“Мине спорт кеше итте” йәки Беспризорниктан генераль директорғаса юл30.05.2017
“Мине спорт кеше итте” йәки Беспризорниктан генераль директорғаса юлФәнис Исхаҡов. Заманында был исем спорт һөйөүселәр араһында яҡшы таныш ҡына түгел, бик күп малайҙар, үҫмерҙәрҙең кумиры булған, ҡыҙҙар һөйгәндәрен уның һымаҡ һомғол кәүҙәле, көслө итеп күргеһе килгән.
Фәнис Исхаҡов. Газ сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәр ихтирам иткән, ҙур-ҙур ил түрәләре ауыр, яуаплы эште ышанып тапшырған белгес, етәксе ул: Ҡарағалпаҡстанда, Ҡаҙағстан, Ырымбур, Азербайжан, Афғанстан, Румынияла эшләү, Башҡортостандың “Баштрансгаз” йәмғиәтенең генераль директоры, директорҙың беренсе урынбаҫары.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Фәнис Ғәйнетдин улы үҙе! Асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, күңелдәрҙе бушаттыҡ, үткәндәрҙе байҡаныҡ, киләсәккә күҙ һалдыҡ...

— Фәнис Ғәйнетдин улы, һеҙҙең тормош юлы фажиғәле, ғибрәтле лә, бөгөнгө йәштәрҙе уйланырға мәжбүр итеп, фәһем, өлгө алыр­лыҡ та. Шуға ла һүҙҙе ошо оҙон, һикәлтәле юлдың, шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең башынан — инешенән башлайыҡ.
— Инешкә килгәндә, боронғо Табын ырыуына ҡараған хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ҡар­лы­ман ауылынанмын. Үҙем 1937 йылдың 5 июлендә тыуһам да, ғүмерем буйы, әлегә тиклем тыуған ерем Белорет районының Ҡарлыман ауылы, тыуған көнөм 1938 йылдың 9 феврале тип йөрөйөм. Документтарҙы ярты йылға йәшәртеп биргәндәр.
— Ә ни өсөн Белорет районы? Ҡарлыман ауылы бөтөнләй ул яҡта түгел бит...
— Ниңә тип ни, мин унда ҡасып йөрөп, “беспризорник” ваҡытта шул Белореттағы Сермән балалар йортона эләктем...
— Фәнис ағай, “беспризорник” тинегеҙ...
— “Беспризорник” тип ни, сәпсим үк түгелдер инде. Ну, үҙеңдең тамағыңды хәстәрләп, ашатып йөрөгәс, шулай тиһең...
— Дөрөҫөрәге, етемлек касафаты мәжбүр иткән бит бала ғына көйө ил гиҙеп сығып китергә.
— Минең атайым һуғыш алдынан ғына, бер ай ҡала, фажиғәле үлеп китте. Инәйем 1944 йылдың май айында вафат булды. Миңә ул саҡта ете йәш тә тулмағайны, Фән абзыйыма ун бер йәш ине. Инәйем көнө-төнө эштә. “Нати” тракторында “плугар” булып йөрөй. Биш төрәнле һабан менән һөр­гәндә, уны йәбешкән балсыҡтан, тупраҡтан таҙар­тып торған. Ә таҙартҡан саҡта тракторсы ҡатын тракторҙы тарттырып ебәргән. Инәйем һабан аҫтында торған да ҡалған. Тәгәрмәсе биленән үткән. Умыртҡа һөйәге һынған. Һөйләшә, аңы бар, ләкин билдән түбән ярты кәүҙәһе эшләмәй ине. Иҫләйем әле, төнөн фин һуғышынан ҡайтҡан Хөрмәт абзыйым, тағы бер нисә кеше инәйемде килтереп һалды. Өйҙә әҙерәк ятты. Шуныһы ла иҫтә, инәйем баҡсаға һуған ултыртҡайны, мин керҙем дә: “Инәй, һуғандар сыҡҡан, ҡара әле”, — тим. Ул әйтә: “И-и, балаҡайым, мин бит ҡуҙғала алмайым, ҡарай алмайым”, — ти. Һуңынан уны Өфөгә алып киттеләр. Элек “Совбалнис” тип йөрөтөлгән (хәҙерге Ҡыуатов исе­мен­дәге республика дауаханаһы) балнисҡа һалғандар. Оҙаҡ тормаған... Унда бер аҙна ятҡан. Инәйем яҡлап нәҫел Вәлиән тигән бабай була торғайны. “Раскулаченный” ине. Шул инәйемдең хәлен белергә кергән. Ул алып ҡайтты. Бөгөнгөләй хәтерҙә, мин иҫем китә яҙып, ҡәбергә йығылып иланым...
