Доға ҡөҙрәте30.05.2017
...Ҡаты гөрһөлдәү тауышы мөһим заданиены үтәп ҡайтып килгән һалдаттарҙың икеһен ике яҡҡа алып осорҙо. Күкрәк тәңгәлендәге ҡаты һәм ауыр нәмәне тойоп, иҫенә килде Мөхәмәт Резбаев. Көс-хәл менән күҙҙәрен асты, башы ауырта, ҡолағы бер ни ишетмәй. Немец һалдатының кирза итеге уның күкрәген иҙеп алып бара.
– Әһә, тере был мәхлүк! Әйҙә тор, атла! – тип бойорҙо ул.
Мөхәмәт йығылып китмәҫкә тырышып, тороп баҫты. “Павел ҡайҙа икән?” тип уйларға ла өлгөрмәне, үҙенән 10–15 метр йыраҡлыҡта ятҡан дуҫының ҡанға батҡан үле кәүҙәһен күреп әсенде. “Эх, был ҡәбәхәттәр ҡулына эләгеү – ниндәй хурлыҡ. Бының өсөн баштан һыйпамаясаҡтар бит. Нимә эшләргә, ҡулда бер граната булһамы...”
...Әсирлеккә төшкән һалдаттарҙы немецтарҙың лагерына алып барып, теҙеп баҫтырҙылар.
– Арағыҙҙа ат ҡарай белгәндәр бармы?
Мөхәмәт бер аҙым алға атланы. Аттар янына уны мылтыҡ тоҫҡап алып килделәр. “Эй, бахыр аттар! Ҡәһәрле һуғыш һеҙҙе лә һиҫкәнергә өйрәткән, малҡайҙарҙың күҙҙәре тулы һағыш һәм хәсрәт”, – тип уйланы ғүмере буйы конюх булып эшләгән ир, уларҙы күргәс.
– Бына ошонда хәҙер йәшәйәсәкһең, маңлайыңа пуля алғың килмәһә, яҡшы итеп ҡара аттарҙы, – тип әмер бирҙе дошман һалдаты, һаҡта торғанына нимәлер бышылданы ла сығып китте.
Атты иң аҡыллы хайуан тип әйтәләр, бына әле лә улар әсирҙең хәленә ингәндәй бышҡырып ҡаршы алды. Мөхәмәт һәр береһен яратып һыйпаны, алдарына йәшел үлән килтереп һалды, һыу эсерҙе. Үҙе лә шул һыуҙа сайҡанып алды, ҡан ойошҡан бит-ҡулын йыуҙы. “Малдың ни ғәйебе бар был ҡанлы һуғышта? Күпме ат ятып ҡала яу яланында!” Мөхәмәттең күҙҙәренән йәш тамды. Уның ауылда ҡалған Орлик ҡушаматлы аты ни эшләй икән? Уны ла һуғышҡа алып киткәндәрҙер йә колхоз эшенә егәләрҙер, тип уйлап алды. Ағиҙел буйы туғайҙарында ат көткән саҡтарын иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы.
Немец һалдаттары әсирҙәрҙе бөтә ауыр эшкә екте. Кәрәкме-юҡмы, ҡарап тормайҙар, иң мөһиме, үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә, ошо ерҙең хужалары итеп тойорға тырышалар. Ас- яланғас, яралы һалдаттар таңдан алып ҡара төнгә тиклем бил бөгә. Мөхәмәт аттарҙы аҡтыҡ көсөн һалып ҡараны, ашатып-эсерҙе, аҫтарын ҡараны, арба-саналарҙы йүнәтте, йүгән-дилбегә кеүек кәрәк-яраҡты рәтләне. Немецтар һәр ерҙә бөхтәлек ярата, әҙерәк кенә бысраҡ күрҙеләрме – Мөхәмәтте иҫтән яҙғансы туҡмап ташларға ла күп һораманылар.
...Бер көн дошман һалдаттары ҡайҙалыр йыйына башланы. Өҫ-баштары ялбырап бөткән, аслыҡтан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе сафҡа теҙеп баҫтырҙылар.
– Һеҙҙе былай ғына атып үлтермәйбеҙ. Хәҙер бик күңелле тамаша буласаҡ, тәүҙә шуны ҡарағыҙ, – тип оятһыҙ йылмайҙы немец офицеры.
Шул ваҡыт овчаркалар менән бер төркөм һалдаттар килеп баҫты. Эттәр бер туҡтауһыҙ өрә, бына-бына әсирҙәрҙең өҫтөнә ташланыр кеүек.
– Сафта торған килеш унға тиклем һанарға! – тигән әмер яңғыраны.
Әсирҙәр бер-бер артлы һанарға кереште.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
Унынсы әсирҙе мылтыҡ төйҙәһе менән сафтан төртөп сығарып, немец һалдаттары овчаркаларын ысҡындырҙы... Ҡомһоҙ эттәрҙең ҡоро һөйәккә ҡалған әсирҙе йолҡҡослағанын башҡалар ҡарамаҫ өсөн күҙҙәрен йомдо, дошмандарҙың мыҫҡыллы көлөүе эт өрөүенән дә нығыраҡ ишетелде.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы...
“Ошо икән дошман ҡулынан үлемем! Эх, теге юлы снаряд ярсығынан үлһәм, мең артыҡ булыр ине”, – тип уйланы Мөхәмәт. Уның атаһы Ғариф ҡарт тирә-яҡта билдәле, бик уҡымышлы мулла ине. Намаҙ, доғалар уҡыған саҡта, үлгән йә сирле янында ясин сыҡҡан ваҡытта Мөхәмәт иғтибар менән тыңлай торғайны. Шуның өсөн дә бер нисә доға иҫендә ҡалған. “Берәүҙән һуң сират миңә етәсәк, үлер алдынан белгән доғаларымды уҡып, әжәлде Хоҙайға һыйынып ҡаршы алайым”, – тип Мөхәмәт шым ғына доға уҡый башланы:
– Лә илаһи иллалаһ...
Тыуған йортонда ҡалған өс ҡыҙы, улы, ҡатыны уның күҙ алдынан үтте. Күңеленән генә улар менән хушлашты, гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап ялбарҙы.
– Беренсе, икенсе, өсөнсө...
– Унынсы... Мөхәмәт күҙен йомоп, дошман эттәренең һөжүменә ҡаршы атланы.
Туҡта, ни булды һуң әле? Ниңә бер эт тә миңә ташланмай? Әллә был төшмө?
Ирҙең мейеһендә бер-бер артлы мең һорау тыуҙы, ул яй ғына күҙен асты. Бәй, ни күрә: немец һалдаттары тырым-тырағай ҡайҙалыр йүгерә, урман яғынан “ура-а-а” тауыштары ишетелә. Әсирҙәр әле генә барған мәхшәрҙән айный алмай баҫып тора бирҙе.
– Беҙҙекеләр килә, ура-а-а, үҙебеҙҙекеләр, беҙ ирекле, – тип Мөхәмәт ҡысҡырып ебәрҙе. Иптәштәре көтөлмәгән шатлыҡтан бер-береһенең ҡосағына ташланып илаша ине...