Ете йылғаның үҙәне таҙартыла30.05.2017
Башҡортостанда ташҡындан һуң ҡала һәм ауыл ерҙәрендә йылға үҙәндәрен таҙартыу ойошторола. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында аңлатыуҙарынса, был йылғаларҙа һыу ағымын көсәйтеү, киләһе йылда ташҡын осоронда мөлкәткә зыянды кәметеү өсөн кәрәк.
2017 йылда ете йылғаның үҙәнен таҙартыу ҡаралған. Улар – Иглин районында Бәләкәс, Балтаста – Ҡыйғаҙы, Ауырғазыла – Ауырғазы, Саҡмағошта – Ҡалмаш, Күгәрсендә – Түбәнге йылға, Благоварҙа – Ҡармасан, Стәрле­тамаҡ янында Стәрле йылғалары. Ошо эш федераль ҡаҙнанан финанслана.


Вернуться назад