“Мине спорт кеше итте” йәки Беспризорниктан генераль директорғаса юл— Ҡыҙғаныс... Үкһеҙ етем булып, бала ғына көйө бер кемһеҙ ҡалыуы ҡыҙғаныс...
— Ағайым менән икәү генә ҡалдыҡ. Ул саҡта Ҡарлыман ауылында беҙҙең йорт ҡына ҡалай ҡыйыҡлы ине, ҡалғандары — һалам. Атайым бик эшсән кеше, яҡшы тракторсы булған. Утыҙ өс йәшендә генә китеп барҙы. Инәйем өс йылдан һуң мәрхүмә булһа ла, уға ла утыҙ өс йәш ине. Шулай итеп, йорт ҡалды, һыйыр ҡалды. Бөтә булған мөлкәт менән ике бала етем ҡалдыҡ. Хөрмәт бабайымды ла — инәйемдең ағаһын — һуғышҡа ал­ғайнылар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һында, Кусимов полкында хеҙмәт итеп ҡайтты. Уның ҡатыны Зөләйха әбей беҙҙе ҡарарға алды. Сығышы менән Үтәгән ауылынан ине. Элекке байыраҡ ауыл “аристократтары” булған бит, шундай ғаиләлә үҫкән ҡыҙыҡай булған ул. Мейес башында уларҙа йоҡлағаныбыҙ хәтерҙә. Кәрәк булһа, йүгереп сығып, күтәрмәнән генә “сәптерәһең”. Әбей әрләй бит инде, “порядок”ка өйрәнгән. Ҡайһы саҡта баҙға еп менән элеп ҡуйған ҡаймағына бармағыңды тығып ялап алаһың. Ашарға ултырһаң, әбейгә шапылдатып ашаған да ярамай (көлә). Һуңынан, икенсе — Мәғүзә еңгәйгә күскәс, тегендә өйрәнгәнсә шым ғына ашайым икән. Мәғүзә еңгәй: “Ниңә шым ғына ашайһың, ашағанда ауыҙың шапылдап торһон”, — ти. Атайҙың ике туған Ғәйнулла ҡусты­һының ҡатыны ине. Үҙҙәрендә ике бала. Етмәһә, ағайҙың һөйәктәрендә туберкулез. Һуғышҡа алманылар, гелән ятып торҙо.
Шулай итеп, ни өсөндөр беҙ 1946 йылдың ҡы­шында үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып, Фән абзыйым менән генә йәшәй башланыҡ. Һыйыр бар, бесән юҡ, утын юҡ. Яланаяҡ урамға сығып, күрше Мәрйәм әбей­ҙәргә керәһең, мал ҡараусы Хәсәитдин бабайҙарға йүгереп бараһың. Өйҙән өйгә шулай яланаяҡ йөрөп, тамаҡ туйҙырып ҡайтаһың да, аяҡтарҙы йылы көлгә тығып, йылынып ултыраһың.
Абзыйым үҙе кәсеп итеп йөрөй. 12-13 йәшлек малай бит, миңә һигеҙенсе йәш китте. Шулай итеп, Зөләйха әбейҙәрҙә, Мәғүзә еңгәйҙәргә, туған тейешле Рәшит ағайҙарҙа (үҙҙәре бик ярлы ине) бер аҙ йәшәгәс, 47-сенән 48-се йылға күскәндә — Яңы йылда — мине Малай ауылында уҡытҡан туған тейешле кеше Рабиға апай Хөсәйенова алып китте. Үҙенә 25 кенә йәш булғандыр. Һине уҡытам, тине. Һыйырҙы етәкләгәнбеҙ. Шул йылда 31 декабрь менән 1 ғинуарҙа бик йылы булды, боҙ өҫтөнә һыу ҡалҡты. Беҙ йылғаларҙы боҙ өҫтөнән яланаяҡ кисеп сығабыҙ. Һыйыр атлай алмай — тая. Саҡ тегендә барып еттек.
— Рабиға апайығыҙ уҡытыусы ла булғас, күпмелер белем биргәндер? Нисек кенә бул­маһын, ул саҡта ауылығыҙҙа етемлектең әсе­һен татығанһығыҙ бит. Был мәктәпкә лә ҡағылғандыр, тимәксемен.
