“Китап – хатаһыҙ, әҙәм хафаһыҙ булмай”31.05.2017
Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡҡа иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранланмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИН.
* * *
Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя,
Уның хаҡын белмәгәндәр уға суммай.
Сумдың икән ул донъяға – мәңге туймай
Йәшәрһең, ти, хистәрҙән һис айырылмай.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
* * *
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.
Рауил БИКБАЕВ.
* * *
Миңә, үҙем башҡорт булғанлыҡтан, билдәле: беҙҙә грамоталы кешеләр тарихи романдарҙы бик әүәҫ уҡый, әммә яңы китаптар булмағанлыҡтан, башҡорт йыш ҡына үҙ китабын һөйләүсе булып ҡала.
Мөхәммәтсәлим ӨМӨТБАЕВ.
* * *
Китаптың ҡиммәте уның хаҡында түгел.
Ғәбит САДИҠОВ.
* * *
Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИН.
* * *
Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
* * *
Донъяла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә, китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың.
Нурмөхәмәт ЙОМРАНИ.
* * *
Бәндәләр хыянат итә,
Мәңге тоғро – китаптар.
Ошо тоғро китаптарға
Кеше генә тоғролоғон
Ҡала алмай шул һаҡлап.
Рауил БИКБАЕВ.
* * *
Китапхана – ғилем ҡапҡаһылыр,
Шар асылыр, асҡыс яраталһаң.
Фәнил КҮЗБӘКОВ.
* * *
Бик аҡылһыҙ китаптар ҙа күп сыға әле илдә.
Әнғәм АТНАБАЕВ.
* * *
Һин бит, китап,
Тормошҡа юл күрһәткән дә!
Һин бит, китап,
Киләсәккә нур һипкән дә!
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
* * *
Тормошто өйрәнеү – бик киң төшөнсә. Яҡшы китаптар уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул.
Кирәй МӘРГӘН.
* * *
Ауыр мәлдә һис хыянат итмәҫ, яҡшы иптәш, зирәк аҡыллы кәңәшсе, тоғро дуҫ булырҙай ысын-ысындан мөғжизәүи хазина бит ул китап. Йәнә килеп, китаптың тәжрибәле атай, мәрхәмәтле әсәй, уңған тәрбиәсе, һәйбәт уҡытыусы икәнлеге бәхәсһеҙ.
Әмир ГӘРӘЕВ.