Ижтимағи һәм иҡтисади үҙгәрештәр хайран ҡалырлыҡ ҙур аҙымдар менән алға барған заманда йәшәйбеҙ. Балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһе көнүҙәк проблема булып тора. Үҫеп килгән быуынға нисек дөрөҫ тәрбиә бирергә, милли рухта тәрбиәләргә, тыуған яҡҡа һөйөү уятырға? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә яуап алыр өсөн 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә республикала ата-әсәләр форумы асылды. Сараның маҡсаты – мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса фекер алышыуҙа һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ата-әсәләрҙең ҡатнашлығын әүҙемләштереү.
Маҡсатлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләү өсөн ата-әсәнең балаһына булған иғтибары ҙур. Юҡҡамы ни ошо көндәрҙә Владимир Путин 2018 йылдан Бала саҡ унйыллығы указына ҡул ҡуйҙы.
– Балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, кеше итеү күп көс талап итә. Совет заманында эштән фатир биргәндәр. Бөгөн иһә баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Ата-әсәгә торлаҡ мәсьәләһен үҙ көсөнә ышанып хәл итергә тура килә. Улар күп ваҡытын эштә үткәрергә мәжбүр. Спорт секциялары, түңәрәктәр – барыһы ла түләүлегә әйләнеп бара. Бала үҙ йүнен үҙе күрә. Яйлап Интернет донъяһына сума. Балаларҙы виртуаль донъянан тартып алып, тәбиғәтебеҙҙең матурлығын күрһәтергә өйрәнәйек. Иң мөһиме – Ватанға һөйөү уятыу. Күп уйлағандан һуң тәжрибәле белгестәрҙән торған структура төҙөргә булдыҡ. Ул балаларҙы уҡытыу, өйрәтеү, тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы башҡарырға тейеш, – тине, форумды асып, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Ата-әсәләр лигаһы лидеры Нина Добрынченко-Матусевич, Ғаиләгә һәм ғаилә ҡиммәттәренә социаль ярҙам итеү милли ата-әсәләр ассоциацияһы башҡарма директоры Лариса Санатовская, республиканың бөтә муниципалитеттарынан ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәренең сығыштары балаларҙы Интернетта яҡлау, ата-әсәләрҙең тәрбиә биреү өсөн яуаплылығы, балалар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә арналды. Форумды ойоштороусылар фекеренсә, йәш граждандарҙы ата-әсәләр һәм йәмғиәт берҙәмлектә тәрбиәләргә тейеш.
Төп өлөштән һуң аралашыу “Сәләмәт быуын”, “Балаларҙы хоҡуҡи яҡлау”, “Ата-әсәләр тәжрибәһе. Хәҙерге заман ата-әсәләре нимә белергә тейеш?”, “Интернетта балаларҙың медиахәүефһеҙлеге” майҙансыҡтарында дауам итте.