“Мине спорт кеше итте” йәки Беспризорниктан генераль директорғаса юл— Унда үҙҙәренең һыйыры ла булған икән. Хәҙер ике һыйыр ҡарарға, Иҙел буйынан утын, бәләкәй сана менән һалам ташырға кәрәк. “Батрак”ка әйләндем дә ҡуйҙым. Уҡыу юҡ. Рабиға апайҙың инәһе Ғәтиә әбей бик һәйбәт кеше ине. Ул мине латинса уҡырға өйрәтте. Мин Ҡырмыҫ­ҡалыла беренсе класс бөткәйнем. Һуңынан өс йыл уҡый алманым. Шулай итеп, эштән бушап та булмай. Яҙ йыуа күпләп сыҡты. Күршелә генә татар ғаиләһе йәшәне. Китаптары күп ине, яйлап уларҙан алып әкиәттәр уҡыштырам. Ана шуларҙың бик сос малайы бар ине 15-16 йәшлек. Тегенең менән йыуа йыябыҙ ҙа Өфөгә һатырға китәбеҙ. Тәүҙә өс-дүрт саҡрымдағы Таҙлар станцияһына атлап барабыҙ. Тауар вагонының аҫтында “растяжка” була, ҡалын тимер сыбыҡ. Шунда йәбешеп ятып ҡалаға киләбеҙ. Баҙарға күтәреләбеҙ ҙә, йыуаны һатып, бер-ике буханка икмәк алабыҙ. Өс-дүрт тапҡыр шулай барҙыҡ.
Апайҙа ашау наҡыҫ ине. Минең тәндә һөйәк тә тире ҡалғайны. Эш тә күп. Һыуҙы әллә ҡайҙан көйәнтәләп ташыйбыҙ. Шулай бер баҙға төшһәм, сүлмәктә ҡаймаҡ ултыра. Мин тегене әрһеҙләнеп ике-өс йөҙ грамм ашаным. Апай һиҙеп ҡалып, бик ҡаты итеп әрләне. Шунан мин сығып ҡастым...
— Ошонан һуң һеҙҙең “күсмә тормош” баш­ланғандыр инде. Үҙегеҙҙең тамаҡты хәстәр­ләү, урыҫса әйткәндә, “самовыживание”. Йәғ­ни үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты бала күңе­лендә яралып, ҡырыҫ, рәхимһеҙ тормошта йәшәргә ынтылыу көсө барлыҡҡа килгәндер...
— Өфөлә өйрәнгән баҙар майҙанына килдем дә милицияға индем. Хәлде һөйләп биргәс, мине детдомға ебәрегеҙ, тинем. Милиционерҙар миңә ярты буханка икмәк, бер банка һыу тотторҙо. Ғүмерҙә аҡ икмәк күргән юҡ, бында минең ҡулда — ап-аҡ, тәмле еҫле икмәк! Ашатып, ошонда уҡ йоҡлатып, иртән “детприемник”ка алып барҙылар. Унан Стәрлетамаҡҡа оҙаттылар. Бындағы “детприемник”та егерме көнләп тотҡас, биш-алты баланы йәйәү көньяҡҡа табан алып киттеләр. Һаман хәтерҙә, муйыл сәскә атҡан саҡ ине. Арып-талып, Күгәрсен районының Мәҡсүт балалар йортона барып еттек.
— Шулай итеп, һеҙҙең тормош балалар йорто менән бәйләндеме?
— Ул саҡта Мәҡсүттә директор булып Һибәтулла Биишев эшләй ине. Беҙ уны хөрмәт итеп, Һәйбәт ағай тип кенә йөрөттөк. Ну, ҡайҙа ла аслыҡ бит, ашау юҡ. Директорҙың Әсҡәт исемле улы була торғайны. Дуҫлашып алдыҡ. Тегенең менән үҙҙәренең баҡсаһына төшәбеҙ. 1949 йылдың мартына тиклем бер ай буйы ҡасырға әҙерләндек. Ҡырмыҫҡалы районынан дүрт малай ҡастыҡ. Алты көн атлап Ишембайға килдек. Юлдан барһаң, тоталар. Элек детдомдың айырым формаһы була торғайны: шинель, быйма... Төнгә табан ауыл ситендәге ярлы ғына кешегә кереп ҡунабыҙ. Ҡасыр алдынан запас кейем йыйып ҡуйғайныҡ. Туҡталған йортта бәрәңге бирәләр, үҙҙәренсә ашаталар. Беҙ балаларына әлеге бер ҡат кейемде ҡалдырабыҙ. Әй шатланалар — юҡлыҡ бит.
Шулай Ишембайға килеп етеп, тауар вагонына ултырып киттек. Барған һайын үҙҙәренең стан­цияһында һәр береһе төшөп ҡалды. Яйлап таралыштыҡ. Аҙаҡ береһен дә күрергә яҙманы. Яҙмыштары нисек булғандыр...
