Ҡандракүлдә 100-ҙән ашыу аҡҡош оялаған. Әле улар бала сығара. Аҡҡоштар йыл һайын “Ҡандракүл” тәбиғәт паркына ҡайта һәм уның ғорурлығы һанала. Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һоро ҡаҙ, ҡарағаҙ, көйөлдө, аҡбаш сыпҡай, ышылдаҡ аҡҡош осош ваҡытында Ҡандракүлгә ял итергә төшә.Ҡандракүл – Башҡортостанда майҙаны буйынса икенсе ҙур күл. Бында республиканың төрлө райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән туристар ял итергә килә. Күркәм тәбиғәт, үҫешкән инфраструктура, арзан ял һәм федераль трассаның яҡын булыуы йылдан-йыл ял итеүселәрҙең һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Былтыр бында 100 меңдән ашыу кеше килгән.
Парк хеҙмәткәрҙәре күлдең флораһын һәм фаунаһын һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара. “Парктар маршы” акцияһы барышында ҡарағай үҫентеләре ултыртыла. Ике йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһендә яңы 300 үҫенте барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты тәҡдиме буйынса күлгә 2,5 миллион алабалыҡ селбәрәһе ебәрелгән. “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһен төҙөкләндереү өсөн быйыл ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, өҫтәмә рәүештә туҡталҡа урындарын йыһазландырыу, янғынға ҡаршы техниканы ҡуйыу өсөн ҡоролма төҙөүҙе тамамлау һәм файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.