өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ғаиләбеҙ менән бөтөн эштәрҙе ситкә ҡалдырып, Дим буйына ял итергә төшөүҙе йола итеп алғанбыҙ. Әле лә ирем машинала көтөп ултыра. Балалар әйберҙәрен йыйып балыҡ ҡармаҡларға, ит ҡурырға, уйындар уйнарға әҙерләнә. Был бит үҙе бәхет, – ти Зөлфирә Миңнулла ҡыҙы.
Уның һүҙҙәрен Йылайыр районынан Гөлгөнә Сурина ла ҡеүәтләй.
– “Әсәлек миҙалы” менән бүләкләү тантанаһына саҡырғастар, иң ҡыуанғаны балалар булды. Әле улар тәмле сәй табыны әҙерләп мине көтә. Миҙалды тағыу менән быға тиклем булмаған хис-тойғолар биләп алды. Миҙалым йөрәгемде йылыта, – ти бәхетле әсә.


Вернуться назад