Мәҡсүттән 17 мартта ҡасҡайныҡ, 23-өндә ауылға ҡайтып еттем. Тағы Вәлиән бабайға индем. Ул өйҙә юҡ ине, әбейе генә. “Балам, һине үлгән тип әйтәләр бит”, — тип илап ебәрҙе. Баҡһаң, мин юғалған ваҡытта Төкөнгә яҡын ғына ерҙә бер малай поезға тапалған булған икән. Шуны мин тип уйлағандар. Шунан ашатып, йоҡларға һалды. Иртән ҡайтып барһам, Фән абзыйым ҡаршыға килә. Ул да ярты йыл элек Ырымбурҙағы ФЗО-нан ҡасып ҡайтҡан. Атлап! Ун дүрт йәштәрҙә генә шунан йәйәү ҡайт әле — таҙалыҡ та, тәүәккәллек тә кәрәк бит.
Тағы шул Мәғүзә еңгәйгә туҡталдым. Уның Фуат исемле малайы була торғайны. Ике туған брат бит инде. Нисектер сәкәләшеп киттек, тегеңә тондорҙом шул. Еңгәм мине тиргәй: “Вәт, берәҙәк, бандит. Һуғышырға өйрәнеп ҡайтҡан икән”, — ти. Мин яланаяҡ, ибет, тау битләүҙәрендә ҡар ята — саптым Ҡарлыман станцияһына. Беҙҙән ул 18-20 километр. Станцияла бер “товарник”ка ултырып, Стәрлегә барһам, яланаяҡмын, өҫтә теге шинель бит инде — тағы тотоп “детприемник”ка оҙаттылар. Унда һуғыштан ҡайтҡан ағай була торғайны — завхоз, минең ҡайҙан ҡасыуымды һорай. Өндәшмәйем. Ике аяҡтан тотто ла стенаға бәрҙе. Еңел генәмен бит инде. Сермәндән, тим. Ул саҡта малайҙар, унда башҡа детдомға ҡарағанда яҡшыраҡ икән, тип һөйләйҙәр ине. Сермәнгә шылтырата алмайҙар — телефон юҡ, һәйбәт кенә юл да юҡ. Шунан мине бер ағай Сермәнгә алып китте. “Һеҙҙең малайҙы килтерҙем”, — ти был. Мине береһе лә белмәй, беҙҙеке түгел ул, тиҙәр. Мин: “Һеҙҙә яҡшыраҡ тип малайҙар әйтте”, — тим. Шунан алып ҡалдылар. Әлегә тиклем күңел биреп уҡымаһам да, бында тырышып уҡырға керештем, спорт ярыштарында ҡатнаша башланым. 1951 йылда дүртенсене Маҡтау ҡағыҙына бөттөм. Һуңынан Өфөгә 5-се детдомға оҙаттылар. Уҡырға 9-сы мәктәп-интернатҡа (әлеге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) йөрөнөм. Шунда ун класты тамамланым. Спорт менән ныҡ шөғөлләндем. Мине спорт кеше итте. Тәүҙә бөтә төр спорт менән мауыҡһам, һуңынан һөйгән ҡыҙым — үҙемдең буласаҡ бисә менән гимнастикаға йөрөнөм.
— Бокс менән ҡасан, нисегерәк шөғөлләнә башланығыҙ?
— 1955 йыл ине. Мәктәптә уҡығанда “Динамо” стадионына барҙым. Бокс менән шөғөлләнә башлауыма ла күҙем төшкән ҡыҙым, әлеге бисәм Альбина сәбәпсе булғандыр. Ул бик сибәр, аҡыллы ине. Мин дә уның эргәһендә ҙурыраҡ класс малайҙары уралыуын теләмәнем.
— Бына бит мөхәббәт ни эшләтә, хатта чемпион да итә! Улай ғына ла түгел, һеҙ башҡорт егеттәре араһынан бокс буйынса СССР-ҙың беренсе спорт мастеры ла бит әле.
— Буласаҡ ҡатыным менән бишенсе кластан бергә уҡыныҡ, барлығы ете-һигеҙ йыл дуҫлашып йөрөнөк. Әйтәм бит, бокс буйынса китеүемә ул башланғыс бирҙе, артабан еңер өсөн көс, дәрт өҫтәне.
— Һеҙҙең туралағы бер мәҡәләлә: “Башҡорт батыры бөтәһе 87 алыш үткәреп, 75-ендә еңеү яуланы. Шуларҙың 18-е нокаут менән булһа, 20-һе — беренсе раундта”, — тип яҙылғайны.
