Атай васыяты30.05.2017
Атай васыятыПедагогия ветерандары менән әңгәмә ҡороп, район мәғарифы тарихын барлағанда уның үҫешендә яҡты эҙ ҡалдырған шөһрәтлеләрҙең береһе Фәрүр ЗӨЛҠӘРНӘЕВ хаҡында ҙурлап-хөрмәтләп иҫкә алалар. Башта – Маҡар мәктәбен, аҙаҡ районда мәғариф тармағын етәкләгән был шәхес, ысынлап та, уҡыусыларҙы ғына ҙур юлға сығармаған, ә урында, ғөмүмән, педагогика тармағын күтәреүҙә, педагогик кадрҙар әҙерләүҙә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткән. Шуныһы йәл: иртәрәк киткән ул аранан...
Ғәҙел һәм талапсан Фәрүр Зөлҡәрнәевте халыҡ шулай уҡ өлгөлө ғаилә башлығы һәм яҡшы атай булараҡ та хәтерләй. Уның тәрбиәһе, һис шикһеҙ, балаларында сағыла. Шулай уҡ район мәғарифы, мәҙәниәте өсөн күп көс һалған ҡатыны Фәүзиә Маннан ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Рәсәй Пенсия фондының Ишембай райо­ны һәм Ишембай ҡалаһындағы идаралығы начальнигы Илдар Зөлҡәрнәевтең тормош юлы, башҡарған хеҙмәте – быға асыҡ дәлил.


Мин – Ишембай ҡыҙы!

– Бер ваҡыт атайыма ике вазифа тәҡдим иттеләр, килеп тыуған хәлдән ул ябай ғына сыҡты, – тип хәтерләй ғәзиз кешеһен Илдар Фәрүр улы. – Беренсеһе район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе булһа, икенсеһе – республика мәғариф министры урынбаҫары. Берәү булһа, бәлки, һис нимәгә ҡарамай, карьера, үҫеш тип Өфөгә юлланыр ине, әммә атайым халыҡ араһында күберәк эшләргә һәм йәшәргә ынтылды. Хыялы – районды үҫтереү. Шуға Маҡарҙан Өфөгә түгел, ә Ишембайға күсендек. “Улым, уҡы, тырыш. Белемең, аҡылың ярҙамында халҡыңа хеҙмәт ит, тыуған яғыңа тоғро бул. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, кеше булып ҡал, ҡулыңдан килгәнсә, әҙәм балаһын ярҙамдан өҙмә, артыңдан яҡты эҙ ҡалһын...” – ти торғайны. Уның әйткәндәре әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырап торғандай. Ошо васыятҡа тоғро булып ҡалырға тырышам.
Васыятты әңгәмәсем Өфө дәүләт авиация техник институтында белем алыуҙан үтәй башлай. Ҡайһы бер райондан берҙән-бер абитуриент килһә, был институтҡа ошо йылда Ишембайҙан хатта бер нисә класташ инә!
Тырышып белем дә ала, ғилми эш менән дә әүҙем шөғөлләнә егет. Тик бына ҡыҙҙар янына йөрөргә генә ваҡыты тарыраҡ. Шулай ҙа бер мәл егеттең йөрәгендә һөйөү уты ҡабыҙырлыҡ осрашыу була. Әйтергә кәрәк, ябай осрашыу түгел. Бер мәл шулай Өфөлә белем алған яҡташ студенттар йола буйынса күмәкләп фотоға төшөргә йыйыла. Илдар янында торған ҡыҙға һүҙ ҡуша, тик Ишембай ҡыҙы Дим буйы диалектында яуап биргәс, аптырап китә.
– Һин Ишембайҙанмы һуң?
– Эйе, эйе, мин – Ишембай ҡыҙы!
Әммә Ишембай ҡыҙы булмаһа ла, Ишембай килене булып китә Илүзә. Йәштәр араһында ҡабынған хистәр матур ғаилә тарихына әүерелә. Ә был хис-тойғоға, ғәҙеллек хаҡына әйтергә кәрәк, һынауҙар аша ла үтергә тура килә. Юҡ, хыянат, көнсөллөк һымаҡ бысраҡлыҡтар тураһында түгел һүҙем – тормошта бит ғаилә берлеген ҡаҡшатырлыҡ башҡа һынауҙар ҙа етерлек. Хәйер, былары хаҡында аҙағыраҡ, мәле еткәс...
Фәрүр Зөлҡәрнәевтең тағы бер васыяты була улына: “Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙына өйлән”, – ти ул. Был васыят та тормошҡа аша.

