Ҡотлайбыҙ!31.05.2017
Ғафури районының Мораҙ ауылында йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙ — ағайыбыҙ Рәжәп Таип улы Кинйәбулатовты 70 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ул 17 йәшенән алып хаҡлы ялға киткәнсе “Еҙем” колхозында механизатор булып эшләне. Ғаиләһендә булдыҡлы, тоғро тормош юлдашы, хәстәрлекле атай ул. Тормош иптәше менән балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, бөгөн уларҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Теләктәребеҙҙең иң мөһиме — алдағы ғүмер йылдарында тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхет, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Тыуыр таңдарың тыныс, ҡояш кеүек яҡты булһын, ҡоростай таҙалыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Етмеш йәшең килеп ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә йәштең түренә.
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә тиеп һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән
Өфө ҡалаһынан Таһировтар.