— Бында тик ҙур ярыштар ғына ингән. Ул саҡта Башҡортостан командаһы составында СССР тигән ҙур илебеҙҙең байтаҡ ҡалаларында булырға, донъя күрергә насип итте. Бер нисә тапҡыр Өфө, Баш­ҡортостан чемпионы булдым. Горький инженер-төҙөлөш институтында уҡығанда Горькийҙа, Рәсәй спорт йәмғиәтенең Рязандә, “Спартак” Бөтә Союз йәмғиәтенең Великие Луки ҡалаһында үткән ярыштарҙа еңдем. Һәр береһен атап үтеү мөмкин түгел. Бокстан тыш, еңел атлетика, башҡа спорт төрҙәре менән дә шөғөлләндем, ярыштарҙа ҡатнаштым.
— Хәләл ефетегеҙ Альбина апай ҙа спорт­сы. Гимнастикаға бергә йөрөүегеҙ тураһында бер аҙ әйтеп ҡуйғайнығыҙ.
— Альбина гимнастика менән ныҡлап шөғөл­ләнде. Спорттың был төрө буйынса беренсе разряд нормативтарын үтәне, аҙаҡ Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан чемпионы титулын яуланы. Рәсәйҙең “Спартак” спорт йәмғиәте чемпионы булды, спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры нормативын үтәп сыҡты. Быларҙан тыш, “Спартак” йәмғиәтенең саңғысылар йыйылма командаһында иҫәпләнде.
— Фәнис ағай, һөйләшеүҙән ситкә китеп булһа ла, һорайым әле, бына әле костюмы­ғыҙға таҡҡан алтын билдә элек яуланғанмы әллә, тим...
— Уҙған йылдың авгусында ҡатын менән икәүләп ГТО нормативтарын тапшырҙыҡ. ГТО-ның икенсе баҫҡысын мәктәптә уҡығанда уҡ биргәйнек. Ә бына етмеш туғыҙ йәштә алтын билдә алдыҡ.
— Афарин! Һикһәнгә ингәндә “алтын”ға спорт буйынса ГТО нормативтарын тапшыр­ғас, бик яҡшы инде ул. Был ғүмер буйы икегеҙҙең дә спорттан айырылмауығыҙҙан киләлер...
— Әйтәм бит, спорт мине кеше итте. Шуға ғүмерем буйы юлдашым, төп шөғөлөм ул минең.
— Шулай булып ҡалһын. Хәҙер иһә һөнәр алыуға күсһәң дә ярайҙыр.
— Унынсыны тамамлағас, Мәскәү дәүләт университетына документтарҙы тапшырғайным — Көнсығыш халыҡтары телдәрен бик өйрәнге килде. Барһам, ундағы 40 урынға алтын миҙаллы 250 кеше, дипломаттарҙың, түрә балалары документтарын биргән. Шунан һуң Өфөгә ҡайтып киттем дә Чкалов исемендәге Горький инженер-төҙөлөш институтына юлландым. Икенсе курстан Өфө нефть институтына ошо уҡ икенсе курсҡа күстем. Етди сәбәбе лә бар ине — һөйгән ҡыҙым янына ҡайттым. Ҡайттым да ошо уҡ курста өйләнештек. Шулай итеп, 1959 йылда ғаилә ҡороп ебәрҙек. Стипендияға ғына ҡарап тормай, “Спартак”та тренировкалар үткәрә башланым. Йәшәргә урын юҡ. Салауат Юлаев һәйкәле янында шәхси йорттар күп була торғайны. Тик, Альбина ауырлы булғас, береһе лә индермәй. Шунан һуң, беҙҙең мәктәпте тамамлаған, Мәҡсүт детдомынан килгән Рәшит ағай Сәлихов була торғайны. Бында билдәле кеше ине: төҙөлөш надзорында эшләне, үҙе Мәскәүҙә төҙөлөш буйынса юғары белем алған. Уға бер бүлмә биргәйнеләр. Рәшит ағай беҙҙе йәшәргә индерҙе. Һуңынан бажам Әҙһәм Исҡужин менән ҡатындың апаһы Таңһылыу Кусимова Өфөгә ҡайтты. Летчик ине бит. Уларға фатир бирҙеләр. Шунан беҙҙе үҙҙәре менән йәшәргә саҡырҙылар. Ҡыҙым Гөлнара тыуҙы. Улар өсәү, беҙ өсәү — алты кеше бик татыу йәшәнек. Икенсе бажам — Таймаҫ Ниязов, һөнәре буйынса уҡытыусы-физик. Ҡатыны Азия ла киң күңелле кеше. “Бажа, беҙгә күсегеҙ”, — тине. Ике йыл бер ғаилә һымаҡ йәшәнек. Бажаның инәһе, ҡустыһы ғаиләһе менән килде — ун ике кеше ике бүлмәле фатирҙа торҙоҡ. Бик яҡшы, татыу булдыҡ. Шулай итеп, беҙ ҙә бала менән һыйҙыҡ...
