“Билдәһеҙ лагерға юл ҡуйылмаһын”02.06.2017
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция тәртибендә балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙың һаулығын нығытыу мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Былтыр балалар ялына ҡағы­лышлы норматив-хоҡуҡи база ярайһы уҡ камиллаштырылды, – тип билдәләне Премьер-министр. Хәҙер уны ойоштороу буйынса вәкәләттәр Мәғариф министр­лығына йөкмәтелде.
Хөкүмәт Рәйесенең әйтеүе буйынса, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, санитар нор­ма­ларҙы, янғынға ҡаршы ҡағиҙә­ләрҙе үтәү төп темалар булып тора.
— Ялды ойоштороу буйынса хеҙмәт­тәр күрһәтеүсе компанияларға талаптар анығыраҡ, ҡатыраҡ көскә эйә булды. Ул балалар менән эшләүсе кешеләрҙе тикшереүгә һәм уларҙың квалифика­цияһына ҡарата талаптарға ла ҡағыла. Һүҙ вожатыйҙар, тәрбиә­селәр, оҙатыу­сы­лар хаҡында бара. Улар барыһы ла ҡа­рауҙағы балалар өсөн үҙҙәренә яуап­лылыҡ ала һәм именлектең иң мөһим талап икәнлеген аныҡ аңларға тейеш, – тип билдәләне Дмитрий Медведев.
Премьер-министр хәбәр итеүенсә, балаларҙың ялын һәм уларҙың һаулығын нығытыуҙы ойоштороуҙы дәүләт яғынан көйләү һәм контролдә тотоу нигеҙҙәре раҫланды. Уларҙа балалар ялын ойоштороу системаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән белгестәр әҙерләү, лагерҙар, һаулыҡ йорттарын төҙөү һәм яңыртыу, закондар базаһын артабан аныҡлау буйынса бурыстар сағылыш тапты.
— Был миҙгелдең тағы ла бер яңы­лығы – балалар туристик төркөмдә­ре­нең маршруттары хаҡында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына мотлаҡ хә­бәр итеү. Бындай төркөмдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтә белгән һәм махсус әҙер­лек үткән инструктор-оҙатыусылар булыр тейеш, – тине Дмитрий Медведев. – Беҙҙә берҙәм ашығыс хеҙмәт­тәрҙең телефон номеры булдырылған. Кәрәк булғанда ашығыс ярҙам алыу өсөн һәр кем уға шылтырата алырға тейеш.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә, балалар ялын ойоштороусы бөтә ойошмаларҙың да махсус реестрҙарға индерелеүе шарт. “Билдәһеҙ бер лагерь ҙа булмаҫҡа тейеш”, – тине ул.


Вернуться назад