Хыялдар... миллиондар... бурыстар...

Фән менән ҡыҙыҡһынған, тырыш егеткә инс­титутта ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, ул Ишем­байға эшкә ҡайта. Завод, партия эше, йәнә сәнәғәт өлкәһе. Әммә ҡайһы өлкәлә эшләһә лә, Илдар Фәрүр улы үҙен өлгөлө хеҙ­мәт­кәр итеп күрһәтә. Тырыш йәш кешене дәртләндереп торалар.
– Тормош остаздарынан уңдым, – ти ул үҙе был йәһәттән.
Матур ғына эшләп йөрөгәндә, хәрби хеҙмәткә алалар. Институттың хәрби кафедраһын тамам­лаған белгес, билдәле, офицер вазифаһында хеҙмәт итә. Тик кем сүрәтендә хәрби бурыс үтәүҙәме ни эш? Яҡындарынан, ғәзиз балаһы­нан ситтә йөрөү – атай кеше өсөн ҙур һынау.
– Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән егеттәр өсөн йөрәгем әрней. Тыуған ерҙәрендә лайыҡлы хеҙмәт урындары күберәк булһа, ғаиләләренән айырылмаҫтар ине, – ти әңгәмәсем, етди мәсьәләне күҙ уңында тотоп. – Урында донъя тотҡаһы булып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың сыҙамлылығы, тырышлығы хайран ҡалдыра.
Әрмегә бәйле булмаһа ла, Илдар Зөлҡәрнәев хеҙмәт иткән йылда үҙе менән булған бер ваҡиға һабаҡ алырлыҡ.
– Бер саҡ Илүзә шылтыратып, фатир тәҡдим итеүҙәре тураһында әйтте. Беҙ торлаҡҡа сиратта тора инек, ошоноһона ризалыҡ белдерҙем. Күп тә үтмәне... бушлай фатир биреүҙәр туҡталды, – тип хәтерләй илдең ҙур һынауға аяҡ баҫҡан йылдарын.
... Эйе, күпте өмөтләндергән Совет иле бер көн килеп селпәрәмә килә. Үҙ-үҙе менән яңғыҙ ҡалған халыҡ киләсәген дә үҙе хәстәрләргә мәжбүр була. Билдәле, күптәр был дәүерҙә йүнселлеккә тотоноп китә. Сәнәғәт өлкәһендә тәжрибә туплаған, партия эшендә халыҡ менән эшләргә өйрәнгән Илдар Зөлҡәрнәев тә үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Тик күптәр һымаҡ ваҡ сауҙа менән шөғөлләнеп тормай йәш кеше, ҙурҙан башлай. Ишембай тарихында тәүге тапҡыр кирбес заводы асырға хыяллана ул. Бындай яҡшы идеяны һәр урында хуплап ҡабул итәләр. Ҙур суммаға кредит юллана...
Шулай ҙа ваҡ сауҙа менән һуңынан булһа ла барыбер шөғөлләнергә тура килә Илдар Фәрүр улына. Хәйер, бер сауҙа ғынамы һуң – ағас та ташырға, ситкә тауарҙарға ла йөрөй ул... кредитты ҡайтарырға кәрәк бит. Эш шунда: йәнә ил иҡтисадына һынау килә, бер мәл проект финанслауҙан туҡталып ҡала. Күпләп алып торһа ла, күп эште башҡарып сығырға аҡса етмәй, тәүге нөктәнән дә йыраҡ кителгән: проект һыҙмалары ла әҙер, карьера һәм башҡалары...
Эш туҡтай, ә бына тотонолған сығымдарҙы ҡаплатырға кәрәк. Эйе, ил иҡтисадына ғына түгел, бихисап ғаиләгә лә һынау килтерә “көрсөк” тигән дошман. Күптәр бөлөп, эшһеҙ ҡала, эскегә һабыша, ғаиләләрен ташлай, кредиторҙарынан ҡурҡып, баштарын элмәккә тығыусылар ҙа етерлек. Ә Зөлҡәрнәевтәр бындай һынауҙы бергәләп күтәрә, ауыр саҡта бер-береһенә терәк-таяныс була.
Ысынлап та, ир-егет иңенә ҙур һынауҙар төшкәндә яныңда булған ҡатындан да тора ғаилә башлығының шул һынауҙы үтә алыу-алмауы. Оҙаҡ ваҡыт мәҙәниәт бүлеген етәкләгән, хәҙер иһә район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эштәре бүлеге начальнигы Илүзә Исламморат ҡыҙы – билдәле шәхес. Үҙ эшенең оҫтаһы, ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта кешелекле, кеселекле тип беләбеҙ уны. Ҡасандыр Илдар Фәрүр улы бына шундай шәп ҡыҙҙы эләктереп, хәҙер инде өс тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер кисерәләр.