— Тимәк, донъяғыҙ түңәрәкләнгән. Бала менән йәшәүгә маҡсат та башҡасараҡ бит ул. Уҡып бөткәс тә Бохара яғына ла киткәнһегеҙ.
— Бохара — Урал газ үткәргесендә эш башлауым күп нәмә бирҙе. Бик данлыҡлы, донъяла билдәле ине ул. Ҡыҙыҡайҙы күтәрҙек тә бер сумаҙан әйбер менән киттек. Бында юлланыуыбыҙ ҙа тормошта ыңғай боролош булды. Инженер булып киткәйнем, өс йыл эшләгәс, баш инженер итеп Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһенә ебәрҙеләр. Шул уҡ Бохара — Урал газ үткәргесенә ҡарай, уның оҙонлоғо ике мең километр бит. Шулай итеп, Ҡарағалпаҡ АССР-ынан бында юлландыҡ. Талдыҡ идаралығына ҡараған 13-сө компрессор станция­һында эш башланым. Ике айҙан һуң идаралыҡ начальнигы итеп ҡуйҙылар. Малай тыуҙы, Айҙар тип исем ҡуштыҡ. Спортты ла ташламаным. Үҙем йәштәргә секциялар асып, бокс серҙәренә өйрәттем. Башҡа төр спортты үҫтерҙек.
— Һеҙ Бохара — Урал газ үткәргесе тормо­шоғоҙҙа күп нәмә биреүе тураһында әйттегеҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һөнәрегеҙҙең оҫта­һы ғына түгел, тәжрибә туплап, ябай инженер­ҙан баш белгескә, унан идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелгәнһегеҙ. Был заманында йәш кадрҙарҙы үҫтереүгә иғтибар булғанлығын аңлатамы, әллә үҙегеҙҙең шәхси сифат­тарығыҙ булышлыҡ иттеме, тимәксе­мен. Юғиһә әлегә тиклем бит йәштәргә ҡарата тәүҙә “йәшһең әле, өлгөрөрһөң”, һуңынан кешегә ҡарата “олоғайҙың инде” тигән ҡараш та йәшәп килде.
— Бында икеһе лә барҙыр, тим. Кадрҙар мәсьәләһенә бик һаҡ ҡаранылар. Шул уҡ ваҡытта үҫеш өсөн мөмкинлектәр ҙә булды. Шәхси си­фаттарға килгәндә, эште яратҡанды, тырышҡанды күргәндәрҙер, ойоштороу һәләтен тоҫмаллағандар­ҙыр. Әйтәм бит, Бохара — Урал газ үткәргесенә барғас, бер ҙә тик ятманым: йәштәрҙе йыйып, спортҡа ылыҡтырырға тырыштым, үҙ-ара төрлө ярыштар үткәрҙек. Башҡортостанға 1968 йылдың мартында Стәрлетамаҡ газ үткәргесе идаралығы начальнигы булып ҡайттым. Дөрөҫөрәге, тәғәйен­ләнеләр. Идаралыҡ Башҡортостанға — Өфө газ үткәргесенә ҡарай ине. Беҙ тәүҙә республиканың көньяҡ райондарынан, һуңынан, Бохара газы килгәс, Бохара газын да Өфөгә ебәрә торғайныҡ. Бында эшләгән саҡта барлыҡ ҡорамалдарҙы рәткә килтерҙек, тәртип булдырҙыҡ. Әлбиттә, былар эш һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһаны.
— Алда “үҫеш” тураһында һөйләшә башла­ғайныҡ. Ул бит бер система “обойма”һына эләгеп ҡалғандан, йәғни баҫҡыстан баҫҡысҡа һаҡ ҡына баҫып күтәрелеүҙән килмәй. Һеҙҙең бында тынғыһыҙлығығыҙ, эшселәрҙе хәстәр­лә­үегеҙ, башҡа бик күп сифаттарығыҙ ята. Ҡайҙа ғына ебәрмәгәндәр — гелән ауыр, проблемалы бүлексәләрҙе, идаралыҡтарҙы етәкләгәнһегеҙ, тәртип булдырып, алға ебәр­гәнһегеҙ. Тағы бик мөһим нәмә: һеҙҙе ғаилә­геҙҙә аңлағандар, Альбина апай гелән эргәгеҙҙә булған.
