Төбәк-ара экология марафонына ҡушылығыҙ!30.05.2017
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында Башҡортостанда “Ҡурсаулыҡ урындары буйлап” төбәк-ара экология марафоны уҙғарыла. Ул Рәсәйҙә ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығына арнала һәм 6 – 8 июндә халыҡ-ара экология форумы сиктәрендә үтә. Унда Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, шулай уҡ Татарстан Республикаһы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.
“Марафондың төп маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең ғәмәлдәге моделдәрен күрһәтеү. Иң яҡшы өлгөләр башҡа биләмәләрҙә ҡабатланасаҡ”, – тип хәбәр итте Башҡортостан Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Марафонда ҡатнашыусылар өсөн профессионалдар һәм үҫмерҙәр өсөн иҫәпләнгән өс маршрут әҙерләнгән. Тәүгеһе “Ирәмәл” тәбиғәт паркында, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығында, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында һәм “Башҡортостан” милли паркында ойошторолған.
Икенсе маршрут марафонында ҡатнашыусыларға Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығында, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында һәм “Башҡортостан” милли паркында булырға тәҡдим ителәсәк.
Өсөнсө маршрут мәктәп уҡыусылары өсөн әҙерләнгән. Төрлө олимпиадаларҙа, экологик дисциплиналарҙа ҡатнашҡан 20 уҡыусы етәкселәре менән “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт парктарының һәм “Башҡортостан” милли паркының матурлығын ҡарай аласаҡ.