Бюрократтар өлгө алһын ине...

Атай-әсәй тарафынан һалынған орлоҡ ҡына, әлбиттә, кешене тулы шәхес итеп тәрбиәләмәй әле. Үҙеңә лә бер туҡтауһыҙ үҫешергә, камиллашырға кәрәк. Илдар Фәрүр улының йәшләй генә ҙур уңыштар яулауы, яуаплы вазифаларҙы намыҫлы башҡарыуы хөрмәткә лайыҡ. Бынан тыш, уның тормош боролоштарында һынып ҡалмай, алға атлауы, нисәмә саҡрым юл үтеп, тауар ҙа һатып, хеҙмәт тә күрһәтеп, күтәрә алмаҫтай тойолған бурыстарҙы ҡаплап сығыуы уны нығытмай ҡалмай. Иң мөһиме – шундай һынауҙарҙа уның йөрәгендә уратып алған донъяға, кешеләргә йылыһы, ышанысы һаҡланған. Уны ул әле башҡарған вазифаһында ҡулынан килгәнсә өләшә. Йөрәк йылыһы тигәс, һүҙ буш ҡыуыҡ булып ҡалмаһын өсөн, бер миҫал килтермәксемен.
– Ваҡытында иғтибар биреп етмәү сәбәпле, хаҡлы ялға сығыу мәлендә күптәрҙең проблемалары килеп тыуа, – тип көндәлек эшмәкәр­легенең ҡайһы бер күренештәрен барлай әңгәмәсем. – Кемдәрҙеңдер элек эшләгән ойошмалары күптән ябылған йә иһә икенсе урынға күсеп киткән. Ә документта бер генә өтөр дөрөҫ ҡуйылманымы, беләһегеҙ, етеш­һеҙлек килә лә сыға. Ошондай мәсьәлә тыуһа, мөрәжәғәт итеүселәр менән бергәләп сисергә тырышабыҙ, уларҙан ҡабаттан белешмәләр килтергәнен көтөп ултырмайбыҙ, ҡыҙҙарға үҙебеҙҙең каналдар аша һорауҙар (запрос) ебәрергә ҡушам. Артабан ниндәй аҙым яһарға тип аптыраған­дарға ҡайҙа барырға кәрәклеген кәңәш итәбеҙ. Бит улар үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән, нисәмә йыл эшләгән, араларында сәләмәтлеккә зыяны булған урындарҙа хеҙмәт иткән кешеләр ҙә байтаҡ. Нисек уларға ярҙам итмәҫкә, хәлдә­ренә инмәҫкә?!
...Эх, ошо фекерҙе бөтә бюрократтар ҙа ишетһен ине. Ул саҡта, бәлки, ишектән үк һуҙылған сираттар ҙа кәмер, тормош саҡ ҡына булһа ла матурланыр, ә кешеләр бер-береһенә ҡарата йылыраҡ мөнәсәбәттә, яҡыныраҡ ҡарашта йәшәр ине.




Вернуться назад