— Энә ҡайҙа, еп шунда бит инде. Бер-береңде аңлап йәшәһәң, ғаилә — бик ҙур терәк ул. Министрҙың приказы буйынса тәүҙә уполномоченный итеп Гурьев өлкәһенә, Макатҡа ебәрҙеләр. Унда яңы объекттарҙы сафҡа индерҙек. Һуңынан Пермь өлкәһендә ошо уҡ эштәрҙе башҡарҙым. Шунан ебәрҙеләр Азербайжанға. Күсенеп йөрөүгә килгәндә, гелән самолеттабыҙ инде. Мәҫәлән, Ҡарағалпаҡ АССР-ының Ҡунград ҡалаһынан Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһенә күсергәндә самолет килде. Әйберҙәрҙе тейәйһең дә, балаларҙы, ҡатын менән ҡәйнәңде ултыртаһың да күсерәһең. Ҡаҙағстандан Стәрлегә күскәндә лә шулай булды. Бер күсеү ярты баҙар, тиҙәр, һәр береһендә ярты әйбер ҡала. Гел самолет менән остоҡ.
— Азербайжан нефть, газ буйынса алға киткән төбәк бит инде. Унда эштәр нисегерәк барҙы һуң, заманына күрә алдынғы технологиялар, яңы ҡорамалдар сафҡа индерҙегеҙме?
— Азербайжанда ике йыл эшләнек. Унда Астара линия етештереү-диспетчерлыҡ станцияһы начальнигы итеп ебәрҙеләр. Ул “Азтрансгаз” йәмғиәтенә ҡарай. Ҡыҫҡаса ғына ундағы хәлдәрҙе әйткәндә, квалификациялы кадрҙар етешмәү, элекке етәкселектең яуапһыҙлығы арҡаһында Ирандан газ алыу һәм уны СССР-ға “ТрансИран” газ үткәргесе аша ебәреүҙә киҫкен хәл барлыҡҡа килгәйне. Был газ үткәргес аша 70-се йылдарҙа йыл һайын Ирандан СССР-ға 10 миллиард кубометр газ килә торғайны. Ә беҙ булған Астара ҡалаһы Иран сигенә яҡын урынлашҡан. Шул саҡта мин етәкселек иткән идаралыҡ ике йөҙ километр магистраль газ үткәргесен хеҙмәтләндерҙе. Объекттарҙың насар хәлдә булыуына бер генә миҫал килтерәм. Тәүге тапҡыр ҡарап сыҡҡас та иҫ китте: 14 ерҙән газ ҡаса (утечка), 62 урындан кабель өҙөлгән. Белгестәр бик етешмәй, техниканың күпселеге боҙоҡ ултыра. Һәр береһен яңынан башларға тура килде. Бер йылдан идаралыҡты тамырынан үҙгәрттек: эш итеү алымын да, эшселәргә ҡарата мөнәсәбәтте лә. Ошо уҡ бер йылдан һуң “Азтрансгаз” предприятиелары араһында беренсе урынға сыҡтыҡ.
Бында эште көйләгәс, Ырымбурға алдылар, һуңынан кире Стәрлетамаҡҡа саҡырттылар. 1975 йылдың февралендә “Баштрансгаз” етештереү берекмәһенә директор итеп ҡуйҙылар.
— Газ эштәре буйынса бик ҙур тәжрибә туп­лап, был өлкәлә алыштырғыһыҙ етәксе булып киткәнһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта бер саҡ “производственник”тың тормошонда ҡырҡа үҙгә­реш яһала: партия, совет органдары эшенә күсеп алаһығыҙ. Был ул заманда “партия ҡайҙа ҡуша, шунда бараһың” тигәндән сығып эшләндеме?
— Бында бөтә эштәрҙе көйләгәс, газға Ҡансура ер аҫты һаҡлағысы төҙөгәс, мине Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров саҡырып алды ла: “Һине партия эшенә күсерәбеҙ. Октябрь районы — яңы район. Тәжрибәле етәкселәр кәрәк”, — тине. Шунда биш йыл эшләнем. Ошо осорҙа “Аҡбуҙат” ипподромы, рус драма театры, “Башҡортостан” сауҙа үҙәге, “Йоматау” совхозында хеҙмәт ял лагеры төҙөлдө. Байтаҡ социаль-мәҙәни объекттар, мәктәптәр, йөҙәр мең квадрат метр торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Ҡалала иң беренсе булып әлегә тиклем “йоҡлаған” йәки буш ятҡан, күсерелергә тейешле өй урындарын файҙалана башланыҡ. Бөгөн иһә Сипайлово биҫтәһендә генә лә ҡала халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй.
— Хакимиәт эше менән бер рәттән, беле­мегеҙҙе лә камиллаштырғанһығыҙ, фәнни эш менән дә шөғөлләнгәнһегеҙ. Аптырарһың, нисек ваҡыт таптығыҙ икән?
— Ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға ғына кәрәк. 1983—1986 йылдарҙа аспирантурала уҡыным. Ул КПСС үҙәк комитеты эргәһендәге Йәмәғәт фәндәре академияһында ине. Бурыстары — юғары эшелон етәкселәр әҙерләү. Яҡлаған темам “Яғыулыҡ-энергетик ресурстар экономикаһына идара итеү” тип аталды.
