Үткәндәргә алып ҡайтты06.04.2012
Үткәндәргә алып ҡайттыГәзитебеҙҙең 95 йыллығы уңайынан юбилей саралары башланды тиһәк тә була. Кисә ошо уңайҙан редакциябыҙҙа үҙенсәлекле фотокүргәҙмә асылды. Ошоғаса ойошторола килгәндәренән айырмалы, был юлы күргәҙмәнең сәбәпселәре лә, геройҙары ла үҙебеҙ булдыҡ.
"Башҡортостан" гәзитенә — 95" тип атала күргәҙмә. Үҙенсәлекле фотолар теҙмәһе коллективтың бар булмышын сығылдыра. Айырыуса тарихи фотоларға ҙур урын бирелгән. Редакциябыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләп киткән ағай-апайҙарҙың йәш саҡтары, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың коллектив фотолары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Айырыуса легендар фотохәбәрсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Анатолий Виноградовтың ижади эштәрен олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп ҡараны. Шунан нисек үткәндәргә ҡайтып булмай тип әйтәһең инде? Фотоһүрәттәр хәтирәләрҙе яңыртты, йәшлеккә алып ҡайтты, тағы бер тапҡыр ветерандарыбыҙ менән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде) "осраштырҙы", күңелле эш мәлдәрен иҫкә төшөрттө.
"Башҡортостан" гәзитенә — 95" фотокүргәҙмәһе ҡунаҡтарҙы ла әсир итте. Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев, Башҡортостан Республикаһы элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре фотоһүрәттәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. "Бөгөнгө матбуғатты фотоһүрәттәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, һәр ҡайһыһы тарихи ысынбарлыҡ, фактик материал. Бөгөнгө күргәҙмә быға асыҡ дәлил. Ғөмүмән, бөгөн һәр ваҡытлы матбуғат сараһы уҡыусылары өсөн үҙенсәлекле бер аралашыу майҙаны булдырырға бурыслы. "Башҡортостан" был йәһәттән өлгө", — тине Башҡортостан Республикаһы элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
Әйткәндәй, был көндө ҡунаҡтар Башҡорт журналистикаһының тарихы музейын ойоштороу кәрәклеген дә билдәләне һәм яҡын киләсәктә был мәсьәлә буйынса айырым һөйләшеү үткәрергә, эшсе төркөм төҙөргә кәрәклеген әйтте. Ә хәҙергә, белгестәр фекеренсә, бындай тарихи фотолар күргәҙмәһен халыҡҡа еткереү эшен әүҙемләштереү мөһим. Бының өсөн һәр гәзит-журналдың рәсми сайтында фотолар теҙмәһенән торған айырым рубрикалар булдырыу зарур.
Алһыу Әһлиуллина


Вернуться назад