1986 йылдың 1 авгусында БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Минең ҡарамаҡҡа һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, социаль тәьминәт, эске эштәр, административ эске эштәр органдары һәм башҡа шундайыраҡ өлкәләр инде. Быларҙан тыш, төрлө республика комиссияларына етәкселек иттем. Шулай уҡ, газ сәнәғәте өлкәһендә тәжрибә барлығын белеп, КПСС Өлкә Комитеты республикала газ үткәреү эше барышын да контролдә тотоуҙы йөкмәтте. Башҡортостан территорияһынан бер нисә ҙур газ магистрале үтеүгә ҡарамаҫтан, газ үткәреү кимәле заман талабына яуап бирмәй ине.
Йыл ярым ошо вазифаны башҡарҙым. Кан­дидатлыҡ диссертацияһын яҡлап ҡайтҡандан һуң минең өсөн иң уңайһыҙ йылдар булды. Шунан мин үҙем ғариза яҙып, Черномырдинға барҙым. Ул саҡта Черномырдин газ сәнәғәте министры ине, унан һуң Рәсәй Федерацияһының премьер-министры булды. Беҙ уның менән күптән танышбыҙ. Мин “Баштрансгаз”да эшләгәндә ул Ырымбур газ заводының директоры ине...
— Һеҙ киренән үҙ эшегеҙгә — газ сәнәғәтенә әйләнеп ҡайтҡанһығыҙ. Тик урау-урау юлдар, сит илдәр аша. Иң хәтәр командировкаларҙа, атап әйткәндә, ҡан ҡойош барған Афғанстанда булғанһығыҙ.
— 1988 йылда “Мингазпром” белгестәренә етәксе итеп Афғанстанға ебәрҙеләр. Төркөмгә бик ҙур бурыс ҡуйылды: газ ятҡылыҡтарындағы эште көйләү һәм Советтар Союзына газ үткәргестәр аша өҙлөкһөҙ оҙатыу. Командировка көтмәгәндә өҙөлдө — 1989 йылдың 15 февралендә Советтар Союзы Афғанстандан ғәскәрҙе сығарҙы. Беҙҙе ике аҙна алдан ҡайтарҙылар.
Сыҡҡас, Черномырдин: “Давай, Мәскәүҙә ҡал”, — ти. Мин тәҡдимдең икенсеһенә риза булдым — Румынияға Дәүләт газ концернының техник-коммерция бюроһына етәкселек итергә киттем. Беҙҙең маҡсат — совет тәбиғи газын Румынияла ҡабул итеп, артабан Болгария һәм Төркиә ҡулланыусы­ларына оҙатыу. Бында мин 1989 – 1992 йылдарҙа эшләнем. Унда инде СССР емерелеп китте, беҙ иһә ҡатыным менән башҡа илгә ҡайтҡандай булдыҡ. БАССР-ҙың Юғары Советы Рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән осрашҡандан һуң, “Баштрансгаз” генераль директорының беренсе урынбаҫары булып эш башланым. 2002 йылда иһә, 65 йәштә, “Баштрансгаз” алдында бурыстарҙы атҡарғанмын тип хис итеп, хаҡлы ялға сыҡтым. Бына шулай үтте хеҙмәт юлым...
— Фәнис ағай, хәҙер инде традицион һорау: һеҙ – тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше, бөгөнгө йәштәргә ни әйтер инегеҙ ҙә ниндәй теләк теләр инегеҙ?
— Күп һүҙ һөйләргә, күп теләк теләргә булыр ине, ләкин тормошта алдыңа маҡсат ҡуя белеү — иң мөһиме. Уҡырға, юғары белем алырға теләйһең икән — ал. Маҡсатыңа өлгәш. Үл, ну уҡыу йортон тамамларға тейешһең. Эшҡыуарлыҡҡа тотондоң икән, алға бар. Уҡытыусы булырға теләйһең икән — бул. Ғөмүмән, иң яҡшы һөнәр – уҡытыусылыр, сөнки улар хаҡлы ялға киткәс тә уҡыусыларының йылыһы, рәхмәте менән йәшәй. Спортты һайланың икән — беренселекте алам, спорт мастеры булам тип тырыш. “Һәм башҡалар” рәтендә йөрөмә. Ғөмүмән, бар өлкәлә лә алдыңа маҡсат ҡуйһаң ғына, нимәгәлер өлгәшергә мөмкин. Быныһы инде һәр кемдең ҡулынан килә торған ғәмәл...


Вернуться назад